Бари Нина Карловна
Нина Карловна Бари (1901—1961) — тригонометрик рәт өлкәһендәге хеҙмәттәре менән танылған совет математигы . Физика һәм математика фәндәре докторы (1935), Мәскәү дәүләт университеты профессоры.
Ире — танылған математик В. В. Немыцкий …
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1901 йылда Мәскәүҙә билдәле Мәскәү балалар табибы, медицина докторы К. А. Бари ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәптә уҡығанда уҡ математика менән мауыға.
1918 йылда ул Мәскәү дәүләт университетының физика һәм математика факультетына уҡырға инә — Мәскәү университетының ошо факультетына кергән беренсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе [8]. Унда ул беҙҙең илдең иң ҙур ғалимдары — Д. Ф. Егоров, Н. Е. Жуковский, Н. Н. Лузин, С. А. Чаплыгин менән аралашыу мөмкинлеген ала. Н. К. Бариҙың математик талантын профессор Н. Н. Лузин күреп ҡала, һәм тиҙҙән ул Н. Лузиндың күренекле студенттарының береһе һәм семинарында әүҙем ҡатнашыусы — «Лузитания» ағзаһы булып китә.
Бари күмәклектәр теорияһы буйынса беренсе нәтижәләрен университеттың өсөнсө курсында уҡығанда уҡ ала. 1925 йылда ул Мәскәү университетының аспирантураһын тамамлай, һәм киләһе йылдың ғинуарында «О единственности тригонометрических разложений» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1927 йылдан ул Франция һәм Поляк математика йәмғиәттәре ағзаһы. 1927 йылда Парижда ул Адамар семинарында әүҙем ҡатнаша.
Бари 20 йәшендә (1921) Мәскәү университетының механика һәм математика факультетында уҡыта башлай. 1932 йылда ул Мәскәү дәүләт университеты профессоры була. 1935 йылда физика һәм математика фәндәре докторы дәрәжәһенә лайыҡ була, ул саҡта инде Бари, тригонометрик рәттәр һәм күмәклектәр теорияһында фундаменталь нәтижәләргә эйә булған, танылған ғалим була.
Бари Болондағы (1928) һәм Эдинбургтағы (1958) халыҡ-ара математик конгрестарҙа совет математик мәктәбен кәүҙәләндерә.
Академик Н. Н. Лузин бәләгә юлыҡҡас, уға хатта уның уҡыусылары ла ҡаршы сығыш яһағанда — Бари, уҡытыусыһына тоғро ҡалып, Лузинға ҡаршы компанияны хупламай. Уның вафатынан һуң, хеҙмәттәре баҫылыуға әҙерләнгәндә, Бари был эштә әүҙем ҡатнаша һәм бик ҙур редакцион эш башҡара[9] .
1961 йылдың 15 июлендә Бари фажиғәле рәүештә һәләк була (йәйен дачала ул электричка аҫтына эләгә[10])[11] . Введенское зыяратында (уч. 8) Мәскәүҙә[12] атаһы менән бергә ерләнгән.
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бари Н. К. «Проблема единственности разложения функции в тригонометрический ряд». // УМН, 4:3(31) (1949), 3-68
- Бари Н. К. Тригонометрические ряды. — М.: изд-во ФМЛ, 1961
- Bari N.K. `Trigonometric Series, vol. II` Holt, Rinehart and Winston/ — New York, 1967.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ 2,0 2,1 Nina Karlowna Bari // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=2006 (нем.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Бари Нина Карловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1970. — Т. 3 : Бари — Браслет. — С. 5.
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Bari, Nina Karlovna // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th Century — Routledge, 2003. — Vol. 1. — P. 78. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 159: «Аттестат частной женской гимназии не давал права поступления в университет. Бари пришлось вторично сдавать выпускные экзамены на аттестат зрелости в государственной мужской гимназии №10, с чем она легко справилась»
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 165—166
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 165
- ↑ VIVOS VOCO: В. С. Виденский, «Бэра бери, Бари» (К 100-летию Н. К. Бари)
- ↑ Могила Н. К. Барри 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Садовничий В. А. Нина Карловна Бари (1901—1961) // О людях Московского университета. — 3-е изд., дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2019. — С. 159—166. — 356 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011397-6.