Бейсик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бейсик
Нигеҙләү датаһы 1964
Рәсем
Йоғонто яһаусы Фортран, FORTRAN II[d], JOSS[d] һәм Алгол[d]
Парадигма программирования неструктурированное программирование[d], императивное программирование[d], процедурное программирование[d] һәм объектно-ориентированное программирование[d]
Эшләүсе Томас Курц[d], Джон Джордж Кемени[d] һәм Мэри Кеннет Келлер[d][1][2]
Проектлаусы Джон Джордж Кемени[d]
Расширение файла .bas
 Бейсик Викимилектә

Бе́йсик (BASIC, ингл. Beginner’s All-purpose Symbolic Instruction Code — тәжрибәһеҙ өйрәнә башлаусылар өсөн символдар инструкцияһының универсаль коды[3]) юғары кимәлдәге программалар төркөмө. 1964 йылда уны Дартмут колледжы профессорҙары Томас Курц менән Джон Кемени яҙған [4].

Был тел программист булмаған студенттар үҙаллы кәрәкле мәсьәләләрҙе сисеү өсөн компьютер программалары эшләү инструменты итеп яҙылған. Өй компьютерҙары өсөн тел булараҡ төрлө диалекттары бар. Хәҙерге ваҡытта бик ныҡ үҙгәргән, был тәүге версияларҙағы ябай тел түгел, ә юғары кимәлдәге ғәҙәти мөмкинлектәр биргән тел. ОС Windows -тың төрлө версиялары тарафынан идара ителгән ғәмәли программалар эшләү өсөн үҙаллы тел булараҡ ҡулланыла. Программаланыусы калькуляторҙар өсөн тел булараҡ һәм төрлө тәғәйенләнештәге эсенә индереп эшләнгән ғәмәли программалар системалары сифатында киң таралған.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бейсиктың килеп сығыуы 1960 йылдарҙа компьютерҙарҙың күбәйеүе һәм бүлгеләнгән ваҡыт режимында эшләү (time-sharing) булдырылыуға бәйле. Алдарында торған мәсьәләләрҙе компьютерҙа сисергә теләгән уҡыусылар һәм программист әҙерлеге үтмәгән белгестәр компьютерҙа эшләй башлай .

Уйлап сығарылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бейсик 1964 йылда Дартмут Колледжы профессорҙары Джон Кемени менән Томас Курц тарафынан эшләнгән, улар етәкселегендә колледж студенттары командаһы уны тормошҡа ашыра . Бер аҙҙан башҡа диалекттар ҙа эшләнә башлағас, тәүге версияны Dartmouth BASIC тип йөрөтә башлайҙар.

Бейсик һис бер ауырлыҡһыҙ ваҡыт бүленешле терминал ҡулланып, программалар яҙырлыҡ итеп проектланған була. Ул тиҙ эшләй торған программа кәрәк булған түгел, ә үҙ алдында торған мәсьәләләрҙе сисергә теләгән ябай ҡулланыусыларға тәғәйенләнә .


Бейсик программалау телен уйлап сығарғанда һигеҙ принцип күҙ уңында тотола:

  1. башлап өйрәнеүселәр” ҡулланһын өсөн ябай;
  2. дөйөм тәғәйенләнештәге программа теле ;
  3. тәжрибәле программистар булдыра алған функционаллеген киңәйтеү мөмкинлеге биреү;
  4. интерактивлыҡ;
  5. хаталар тураһында аңлайышлы мәғлүмәт биреү;
  6. ҙур булмаған программаларҙа тиҙ эшләү;
  7. аппарат тәьминәтенең эшен аңлау кәрәкмәү;
  8. ҡулланыусыны операцион системанан һаҡлау.

Был тел өлөшлөтә Фортран II-лә һәм өлөшлөтә Алгол 60- та , ваҡытты бүлгеләп эшләү режимында уңайлы булһын , һуңыраҡ тексты эшкәртеү өсөн һәм матрицалы арифметика өсөн өҫтәлмәләр эшләнгән. Башта Бейсик GE-265 мейнфреймында күп терминалдар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Барлыҡҡа килгән ваҡытта ул комплимирланыусы тел (машина коды ҡулланып үҙгәртелә торған) була .

Эшләп сығарыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

BASIC интерпретаторҙары төрлө ваҡытта төрлө ойошма, компания, фирмалар тарафынан сығарыла:

Советтар Союзында:

Тормошҡа ашырыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Apple:

Microsoft:

Sinclair:

  • 4K BASIC
  • 8K BASIC
  • 48 BASIC
  • 128 BASIC

Башҡалар:

Ҡыҙыҡлы факт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1975 йылда Бостондан йәш программист Пол Аллен Гарвард университеты студенты Билл Гейтс менән бергә Altair 8800 микрокомпьютеры өсөн Бейсик телен тормошҡа ашырыусы программа яҙған, йәғни уны тәүге тапҡыр шәхси компьютерҙарҙы программа менән тәьмин итеү өсөн ҡулланған . Һуңыраҡ Гейтс менән Аллен үҙҙәренең Microsoft фирмаһын булдыра[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Gürer D. Pioneering women in computer science (ингл.) // SIGCSE bulletin — 2002. — Vol. 34, Iss. 2. — P. 175. — ISSN 0097-8418; 2331-3927doi:10.1145/543812.543853
  2. https://www.computinghistory.org.uk/det/47364/Sister-Mary-Kenneth-Keller/
  3. 3,0 3,1 Знакомьтесь: компьютер = Computer basics INPUT/OUTPUT. Understanding computers / Пер. с англ. К. Г. Батаева Под ред. и с предисл. канд. физ.-мат. наук В. М. Курочкина. — М.: Мир, 1989. — 240 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-03-001147-1.
  4. [ Mary Bellis, BASIC — (Beginner’s All Purpose Symbolic Instruction Code) 2021 йыл 7 август архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Dyakonov V., Munerman V., Samoylova T., Yemelchenkov Ye. The Revolutionary Guide to QBASIC. — Birmingham: Wrox Press Ltd, 1996. — 578 p.
  • Дьяконов В. П. Справочник по алгоритмам и программам на языке Бейсик для персональных ЭВМ. — М.: Наука, Физматлит, 1987. — 240 с.
  • Дьяконов В. П. Применение персональных ЭВМ и программирование на языке Бейсик. — М.: Радио и связь, 1989. — 288 с.
  • Дьяконов В. П. Современные зарубежные микрокалькуляторы. — М.: СОЛОН-Р, 2002. — 400 с.
  • Кетков Ю. Практика программирования Бейсик, Си, Паскаль. — БХВ, 2002. — 480 с. — ISBN 5941571046.
Стандарттар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Диалекты языка программирования Basic Ҡалып:Языки программирования