Эстәлеккә күсергә

Бартенева Екатерина Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бартенева Екатерина Григорьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 июнь 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө революционер
Уҡыу йорто Екатерина институты (Санкт-Петербург)[d]
 Бартенева Екатерина Григорьевна Викимилектә

Бартенева Екатерина Григорьевна (25 май (6 июнь) 1863 йыл — 19 август 1914 йыл) — урыҫ революционеры[1].

Екатерина Григорьевна Бартенева (ҡыҙ фамилияһы Броневская 1843 йылдың 25 майында Санкт-Петербургта офицер һәм ер хужаһы ғаиләһендә тыуған. Дворяндарҙан. Екатерина институтын тамамлай. 1863 йылда гвардия подпоручигы Виктор Иванович Бартеневҡа кейәүгә сыға (1838—1918)[2].Ире менән бергә улар һатып алыу түләүҙәренән баш тарталар, ерҙе крәҫтиәндәргә бирәләр һәм Санкт-Петербургта урынлашалар[1]. 1867 йылда ике улы менән Швейцарияға китәләр һәм Женевала урынлашалар. Унда улар Михаил Бакунин менән яҡынлашалар. 1869 йылда Бартеневтар Бакуниндар менән бәйләнеште өҙәләр һәм Н. И. Утин һәм А. Д. Трусов менән берлектә 1-се Интернационалдың урыҫ бүлеген булдыралар. 1871 йылда Бартенева Парижда йәшәй, Париж Коммунаһында ҡатнаша. П. Л. Лавров менән тығыҙ бәйләнештә була.

1871 йылда Санкт-Петербургка ҡайта һәм әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. «Отечественные записки», «Дело» һәм башҡа баҫмаларҙа баҫтырыла. 1880-се йылдарҙа халыҡсыларға һәм «Народная воля» ойошмаһы ағзаларына яҡын була[2]. 1889 йылда ул Парижда була. Унда ул Бөтә Донъя күргәҙмәһенең Рәсәй бүлегендә эшләй, һуңынан «Артенева» исеме менән Париждағы 2-се Интернационал конгресының секретаре була. 1880-се йылдар аҙағы — 1890-сы йылдар башында, ул Брусневтың социал-демократик төркөмө менән бәйләнештә була, пропаганда эшсәнлеге менән шөғөлләнә[1].

1890 йыл аҙағында уның өйөндә тентеү үткәрелә, шул ваҡытта ғәйепләү материалдары табыла. Шуға бәйле рәүештә, 1891 йылда, Бартенева «йәмәғәт тәртибе өсөн зарарлы һәм ҡурҡыныс» тип таныла һәм Санкт-Петербургтан ҡыуыла. Ул Псковта полицияның асыҡ күҙәтеүе аҫтында йәшәй, 1898 йылда Санкт-Петербургҡа кире ҡайта. 1905 йылда ул меньшевик булараҡ «Вера Петровна» исеме аҫтында митингтарҙа бер нисә тапҡыр сығыш яһай. 1914 йылдың 19 авгусында (1 сентябрҙә) ярлы ҡатын-кыҙҙар өсөн Елисей дауаханаһында яман шеш ауырыуынан[2]. Уны Новодеревенское зыяратында ерләйҙәр[3].

  1. 1,0 1,1 1,2 Бартенева Екатерина Григорьевна // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. 2,0 2,1 2,2 Бартенева (Броневская) Екатерина Григорьевна // Деятели революционного движения в России : Био-библиогр. словарь. Т. 3 : Восьмидесятые годы : Вып. 1 : А — В / Составлен М. М. Клевенским, Е. Н. Кушевой, А. А. Шиловым. — 1933. — XVII, [1] с., 1-690 стб. : фот.
  3. Дворяне Бартеневы | Григоров А. А.