Барели
| Барели | |
| Нигеҙләү датаһы | 1657 |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Административ үҙәге | дивизион Барели[d] һәм Барели[d] |
| Административ-территориаль берәмек | Барели[d] |
| Сәғәт бүлкәте | UTC+5:30[d] |
| Етәксе орган | Nagar Nigam Bareilly[d] |
| Халыҡ һаны | 1 000 000 кеше |
| Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 268 ± 1 метр |
| Майҙан | 235 км² |
| Почта индексы | 243001 |
| Рәсми сайт | bareilly.nic.in |
| Урындағы телефон коды | 581 |
Барели[1], ҡайһы берҙә Барейли[2] (һинд बरेली, урду بریلی, ингл. Bareilly i/ — Һиндостандың Уттар-Прадеш штатының төньяҡ өлөшөндәге ҡала. Шул исемдәге округтың административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Абсолют бейеклеге диңгеҙ кимәленән 165 метр[3]. Рамганга йылғаһы буйында, Лакхнауҙан төньяҡҡа 252 км һәм Нью-Делиҙан көнсығышҡа табан 250 км алыҫлыҡта, Уттаракханд штаты сигендә урынлашҡан. Гималай һырттары ҡаланан төньяҡҡа табан 40 саҡрым алыҫлыҡта башлана.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҡала халҡы 979 933 кеше тәшкил итә[4]. Халыҡтың грамоталылыҡ кимәле: 84 % (2011 йылға), 2001 йылда был күрһәткес 81 % тәшкил итә. Һиндуизм инаныслылар 52 %, мосолмандар — 34 %, сикхтар — 10 %, башҡа диндәр — 4 % тәшкил итә. Төп телдәргә һинд , инглиз, урду һәм пәнжәби телдәре инә.
Йылдар буйынса ҡала халҡының һаны динамикаһы:
| 1991 | 2011 | 2013 |
|---|---|---|
| 587 211 | 720 315 | 864 270 |
Сығанағы:
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барели аша № 24 (Дели — Барели — Лакнау) һәм № 74 һанлы милли шосселар үтә (Дехрадун — Барели). Илдең төньяғындағы ҙур ҡалалар менән тимер юл бәйләнеше бар, ҡаланы 6 тимер юл станцияһы хеҙмәтләндерә. Яҡындағы аэропорттар Дели һәм Лакнауҙа урынлашҡан (икеһенә лә алыҫлығы яҡынса 250 км).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Азатлыҡ өсөн көрәшселәр мемориалы
- Полиция ыҙаттары мемориалы
- 19-сы быуат һандығы.Азия цивилизациялары музейы. Сингапур
- Делапир Манди, Барейли
- Үҙәк урам
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — С. 58. — 592 с. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ [ Барели] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Bareilly, India Page (ингл.). Fallingrain Global Gazetteer. Дата обращения: 4 март 2013. Архивировано 13 март 2013 года.
- ↑ Urban Agglomerations/Cities having population 1 lakh and above (ингл.). Provisional Population Totals, Census of India 2011. Дата обращения: 3 сентябрь 2012. Архивировано 2 апрель 2013 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барели // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
