Эстәлеккә күсергә

Баяс (йыр, риүәйәт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баяс
Башҡарыусы

Илбәков Ишморат,
Ғата Сөләймәнов ,
Юлай Ғәйнетдинов

Жанр

башҡорт халыҡ йыры

Йырҙың теле

башҡортса

Оҙайлығы

3:17

Баяс — башҡорт халыҡ йыры. Оҙон көй. Лирик-эпик йыр.

Риүәйәттәрҙең береһе буйынса, тирә-яҡта даны таралған йырсы һәм ҡурайсы Баяс йорт старшинаһы була. Баймаҡ районының Күсей ауылында йәшәй. Ябай халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртыуы менән дә ҙур абруй ҡаҙана[1].

Ялған ялыу менән Себергә оҙатыла. Каторганан ҡасып ҡайтып, оҙаҡ йылдар тыуған яҡтарында йәшеренеп йәшәргә мәжбүр була.

Йырҙы үҙе сығарыуы ла ихтимал. Халыҡ араһында көйөнөң ике варианты бар.

Береһе Ғата Сөләймәнов башҡарыуында бик рәсми яңғырай. Икенсе вариант — лирик, йомшағыраҡ[1].

Сөләймән Абдуллин, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Флүрә Килдейәрова, Тәнзилә Үҙәнбаева һәм башҡалар башҡарыуында халыҡ тарафынан яратып тыңлана[1].

Риүәйәттең икенсе варианты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йырҙың тексы

Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,

Тояҡҡайҙары ҡыҙыл буяулы.

Үҙ илкәйҙәремдән, ай, һөрөлгәс,

Кем балаһы кемгә аяулы?

Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,

Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,

Уғыры ла тип хурламағыҙ,

Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.

Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә

Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.

Ғәзиз генә башым әсир булғас,

Дуҫ-иштәрем минең ят булды.

Ямғыр яуған саҡта ҡырҡып алдым

Йәш сауҡаны — ҡыуыш ҡорорға.

Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән

Нәҫел-ырыуыбыҙ ҡорорға.

Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп,

Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп,

Һау-сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын,

Тыуған илкәйемә лә әйләнеп[2]

Һаҡмар буйында мыҡты кәүҙәле, оҫта йырсы, сәсән телле Баязитдин исемле батыр йәшәгән, ти. Ул үҙенең бер туған апаһы менән бергәләп, билгә һөңгө тағып, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, иң яҡшы уҡсыларҙы йыйып, команда төҙөй ҙә колонизаторға ҡаршы һуғыш башлай[3].

Баястың (уны шулай тип йөрөтәләр) ата-әсәһе лә, яҡын туғандары ла язалап үлтерелгән була. Баяс та, апаһы ла атта оҫта, йылғыр йөрөй белгәндәр. Ярышта көмөш балдаҡ аша уҡ атып, алмаш-тилмәш беренселекте бирмәгәндәр. Дошманға ҡаршы атҡан уҡтары ла бушҡа китмәгән. Шулай ҙа, мылтыҡ менән ҡоралланған карателдәрҙең ҡыҫымына түҙеп тора алмай, сигенергә мәжбүр булғандар.

Улар Урал аръяғы башҡорттары араһына килеп сыға. Командалағы кешеләр төрлө ауылдарға таралып ултыра. Апаһы менән Баяс Ирәндек буйлап күсеп йөрөй. Ирәндектең көнсығыш битендә Баяс сауҡаһы тигән урын бар. Һаҡмар буйындағы Түбәнге Яйыҡбай ауылы ерендә бер тау, Апай тауы тип атала, һөйләүҙәренә ҡарағанда, батырҙар бына ошо ауылдарҙа тороп киткән[3].

Ил тыныслана башлағас, Баяс үҙе Күсей ауылына урынлашып йәшәй башлай, һылыу ғына ярлы ҡыҙына өйләнә. Ә апаһы Басай ауылына кейәүгә сыға. Йылдар үтеү менән байҙар, Баясты күрә алмай, килмешәк, тип мыҫҡыллай. Ялған ғәйеп тағып, Себер ебәрергә һүҙ беркетәләр.

Баяс, быны һиҙеп, тағы ҡасҡынға әйләнә. Өйө тирәһенә көн-төн йәшерен ҡарауыл ҡуйыла. Ҡасҡынды тота алмағас, «эҙләүҙе туҡтатырға» тигән булып ялған хәбәр тараталар. Шымсылар Баястың ҡатынынан күҙ яҙлыҡтырмай.

Баяс менән ҡатыны шулай ҙа осрашып торған. Уларҙы, уңайын тура килтереп, тота ғына алмағандар. Баястарҙың икәү-ара вәғәҙәләре була: аулағыраҡ яҡҡа китергә. Ошо ниәт менән йәйҙең матур бер көнөндә, еңелсә генә кейем-һалым, аҙыҡ ала ла ҡатыны, еләккә киткән кеше булып, йәшеренә-йәшеренә юлһыҙ ерҙәрҙән ире янына йүнәлә[3].

Шымсылар һиҙҙермәй генә бының артынан күҙәтеп бара. Түҙемһеҙлек менән көтөп торған Баяс күреү менән ҡатынын ҡосаҡлап ала. Ҡораллы шымсылар килеп, уларҙы шунда тота. Баястың аяҡ-ҡулын бәйләп, хәлдән тайғансы туҡмап, ауылға килтерәләр.

Ни тиклем ҡаты туҡмаһалар ҙа, Баяс дошмандарына бер һүҙ өндәшмәй, сырайын да һытмай. Себергә оҙатҡанда, ике һыбайлы, тимер сынйыр менән етәкләп, урам буйлап үтәләр. Шул саҡта Баяс моңло тауыш менән йырлап ебәрә:

Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,

Тоякҡайҙары ҡыҙыл буяулы.

Үҙ илкәйҙәремдән, ай, һөрөлгәс,

Кем балаһы кемгә аяулы?..

Баястың зарлы йырҙарын ишетеп, ауыл ярлылары, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыр-сыу килеп илаша. Шул китеүенән Баяс әйләнеп ҡайтмаған[3].

Йыр тураһында мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Йырҙың һайланма тексы "Башҡорт халыҡ ижады"ның 1-се томы (1954) буйынса бирелә.
  • Көйө менән «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1954) һәм Л. Н. Лебединскийҙың «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» (1962) исемле китаптарында баҫылған.
  • Йырҙы башлап Ғата Сөләймәнов (башҡорт актёры, йырсы, ҡурайсы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты) яҙҙыра. Үҙенең «Ҡурай» (1985) тигән китабында баҫтырып сығара[1].
  • Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. Башҡортостан китап нәшриәте, 1995 йыл, 350 бит. ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) ISBN 5-295-01396-0
  • Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл. ISBN 5-295-02094-0
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.
  • Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): VI класс өсөн дәреслек. 4-се баҫма. — Өфө: Китап, 2009. — 192 бит.

ISBN 978-5-295-04615-5, УДК 30(075) = 512.141 ББК 60я71(2 Рос = Баш)

  • Башҡорттоң 100 йыры. Төҙөүсеһе һәм музыка редакторы Мәжит Алкин. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 “БАЯС”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй/ Баяс (йыр, риүәйәт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Баяс. Баймаҡ районында Хизбулла Мөхәмәтҡолов менән Ильяс Мәғәфүровтан ҡурайсы Кәрим Дияров яҙып алған. — СБ, 1971, 29 июнь; БХИ, РЛ, № 267; БПЛ, № 199; БНТ, ПЛ, № 349. Вар.: Ғилми архив, ф. З, оп. 12, д. 269; БНТ, ПЛ, № 350.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Мусикия