Барсученко Мария Тимофеевна
Барсученко Мария Тимофеевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 7 апрель 1921 (103 йәш) |
Тыуған урыны | Омск өлкәһе |
Һөнәр төрө | железнодорожник |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Барсученко Мария Тимофеевна (ҡыҙ фамилияһы Литневская; 7 апрель 1921 йыл) — СССР тимер юлсыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Мәскәү өсөн алыштар барышында Дмитров станцияһы стрелочнигы сифатындағы батырлығы өсөн 1941 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә (1942). Дмитров ҡалаһының почетлы гражданы.
2019 йылдың майында әле йәшәгән М. Т. Барсученко хөрмәтенә Мәскәү тимер юлының Савеловский йүнәлешендәге 75-се км платформаһы атала[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның үҙ һүҙҙәре буйынса, Мария Литневская 1922 йылдың 7 апрелендә Омск өлкәһе Добровольский ауыл советының Литвяки ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1939 йылда Себерҙән Мәскәү янына килергә һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген башларға иҫәп тотоп, Мария паспорт алыу өсөн үҙенә бер йылды өҫтәй (18 йәштә бирелә). Икша ҡасабаһына ике туған ағаһы килә, Мария эш эҙләп Дмитров станцияһы начальнигына Мария мөрәжәғәт итә — тик тимер юлы ғына шул саҡта күскенселәргә Мәскәү янында йәшәргә хоҡуҡ бирә. Станция штатына стрелочник булып эшкә ҡабул ителә[1].
Мәскәү өсөн һуғыш барышында туҡтауһыҙ бомба һәм ут аҫтында Дмитров станцияһында маршруттарҙы әҙерләүҙе һәм уҡтарҙы ҡулдан күсереүҙе тәьмин итә. 1941 йылдың 28 ноябрендә дошман уты аҫтында станцияла маршрут әҙерләй, НКВД ғәскәрҙәренең 73-се бронепоезынның хәрәкәтен тәьмин итә, бронепозд дошман атакаһын кире ҡаға һәм уларҙың 8 танкын юҡ итә, был Дмитров ҡалаһы районында оператив хәлде һиҙелерлек үҙгәртә һәм Мәскәү янында контрһөжүмде башларға шарттар булдыра. 1942 йылда ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[2]. Юғары награданы Кремлдә уға СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе М. И. Калинин тапшыра[3].
Немец ғәскәрҙәре Мәскәүҙән сигенгәс, Мария Литневская 3-айлыҡ тимер юл уҡыуына ебәрелә, Дмитров станцияһында дежурный булып эшләй. Һуғыш йылдарында станцияла селектор кәңәшмәләрендә ҡатнаша, уны тимер юлдар халыҡ комиссары Л. М. Каганович үткәрә[3]. 1944 йылдың йәйендә, Вильнюс азат ителгәндән һуң Литва ССР-ының баш ҡалаһына төп вокзал янындағы тимер юлы станцияһы эштәрен ойоштороуҙа ярҙамға ебәрелә. Һуғыш тамамланғандан һуң Дмитровҡа ҡайта, 1980 йылға тиклем станцияла хәрәкәт менән идара итә, Дмитров станцияһы начальнигы вазифаһын башҡара[1].
2019 йылдың 17 майында «Спорт менән йәшәйем» йәмәғәт-спорт хәрәкәте инициативаһы буйынса ОАО «РЖД» Мәскәү тимер юлының Савелов йүнәлешендәге 75-се километр туҡталыш пунктын Барсученко исемендәге туҡталыш пункты итеп үҙгәртә. Платформаны үҙәгртеп атау буйынса тантаналы сарала 2019 йылдың 27 июлендә 98 йәшлек Мария Тимофеевна Барсученко үҙе лә ҡатнаша[4][5][6].
2020 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, Дмитров ҡалаһында йәшәй[1][3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуғыштан һуң, кейәүгә сығып, Мария Тимовеевна Литневская 1947 йылда фамилияһын Барсученкоға алмаштыра. Ике улы — Анатолий (1949), табип-невропатолог һәм Сергей (1951), инженер. 5 ейәне, бер бүләһе һәм 4 тыуасары бар[1].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыҙыл Йондоҙ орденынан тыш Мария Барсученко II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар менән бүләкләнә[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Она открыла путь бронепоезду . Московский железнодорожник (2 август 2019). Дата обращения: 2 август 2019.
- ↑ Московский железнодорожник, 9 июля 2015. Александр Чеков. Как стрелочница Москву спасала
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Без штампов, 23 марта 2020. Маршрут для бронепоезда
- ↑ Станцию в Дмитрове переименовали в честь ветерана Марии Барсученко. 360° Елена Глущенкова, Елена Маркелова, Ирина Люлина. Станцию в Дмитрове переименовали в честь ветерана Марии Барсученко
- ↑ Гудок, 10 июня 2019. Официально
- ↑ МЖД, 27 июля 2019. Платформу 75 км переименовали в остановочный пункт имени Барсученко(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Она открыла путь бронепоезду (неопр.). Московский железнодорожник (2 августа 2019). Дата обращения 2 августа 2019..