Бартошице
Бартошице | |
пол. Bartoszyce нем. Bartenstein лит. Barštynas | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1240 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Bartoszyce, Bartenstein һәм Barsztyn |
Дәүләт | Польша |
Административ үҙәге | Q9269801? һәм район Бартенштейн[d] |
Административ-территориаль берәмек | Бартошицкий повят[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 22 281 кеше (31 март 2021)[1] |
Ир-егеттәр | 10 479[2] |
Ҡатын-ҡыҙҙар | 11 802[3] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 41 метр |
Туғандаш ҡала | Нинбург[d], Березно[d][4], Млава[d][5], Эммабуда[d][4] һәм Варена[d][4] |
Майҙан | 11 км² |
Почта индексы | 11-200 |
Рәсми сайт |
bartoszyce.pl bartoszyce.pl/russian/ bartoszyce.pl/deutsche/ bartoszyce.pl/english/ |
Бартошице Викимилектә |
Бартошице (пол. Bartoszyce, нем. Bartenstein) — Польшалағы ҡала, Варминь-Мазурский воеводлығына, Бартошице административ-территориаль берәмегенә (повятына) инә. Ҡала өсөнсө кимәлдәге административ берәмек (гмина) статусына эйә. 11,79 км² майҙанды биләй. Халҡы 23810 кеше тәшкил итә (2018 йылға)[6]
Бартошице воеводлыҡтың төньяғында Лыны йылғаһы үҙәнендә (рус. Лава), Бартия (нем. Gau Barten) өлкәһендә уның һуҙылып киткән ярҙарында урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән 50—80 бейеклектә ята. Ҡаланың поляк, немец һәм көнсығыш славян йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән күп быуатлы тарихы һәм йолалары бар.
1975—1998 йылдарҙа Бартошице Ольштын воеводлығына ҡараған. Воеводлыҡтың мөһим административ, транспорт һәм мәҙәни-тарихи үҙәге. Ольштынға тиклем аралыҡ — 71 км, Гданьскҡа — 177 км, Варшаваға — 256 км, Рәсәй сигенә тиклем — 17 км, Рәсәй ҡалаһы Калининградҡа — 58 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бартенштейн Тевтон Ордены замогы уның 1241 йылда Пруссияға тәүге үтеп инеүе осоронда төҙөлгән. Бөйөк ихтилал башланыу менән 1260 йылда прустар замокты ҡамай. Дүрт йыл ҡамауҙан һуң гарнизон йәшерен ташлап китә, ә нығытмалар емерелә. Тиҙҙән яңынан тергеҙелгән замок 1273 йылда судавтар тарафынан ҡабаттан яндырыла.
Замок 1274—1280 йылда таштан төҙөлә. XIV—XV быуаттарҙа ул Бальга пфлегер комтурствоһының резиденцияһы була. 1454—1466 йылдарҙағы Утыҙ йыллыҡ һуғыш ваҡытында тулыһынса емерелә һәм башҡа тергеҙелмәй.
Ҡалаға (Розенталь исеме менән) 1326 йылда комтур Дитрих фон Альтенбург нигеҙ һала, ҡала өҫтөнлөктәрен (Бартенштейн исеме менән) 1332 йылда Бөйөк магистр Лютер Брауншвейгский бүләк итә. 1353—1359 йылдарҙа Бальги комтуры Шиндекопф Хеннинг ҡаланы оборона диуарҙары менән уратып ала.
1454—1466 йылдарҙағы Утыҙ йыллыҡ һуғышта ҡала башта Пруссия союзын хуплай, һәм тап уның халҡы орден замогын юҡҡа сығара. Әммә 1460 йылда инде ҡала Орден рыцарҙары менән солох килешеүе төҙөй.
Реформация Бартенштейнда протестант руханиҙарына ҡалаға кереүҙе тыйған Маврикий Фарбер яғынан (1523—1537) ҡаршылыҡ осрата. Әммә 1525 йылда инде ике сиркәү ҙә протестант сиркәүе була, ә тәүге католик сиркәүе тик XIX быуаттың аҙағында ғына асыла.
1656 йылда Бартенштейнда швед короле Густав Адольф менән бранденбург курфюрсы Фридрих Вильгельм осрашыуы була, ә 1661 йылда бында Пруссия Ландтагы (ер парламенты) йыйыла.
1807 йылдың 26 апрелендә Бартенштейнда Пруссия короле Фридрих Вильгельм III һәм император Александр I Наполеонға ҡаршы союзы тураһында трактатҡа ҡул ҡуйыла.
1866 йылдың 24 сентябрендә тимер юлы асыла, 1881 йылда телеграф, 1899 йылда телефон бәйләнеше булдырыла.
Борон ҡала прус ерендә христианлыҡты таратыуҙа булышлыҡ иткән епископ Варфоломей хөрмәтенә Бартельштейн исемен йөрөткән Епископтың таш һыны 1767 йылда ҡала майҙанында ҡуйыла. 1807 йылдың апреленән алып июнгә тиклем, Бартельштейнда берләштерелгән рус һәм пруссия ғәскәрҙәренең баш фатиры урынлаша[7]
Халыҡ һаны үҫеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1890 йылда ҡалала 6442 кеше йәшәгән, уларҙан 265 католик һәм 65 йәһүдтәр булған. 1939да Бартошицела 11268 кеше булған, уларҙың 10030 — евангелист, 848 католик, 159 башҡа христиан конфессияларын дауам итеүселәр, 11 йәһүд була.[8]
Тарихи һәм архитектура ҡомартҡылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- XIV быуаттың Иҫке ҡалаһы (Старо Място)
- 1882—83 йылдарҙағы Изге Бруно костёлы
- XV быуаттағы Изге Иоанн Креститель костёлы
- Изге Иоанн Евангелист һәм Богоматерь Ченстоховскаяның 1332 йылдағы костёлы
- 1410 йылдағы Лидзбарк ҡапҡалары[9]
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пионерский, 2000
- Багратионовск, 2001
- Нинбург (Везер), 2002
- Эммабуда, Кальмар (лен), 2003
- Млава, 2001
Ҡаланың билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эрвин Гешоннек (1906-2008) — ГДР-ҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән немец актеры.
- Оскар Готлиб Бларр (Бартошице янында 1934 йылда тыуған) — немец композиторы , органсы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042815601011-0964583?var-id=1639616&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042815601011-0964583?var-id=1639617&format=jsonapi
- ↑ https://bdl.stat.gov.pl/api/v1/data/localities/by-unit/042815601011-0964583?var-id=1639618&format=jsonapi
- ↑ 4,0 4,1 4,2 https://bartoszyce.pl/strona-3700-miasta_partnerskie.html
- ↑ https://www.mlawa.pl/artykul/mlawa-bartoszyce
- ↑
- ↑
- ↑ История Бартошице (нем.) . Дата обращения: 14 ғинуар 2010. Архивировано 23 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑
Топографик карталары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта бите N-34-XV Бартошице. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1980-1984 год. Издание 1987 г.