Бикбау (Ырымбур өлкәһе)
Уҡыу көйләүҙәре
Бикбау (Аҡҡужа, рус. Бикбау (Аккуза)) — хәҙерге Ырымбур өлкәһе Гай районы биләмәһендә урынлашҡан юҡҡа сыҡҡан ауыл.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҫәргән ырыуы башҡорттарының Гөбөрлө йылғаһы буйында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Гай районы) Бикбау (Аҡҡужа) исемле ауылдары булған. Башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында ауыл каратель отрядтары тарафынан юҡ ителгән. Ә уның халҡының бер өлөшө Кесе Һүрәм буйына (хәҙерге Башҡортостандың Ейәнсура районы) Бикбау ауылына, икенсе өлөшө — Һаҡмар буйында (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Бикбау ауылына нигеҙ һала[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 66-67. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.