Бишҡайын мәмерйәһе
Бишҡайын мәмерйәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Урын | Ауырғазы районы һәм Бишҡайын |
Асыу датаһы | 1770 |
Мираҫ статусы | тәбиғәт ҡомартҡыһы |
Оҙонлоҡ |
10 метр, 11 метр |
Киңлек | 8 метр |
Бейеклеге/буйы | 3,5 метр һәм 8 метр |
Бишҡайын мәмерйәһе — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Бишҡайын ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан бер саҡрым алыҫлыҡта ятҡан «Аҡкүл» станцияһы йүнәлешендә[1]. Ағиҙел йылғаһы бассейенына ингән Аҡташ инешенең һул ярында урынлашҡан. Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бишҡайын мәмерйәһе аҫҡы пермь көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән.
Карст мәмерйәлеренә инә.Гипс үҙенсәлекле. Аҡ, һоро-аҡ төҫтә,тығыҙ, ваҡ бөртөклө.
Шәкәр рәүешендә , таҙа эре киҫәкле.
Тоҡҡа оҡшаған сикләнгән ике залдан тора.
Беренсе залдың оҙонлоғо 10 метр,ә киңлеге 8 метр, бейеклеге 3,5 метр. Икенсе залдың оҙонлоғо — 11 метр, киңлеге −7 метр, бейеклеге −8 метр.
Мәмерйә үҙенең эске микроклиматы буйынса һалҡын.Ҡояш ҡыҙҙырған урында урынлашҡан. Тәрәнлеге 5 метр. Йәйге эҫе көндәрҙә лә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Мәмерйә эсендәге температура −4° була.Ҡышын стеналары һәм иҙәне туңа, йыл буйы иремәй. Шуға ла халыҡ уны «серле» мәмерйә, тип йөрөтә.Спелеология менән мауығыусылар өсөн дә ул әһәмиәтле.
Мәмерйә 1770 йылда ғалим-энциклопедист, сәйәхәтсе, академик Лепёхин Иван Иванович тарафынан асыла.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының "Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау " 1965 йылдың 17 авгусындағы Ҡарары № 465 менән Бишҡайын мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡорманай мәмерйәһе
- Өсҡатлы соҡоро