Белоцерковский Борис Ефимович
Белоцерковский Борис Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 16 апрель 1922 |
Тыуған урыны | Сатанов[d], Проскуровский уезд[d], Подольск губернаһы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы |
Вафат булған көнө | 12 апрель 2007 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Белоцерковский Борис Ефимович (16 апрель 1922 йыл — 12 апрель 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, ПВО ғәскәрҙәре полковнигы. ғалим-инженер. техник фәндәре докторы (1974), профессор (1983), К. Э. Циолковский исемендәге Рәсәй Космонавтика академияһының почетлы академигы, (1993),
Ер тирәһендәге алыҫ йыһан объекттарын табыу буйынса теүәл оптик-электрон автоматлаштырылған сараларын төҙөүгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Борис Ефимович Белоцерковский Сатанов ҡасабаһында (хәҙер Украинаның Хмельницкий өлкәһе Городокский районы) 1922 йылдың 16 апрелендә тыуған
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хәрби хеҙмәтен рядовой булып башлай, Көньяҡ-Көнбайыш, Воронеж, Сталинград, 1-се Украин һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында һуғыша. Һуғыш тамамланғандан һуң, 1951 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Артиллерия академияһының баллистика факультетын тамамлай (хәҙер Михайлов хәрби артиллерия академияһы).
1951 йылдан 1956 йылға тиклем Капустин Яр полигонында хеҙмәт итә (өлкән офицеры, өлкән инженер); 1956 йылдан 1964 йылға тиклем Оборона министрлығы 4-се Баш идаралығында хеҙмәт итә (өлкән инженер, бүлек начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы). 1964 йылдан 1973 йылға тиклем Үҙәк ғилми-тикшеренеү институтында (ЦНИИ-45) хеҙмәт итә, унда Йыһан киңлеген күҙәтеү системаһы идаралығының начальник урынбаҫары була[1]. 1973—1974 йылдарҙа СССР Приборҙар төҙөү министрлығының оргтехника Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында бүлек начальнигы вазифаһында эшләй.
1974 йылдан алып 1979 йылға тиклем СССР Оборона сәнәғәте министрлығының Ион һәм электрон оптикаһы ғилми-тикшеренеү институтында сектор начальнигы булып эшләй. 1979—1996 йылдарҙа сектор начальнигы, һуңынан СССР радио сәнәғәте министрлығының А. А. Расплетин исемендәге радиофизика ғилми-тикшеренеү институтында баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
1973 йылда запасҡа сыға. 2007 йылдың 12 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Ҡаланың Троекуров зыяратында ерләнә (участка 7а). Ҡатыны — Зоя Александровна Белоцерковская, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.[2]
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Ҡораллы Көстәр ветераны,ПВО ғәскәрҙәре ветераны, Рәсәй Федерацияһының айырым хәүеф подразделениеһы ветераны.[3]
- 2-се һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Е. Жаркова. И открылось второе дыхание. // Маяк (Пушкинский район Московской области). — 2008. — 2 апреля.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Заместители начальников управления
- ↑ Актриса Зоя Белоцерковская 2019 йыл 6 декабрь архивланған.
- ↑ БЕЛОЦЕРКОВСКИЙ БОРИС ЕФИМОВИЧ(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 16 апрелдә тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- Подольск губернаһында тыуғандар
- 12 апрелдә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- КПСС ағзалары
- Полковниктар (СССР)
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Техник фәндәр докторҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Михайлов хәрби артиллерия академияһын тамамлаусылар