Берлингтон (Вермонт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Берлингтон
ингл. Burlington
Флаг
Flag of Burlington, Vermont.svg
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1783
Рәсми атамаһы Burlington
Дәүләт Америка Ҡушма Штаттары
Административ үҙәге Читтенден[d]
Административ-территориаль берәмек Читтенден[d][1]
Халыҡ һаны 42 211 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 61±1 метр
Туғандаш ҡала Арад[d], Вифлеем[d], Элк[d], Онфлёр[d], Moss Point[d], Пуэрто-Кабесас[d] һәм Ярославль
Майҙан 40,126745 км²[2]
Почта индексы 05401–05403 һәм 05405–05408
Рәсми сайт burlingtonvt.gov
Урынлашыу картаһы
Изображение печати/эмблемы
Категория с картами на Викискладе Maps of Burlington, Vermont
Урындағы телефон коды 802
Номер тамғаһы коды 802
Зимнее изображение
Commons-logo.svg Берлингтон Викимилектә

Берлингтон (ингл.  Burlington) — Америка Ҡушма Штаттарындағы Вермонт штатының иң ҙур ҡалаһы, Читтенден округының үҙәге. Ҡалаға 1785 йылда нигеҙ һалынған. Берлингтон Шамплейн күле һәм Йәшел тауҙар араһындағы тау битләүҙәрендә, Канада сигенән (Вермонт-Квебек янында) көньяҡҡа табан 72 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала Монреалдән 151 километр көньяҡта тора. Берлингтондан көнсығышҡа табан Йәшел тауҙар һуҙылған. Ҡала халҡы 42 282 кеше тәшкил итә (2013 йыл).

Берлингтон Берлинг ғаиләһе исемен алған, уларҙың ғаиләһе тирә-яҡтағы ерҙәрҙе иң беренсе булып үҙләштергән. 1763 йыл ауылға нигеҙ һалыу йылы булып һанала, әммә ҡалаға халыҡтың күпләп күсеп килеп ултырыуы Берлингтонда ағас бысыу предприятиеһы һәм судоверфь барлыҡҡа килгәс кенә башланып киткән. Британлыларҙы һөжүм итеүселәрҙән гарнизон һаҡлаған. 1812—1814 йылда Инглиз-америка һуғышы тоҡанып киткәс, Берлингтондан британия флотына ут атҡандар.

Берлингтон — Вермонт штатының ҙур мәҙәни үҙәге. Бында 1791 йылда Вермонт университеты нигеҙләнгән, 1878 йылда — Шамплейн колледжы барлыҡҡа килгән. Университеттың иҫке бинаһына(«Mill Old») нигеҙҙе генерал Лафайет һалған. Ҡаланан көньяҡҡа табан 11 км алыҫлыҡта 18 гектар майҙанлы территорияла Шелберн музейы тора. Төньяҡ Американың баш күтәреүселәренең бер юлбашсыһы Итен Аллендың өйө һәм ҡәбере үҙенә туристарҙы йәлеп итә.

2006—2012 йылдарҙа Берлингтон ҡалаһының мэры Боб Кисс була, ул һул йүнәлешле прогрессив Вермонт партияһынан ҡуйылған. 2012 йылдың 6 мартында АҠШ Демократик партияһы вәкиле — Миро Вейнбергер ҡаланың мэры була.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берлингтон Шамплейн күленең көнсығыш ярында урынлашҡан.

Климат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берлингтонда дымлы континенталь климат (Dfb Кеппен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса)бында ҡыш һыуыҡ, ә йәй йылы һәм дымлы. Уртаса айлыҡ температура ғинуарҙа −7,4 C°, июлдә — 21,4° С. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөмдәр һаны 937 мм тәшкил итә, ә йәйге айҙар иң дымлы ваҡыт булып тора. Шамплейн күле йоғонтоһо арҡаһында ҡар шквалдары булырға мөмкин,ҡайһы саҡ 12 сәғәт эсендә 33 см-ға тиклем ҡар яуған саҡтар була[3]. Йылына уртаса ҡарлы яуым-төшөм 206 см тәшкил итә, тик был һиҙелерлек әһәмиәттең йылдан-йыл үҙгәреп тороуы мөмкин.

  • Йыллыҡ уртаса температура — +7,7 C°
  • Йыллыҡ уртаса ел тиҙлеге — 3,6 м/с
  • Йыллыҡ уртаса һауа дымлылығы — 70 %
Берлингтон климаты
Күрһәткестәре Дек. Ғин. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сент. Окт. Нояб. Февр. Йыл
Абсолют максимум, °C 18,9 16,7 28,9 32,8 33,9 37,8 37,8 38,3 36,7 29,4 23,9 19,4 38,3
Һауа температураһы, °C -2,7 -0,8 4,4 12,6 19,6 24,6 27,2 26,1 21,3 14,0 7,5 0,7 12,9
Уртаса температура, °C -7,4 -5,8 -0,6 7,1 13,5 18,8 21,4 20,4 15,8 8,9 3,4 -3,4 7,7
Уртаса минимум, °C -12,1 -10,8 -5,6 1,6 7,4 12,9 15,7 14,7 10,4 3,9 -0,6 -7,5 2,5
Абсолют минимум, °C -34,4 -34,4 -31,1 -16,7 -4,4 0,0 3,9 1,7 -3,9 -9,4 -19,4 -33,9 -34,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 52 45 56 72 88 94 106 99 93 91 80 61 937
Сығанаҡ: һауа торошо һәм климат

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туғанлашҡан ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1947 йылдың 15 октябренән Америка азатлыҡ поезы Берлингта туҡтай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]