Бернат Мункачи
Бернат Мункачи | |
Munkácsi Bernát | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат көнө |
21 сентябрь 1937 (77 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Венгрия Фәндәр академияһы |
Альма-матер | |
Бе́рнат Му́нкачи (мадьярса Munkácsi Bernát, 12 март 1860 йыл — 21 сентябрь 1937 йыл) — мадьяр телсеһе, этнограф, әҙәбиәт белгесе һәм фольклорсы. 1910 йылдан Венгрия Фәндәр академияһы академигы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860 йылдың 12 мартында Австро-Венгрияның Трансильвания провинцияһындағы Надьварад ҡалаһында (хәҙерге Румынияның Орадя ҡалаһы) тыуған.
1882 йылда Будапешт университетын тамамлай һәм артабанғы үҙенең тормошон тулыһынса Волга буйы һәм Көнбайыш Себерҙең фин-уғыр һәм төрки халыҡтарын (удмурттар, хантылар, мансилар, сыуаштар, башҡорттар һ.б.) һәм уларҙың мадьярҙар менән тел һәм мәҙәни бәйләнештәрен өйрәнеүгә бағышлай.
1885 йылда төбәк халҡын өйрәнеү маҡсатында Өфө губернаһына килә һәм уның 6 өйәҙендә була.
Мункачи «Ethnographia» журналының баш мөхәррире була, «Keleti Szemle» журналын нигеҙләй. 1904 йылда Урта һәм Көнсығыш Азия халыҡ-ара йәмғиәтенең Венгрия комитетын ойоштора.
1915-1916 йылдарҙа Мункачи Эстергом лагерендә була, бында Беренсе донъя һуғышы осоронда Рәсәй империяһының әсиргә эләккән 25 удмурт һалдатынан тексттар яҙып ала.
Бернат Мункачиның төп фәнни хеҙмәттәре сағыштырма тел ғилеменә, төркиәткә, иранистикаға һәм этнографияға бағышланған. Уның практик (тел текстарының ғәйәт ҙур тупланмаһы) һәм теоретик (Волга буйы һәм Көнбайыш Себер халыҡтарының тарихы, сағыштырма тел һәм диалектология ғилеме буйынса һығымталары) тикшеренеүҙәре хәҙерге ваҡытта ла актуаль һәм мөһим булып ҡала.
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Votják nyelvmutatványok. Ugor füzetek 5., Budapest, 1884.
- Votják népköltészeti hagyományok., Budapest, 1887.
- A votják nyelv szótára., Budapest, 1890—1896.
- Vogul népköltési gyűjtemény. köt I—IV., Budapest, 1892, 1892, 1893, 1896. (A jegyzeteket tartalmazó 2. kötetek megjelenési évei: 1902, 1910, 1952, 1963 – az utóbbi kettőt Kálmán Béla rendezte sajtó alá; a II. részhez egy 3. kötet is megjelent 1921-ben.)
- A vogul nyelvjárások szóragozásukban ismertetve., Budapest, 1894.
- Déli osztják szójegyzék. (Pápai Károly gyűjtése alapján). Ugor füzetek 12., Budapest, 1896.
- Árja és kaukázusi elemek a finn-magyar nyelvekben I., Budapest, 1901.
- Volksbräuche und Volksdichtung der Wotjaken., MSFOu 102. Herausgeben von D. R. Fuchs, Helsinki, 1952.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Munkácsi N. Egy nagy Magyar Nyelvész. I.M.I.T Kiadása, Budapest, 1943.
- Kálmán B., Munkácsi Bernát emlékezete, «Magyar Tud. Akad., Nyelves Irodalomtudományi Osztályának Közleményei», 1960, 16 köt., № 1—4.
- Kálmán B. Munkácsi Bernát. A Magyar múlt tudósai. Akadémiai Kiadó, Budapest, 1981.
- Венгерские учёные и пермская филология., Устинов, 1987.
- Уваров А. Н. Подарок Мункачи., Ижевск, 1983.
Бернат Мункачи Викимилектә |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 12 мартта тыуғандар
- 1860 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Румынияла тыуғандар
- 21 сентябрҙә вафат булғандар
- 1937 йылда вафат булғандар
- Будапештта вафат булғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Венгрия этнографтары
- Финно-угроведы
- Унгаристы
- Венгрия төркиәтселәре
- Австро-Венгрияла тыуғандар
- Будапешт университетын тамамлаусылар