Нураева Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы
Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы Нураева | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Хәйбулла ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡортостан, Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы | |
Подданлығы | |
Наградалары һәм премиялары |
|
Нураева Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы (10 февраль 1909 йыл — 11 август 1991 йыл) — журналист. СССР Журналистар союзы һәм КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1964).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы Нураева 1909 йылдың 10 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Хәйбулла ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы) тыуған.
1929 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын, ә 1932 йылда Ырымбур дәүләт педагогия институтын тамамлай.
1932—1938 йылдарҙа «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1938—1941 йылдарҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы яуаплы мөхәрриренең урынбаҫары вазифаһын үтәй. 1941—1942 йылдарҙа ВЛКСМ Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы була.
1942—1945 йылдарҙа — «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә хаттар бүлеге мөдире. 1940-сы йылдарҙа Башҡорт АССР-ы матбуғат хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе була.
1945—1946 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы булып эшләй, 1946—1947 йылдарҙа Ҡытайҙың Далянь (Порт-Артур) ҡалаһында йәшәй.
1947—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радиомәғлүмәт комитетының узел тапшырыуы һәм редакцияһының начальнигы була.
1953 йылда КПСС Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге 2 йыллыҡ партия мәктәбен тамамлай.
1953—1964 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә.
1991 йылдың 11 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1964)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкирский комсомол : энциклопедия // Гл. ред. У. Г. Саитов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2016. — 608 с.: ил. ISBN 978-5-88185-291-7
- 10 февралдә тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 11 августа вафат булғандар
- 1991 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Хәйбулла районында тыуғандар
- Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлаусылар
- «Ҡыҙыл таң» гәзите журналистары
- «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- КПСС ағзалары