Эстәлеккә күсергә

Башҡортостандың нефтехимия сәнәғәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостанда нефтехимия сәнәғәте — төбәктә нефть һәм газ сеймалын эшкәртеү менән шөғөлләнгән иҡтисад тармағы.

1932 йылда Ишембай ҡалаһы биләмәләрендә нефть асыу һәм нефть эшкәртеү предприятиеһы "Башнефтехимзавод"ты төҙөү Башҡортостанда нефтехимия тармағының үҫешенә булышлыҡ итә. 1944 йылда Туймазы ятҡылыҡтарының тәрән горизонттарында девон нефтенең ҙур запасы табылған.

1936 йылда төбәктең һәм илдең көнсығышында беренсе нефть эшкәртеү предприятиеһы — Ишембай нефть эшкәртеү заводына нигеҙ һалына[1].

Башҡортостан Республикаһында нефть сәнәғәтен булдырыу сәйәси репрессиялар ҡыҙған, илдә «халыҡ дошмандарын» эҙләгән осорға тура килә . Хәл шуның менән дә ҡатмарлаша, нефть сығарыу буйынса план ике йылға туғыҙ тапҡырға арттырып ҡабул ителгәнлектән (1934 йылда 110 мең тоннанан 1936 йылға 1 миллион тонна), ул үтәлмәй.

Башҡортостанда нефть сығарыу кимәле

«Башнефть» 1934 йылда планды 56,9 %, 1935 йылда 82,3 %, 1936 йылда 96,8 % үтәй. Башҡортостан чекистары террористик ойошма темаһын уйлап табалар, йәнәһе Өфөлә Харитонов, Ишембайҙа промысла директоры Р. Бучацкий («Башнефть» трест идарасыһы урынбаҫары хоҡуғы менән), 1937 йылда Бучацкий «ғәйебен таный» һәм «төҙөлөштө һуҙҙым, аҡсаны туҙҙырҙым, төҙөлөш өсөн һайланған майҙансыҡ Ишембай ҡасабаһы халҡы һаулығы өсөн хәүефле», тип белдерә. Шулай уҡ ул уның троцкистәр ойошмаһына 22 кеше, шул иҫәптән трест идарасыһы Ганшин Б., ғилми тикшеренеү институты етәксеһе Г.Маркарян инә, тип күрһәтә. 1937 йылдың 25 декабрендә СССР Юғары судтың Хәрби коллегияһы утыҙ ике нефтсене атырға хөкөм итә һәм мөлкәтен тартып ала. Ҡырҡтан ашыу «ҡоротҡос» азатлыҡтан мәхрүм булған төрлө ваҡытҡа хөкөм ителеп (5-тән 20 йылға тиклем) мөлкәте тартып алына. Хөкөм ителеүселәрҙең ҡатындары ла зыян күрә, улар ҡулға алынып, 5 йылдан 10 йылға ҡәҙәр хөкөм ителәләр.

Бөйөк ватан һуғышы йылдарында төбәктең күп предприятиелары үҙгәртеп ҡорола. Эвакуацияланған ҡорамалдар базаһын Ишембай нефть эшкәртеү заводында ҡулланып, газолин етештерә башлайҙар, яңы технологик ҡоролмалар һаны арта. Төньяҡ-Кавказ нефть эшкәртеү заводынан күсерелгән ҡорамалдар Өфө нефть эшкәртеү заводында яңы цехтар асырға мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә заводтың ҡеүәте арта, ассортименты киңәйә һәм продукция сифаты күтәрелә, яҡты нефть продукттарын һайлап алыу яҡшыра. Бындай ыңғай үҙгәрештәр сеймал инеү сикләнгән шарттарҙа ҙур әһәмиәткә эйә була

Эйәрсән нефть газын файҙаланыу ниәтенән, эшкәртелгән нефть һәм газ продукттарын ҡулланыу маҡсатында 40-сы йылдар аҙағында Башҡортостан Республикаһында нефтехимия предприятиелары төҙөлә башлай. 1947 йылда Яңы-Өфө, 1950 йылда Яңы-Ишембай, ә 1954 йылда Черниковка (һуңынан КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө заводы тип үҙгәртелә) нефть эшкәртеү заводтары төҙөлә. Уларға урындағы нефть промыслаларынан нефть торбалары һуҙыла. Аҙаҡ башҡа райондарҙың нефть эшкәртеү заводтарына сей нефть ҡыуыу өсөн ҙур оҙонлоҡтағы торба магистралдәре булдырыла (Туймазы — Иркутск, Ишембай — Орск).

1945 йыл менән сағыштырғанда 1955 йылда нефть сығарыу 11 тапҡырға арта. 1955 йылдың июлендә Башҡортостан илдең бөтә нефть сығарыу райондары араһында тәүлек эсендә сығарылған нефть күләме буйынса беренсе урынға сыға. Саҡмағош һәм Шкапов нефть ятҡылыҡтары төркөмөн файҙалана башлау менән , 1958 йылда сығарылған нефть күләме 23,1 млн т етә.

1956 йылда Өфө синтезспирт заводы сафҡа индерелһә, 1955 -1967 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты (ОАО «Салауат газпром нефтехим»)[2], ә 1960 йылда — синтетик каучук етештереү заводы.

Рубежанск химкомбиинаты цехтары базаһында гербицид етештергән Өфө химия заводы булдырыла. Стәрлетамаҡта Украинанан һәм Белоруссиянан эвакуацияланып килгән сода цехы ҡорамалы ҡорола. Урындағы аш тоҙо һәм эзбизташ ресурстары базаһын ҡулланып, 40-сы йылдарҙа ҡалала сода етештереү ҡоролмаларын ҡороу башлана. 60-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡта химзавод төҙөлгән, ә 1975 йлда Мәләүез минераль ашламалар етештереү буйынса химия заводы сафҡа индерелә.

1 — Серная кислота, 2- Кальцинированная сода, 3- Каустическая сода, 4- Минеральные удобрения в пересчете на 100 % питательных веществ , 5- Химические средства защиты растений в 100 % исчислении по действующему началу

1960 йылда тармаҡта башсовнархоз ойошторолған. Улар район эсендә кооперацияны киңәйтеү эшендә , махсуслаштырылған производстволарҙы туплауҙа ыңғай роль уйнайҙар. Предприятиелар берләшә, шул иҫәптән элегерәк төрлө ведомстволарға буйһонғандары ла. Мәҫәлән, ҡулланылған сеймал, энергетика, транспорт һ. б., әммә ведомстволар айырымлығы булған Стәрлетамаҡ сода, цемент һәм шифер заводтарын башсовнархоз сода-цемент комбинатына берләштерә. Яңы — Ишембай нефть эшкәртеү заводы Салауат комбинаты составына индерелә, һәм шулай итеп, нефтехимия комбинаты барлыҡҡа килә. Башҡортостан совнархозы буйынса бөтәһе 71 предприятие берләштергән, был хәл матди, финанс, хеҙмәт һәм предприятиенең башҡа ресурстарын рационал ҡулланырға, улар араһында бәйләнеште тәртипкә һалырға мөмкинлек биргән.

1960-90.-сы йылдарҙа катализаторҙар, ҡором, лак, буяу, урман химия һәм көнкүреш химия тауарҙарын һ.б. етештереү ҡеүәте арта. Төбәк буйынса 1985 йылда 1960 йыл менән сағыштырғанда, продукция етештереү 22 тапҡырға арта, 1990 йылда — 23,4 тапҡырға. Тармаҡтың 21 хеҙмәткәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн Социалистик хеҙмәт геройы исеме бирелә, утыҙҙан ашыу хеҙмәткәр Дәүләт премияһы лауреатына лайыҡ була.

Етештереү киңәйеү менән ассортимент та арта, нефтехимия ихтыяждары өсөн углеводород сеймалын етештереү арта. Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводы катализаторҙар һәм эреткестәр етештереүҙе үҙләштерә. Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводында парафиндарҙы етештереү башлана. КПСС-тың XXII съезы заводы синтетик май кислоталарын бирә башлай.

Тармаҡ Башҡортостан Республикаһы сәнәғәтенең 21,2 % тулайым продукцияһын етештерә (1994).

Сеймал базаһы — нефть, тәбиғи һәм эйәрсән газ, нефть һәм газ эшкәртеү продукттары. Тармаҡты үҫтереүгә, шулай уҡ яғыулыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге лә булышлыҡ итә.

90 йылдарҙа яғыулыҡ-энергетика ресурстарын етештереү кәмей, ул уртаса 15-25 % тәшкил итә. Тәбиғи яғыулыҡ (нефть, газ) сығарыу ҡыҫҡара, 2000 йылда уны эшкәртеү продукттарын сығарыу арта (автомобиль бензины, дизель яғыулығы). Был яңы технологияларҙы үҙләштереү процессы менән бәйле. Тармаҡ предприятиелары приватизациялана һәм хужаларҙы бер нисә тапҡыр алыштыра. Башҡортостан республикаһы хөкүмәте нефть химияһы предприятиеларын «Башнефтехим» холдингы аша контролдә тота. «Салауатнефтеоргсинтез» предприятиеһы тәүҙә Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағында һәм «Башнефть» нефть компанияһында ышаныслы идаралыҡта була. Һуңынан 2007 йылда бурысы өсөн акцияларының контроль пакетын һатып алған Газпромға тапшырыла. Һөҙөмтәлә предприятиеның исеме «Салауат газпром нефтехим» итеп үҙгәртелә.

2000 йылда тармаҡ предприятиелары бензин сығарыу менән бәйле етештереү даими яңыртылып бара, Евро-3, Евро-4, Евро-5 стандартындағы дизель яғыулығы, яңы төр продукция сығара.

Башҡортостан нефть запасы кәмеү менән тармаҡ предприятиеләре алдында сеймал проблемаһы киҫкен тора. Әлеге ваҡытта нефть һәм газ көнбайыш Себер, Ҡаҙағстандың Карачаганак нефтегазоконденсат ятҡылығынан һәм Башҡортостандың Арлан, Туймазы һәм Саузбаш ятҡылыҡтарынан үткәргес торбалар буйлап килә.

«Салауат Газпром нефтехим» предприятиеһы

Эре нефтехимия сәнәғәте предприятиелары: ААЙ "Салауат Газпром нефтехим ", Өфөоргсинтез, «Башҡортостан сода компанияһы[3]» һәм «Авангард» Стәрлетамаҡ предприятиеләре , Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы «Химпром», Башнефть-Өфөнефтехим, «Башнефть» АНК[4], Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы, «Минудобрение[5]» Мәләүез производство берекмәһе һәм башҡалар.

Регионда 2011 йылда етештергән төп нефть продукттары тәшкил итә: автомобиль бензины — 5,22 млн т; дизель яғыулығы — 9,55 млн т; мазут — 4,39 млн т; авиакәрәсин — 0,07 млн т.[6].

Өфө нефть техник университет

Төбәктә тармаҡ белгестәрен Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ), һәм Салауат ҡалаһындағы филиалы әҙерләй. Нефтехимия мәсьәләләре менән Органик химия институты (Рәсәй фәндәр академияһы ОХИ), шөғөлләнә, РФА-ның нефтехимия һәм катализ институты (Рәсәй фәндәр академияһы НКИ), Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы химия-технология фәндәре бүлеге[7].

Тармаҡтың билдәле белгестәре:

  • Джемилев Усеин Меметович — химик-органик, химия фәндәре докторы (1978), профессор, РФА ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • Ҡунакова Райхана Вәлиулла ҡыҙы — химик-органик, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһывице-президенты, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы, химия фәндәре докторы), профессор.
  • Гимаев Рәғиб Насретдин улы — Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы академигы.

Башҡорт химия журналы (4 тапҡыр сыға).

  • «Газпром нефтехим Салават». Энциклопедия. Уфа. Изд. Башкирская энциклопедия. 2013.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Рахманкулов Д. Л. и др. «История создания и развития химической и нефтехимической промышленности республики Башкортостан». В 4 томах.
  • Т. 1. Основные процессы и продукты предприятий нефтехимического комплекса.- М.: Интер, 2007.- 398 с.
  • Т. 2. Стерлитамакское ЗАО «Каустик» (предпосылки создания, начальные этапы становления).- М.: Интер, 2006.- 200 с.
  • Т. 3. Исторические этапы создания, становления и развития производственного комплекса по получению хлорорганических продуктов в составе Стерлитамакского химического завода.- М.: Интер, 2008.-248 с.
  • Т. 4. Технологические особенности производственного комплекса хлорорганических продуктов на Стерлитамакском ОАО «Каустик».- М.: Интер, 2008.- 480 с.
  1. Зайнетдинов Э. Первенец башкирской нефтепереработки // Истоки : газета. — Уфа, 2012. — 30 мая.
  2. Главная страница — ОАО «Газпром нефтехим Салават»
  3. Стерлитамакское Производственное Объединение
  4. Компания
  5. Мелеузовское Производственное Объединение Минудобрения
  6. Нефтяная и нефтеперерабатывающая промышленность Республики Башкортостан
  7. Академия Наук Республики Башкортостан — Отделение химико-технологических наук
  1. http://encycl.bash-portal.ru/him_prom.htm(недоступная ссылка)
  2. http://journalufa.com/6010-bashkirskaya-neft-i-ee-chernyy-den.html 2017 йыл 8 октябрь архивланған.
  3. http://ru.znatock.com/docs/index-25069.html 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.
  4. http://www.14000.ru/integrated/files/Oil_Rus.pdf 2013 йыл 13 ноябрь архивланған.