Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы
Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1912 |
Тыуған урыны | Ҡашҡар ауылы, Йылайыр районы |
Вафат булған көнө | 1978 |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Байморатов Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы (рус. Баймуратов Хибатулла Кувандыкович, Баймуратов Хибат Кувандыкович) (1912 йыл — 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 62-се гвардия кавалерия полкының телефонисты, 2-се эскадрон ҡылыссыһы[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һибәтулла Ҡыуандыҡ улы Байморатов 1912 йылда Башҡортостандың Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында[1]. тыуған. 1941 йылда БАССР-ҙың Матрай районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) хеҙмәт итә, 62-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны ҡылыссыһы, артабан телефонист була. Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп һанлы хәрби наградаларға лайыҡ була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[3]
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)[3]
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1945)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БАЙМУРАТОВ Хибатулла Кувандыкович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Память народа. Баймуратов Хибат Куандыкович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- 1912 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- 1978 йылда вафат булғандар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары