Бикбов Фәйзулла Искәндәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәйзулла Бикбов
Исеме:

Фәйзулла (Фәйзи) Искәндәр улы Бикбов

Тыуған көнө:

1908({{padleft:1908|4|0}})

Тыуған урыны:

Әбүләйес ауылы,
Ейәнсура районы

Вафат булған көнө:

1969({{padleft:1969|4|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

Шағир

Наградалары:
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»

Фәйзулла Искәндәр улы Бикбов — башҡорт журналистикаһы уҙаманы, патриот шағир.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәйзулла (Фәйзи) Искәндәр улы Бикбов 1908 йылда Әбүләйес ауылында донъяла килә. Мәктәп тамамлағас, Ырымбурҙағы Карауанһарайҙа, Башҡорт педагогия техникумында белем ала. 1926 йылда биш студентты, шул иҫәптән Фәйзулланы, уҡыуҙы дауам итһендәр өсөн Өфөгә күсерәләр. 1929 йылдан гәзит-журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Ул, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын иҫәпкә алмағанда, хаҡлы ялға киткәнсе «Башҡортостан» гәзитендә эшләй.

Фәйзи Бикбов һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Шағирҙың яу юлы 1941 йылдың 30 июленән алып 1945 йылдың 12 декабренә тиклем дауам итә. Ф. Бикбов ауыр һуғыш шарттарында ла ижад эшен дауам итә. Уның патриотик шиғырҙары рус һәм татар телдәрендә сығыусы фронт гәзиттәрендә баҫылып тора. 1942 йылда уның «Ленинград һағында» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Фронтта ике яра һәм ауыр контузия ала. «Ленинград оборонаһы өсөн»[1], «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән наградланған.

Һуғыштан һуң, шәхес культы фаш ителгәнсе, шағирға тән ғазабынан тыш, йән ғазабы ла кисерергә тура килә. 1955 йылдың 8 сентябрендә Яҙыусылар Союзы идараһы Фәйзи Бикбовты Союз ағзалығынан сығара. Был аяуһыҙ ҡарарҙың асылы шунда. Йәнәһе, ул — элекке улус старшинаһы Юлбарыҫ Бикбовтың ейәне. Беренсе Башҡорт хөкүмәте рәйесе Юныс Юлбарыҫ улы Бикбовтың ике туған ҡустыһы… Шағир 1969 йылда вафат булған.

Һуңғы йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осороноң шиғриәтен барлау уңайы менән Фәйзи Бикбовтың әҫәрҙәренә лә иғтибар арта төштө.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Р. Ә. Бикбаев. Бикбау бей нәҫелдәре («Йәдкәр», 2003. N9 2);
  • Р. Ә. Бикбаев. Бикбау бей нәҫелдәре («Башҡортостан», 2003, 21—23 октябрь);
  • С. Сафуанов. Яугир шағир . «Һуғыш бөттө, һагмш ҡалды». — Өфө, «Китап», 2000.