Эстәлеккә күсергә

Беспалова Елена Андреевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беспалова Елена Андреевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 апрель 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Ельня районы[d], Смоленск өлкәһе
Вафат булған көнө 13 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Беспалова Елена Андреевна (1923 — ?) — элемтә операторы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).

Беспалова Елена Андреевна 1923 йылдың 23 апрелендә Решково ауылында (хәҙер — Смоленск өлкәһе Ельня районы) тыуған. Мәктәптә ете класс тамамлай. 1941 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша[1].

Һуғыш тамамланғандан һуң демобилизациялана. 1947 йылда Мәскәү ҡалаһы почтамына эшкә инә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда бәйләнеш операторы сифатында эшләй[1]. КПСС сафына инә. Һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966-1970) заданиеһын үтәгәндә өлгәшкән уңыштары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. СССР Юғары Советы Президиумының 1977 йылдың 13 майындағы указы менән «1976 йылға ҡабул ителгән эш планын һәм социалистик йөкләмәләрен үтәгәндә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн» Беспалова Елена Андреевна Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була, Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла[1].

1983 йылда хаҡлы ялға сыға, союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер статусын ала. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Мәскәү ҡалаһында йәшәй[1]. Элемтә мастеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Социалистик Хеҙмәт Геройы 1977

- Ленин ордены 1977

- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы 1977

- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

- миҙалдар менән бүләкләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Беспалова Елена Андреевна. «Герои страны» сайты.
  • Беляев И. Н. Честь и слава — по труду: Биобибл. справочник. — Смоленск, 1991.