Эстәлеккә күсергә

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Министрҙар Советы битенән йүнәлтелде)
Башҡорт АССР-ы
Министрҙар Советы
(СМ БАССР)
Башҡорт АССР-ы гербы
Дөйөм мәғлүмәт
Ил Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Нигеҙләнгән 26.03.1946
Алдан килеүсе Башревком
Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы
Бөтөрөлгән 1990[1]
Дауамсы Башҡорт ССР-ы — Башҡортостандың Министрҙар Советы
Штаб-квартира Өфө

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы (Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте) — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһының 1946 йылдан 1990 йылға тиклемге хөкүмәт исеме. Автономиялы республика дәүләт власының юғары башҡарма һәм идара итеү органы.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 26 мартындағы «Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советын үҙгәртеү тураһында» указына ярашлы Халыҡ Комиссарҙары Советы Министрҙар Советына, ә халыҡ комиссариаттары — автономиялы республиканың министрлыҡтарына үҙгәрә.

1990 йылда Башҡорт ССР-ы — Башҡортостандың Министрҙар Советы, ә 1992 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы тип үҙгәртелә.

1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты, ә 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тип үҙгәртелә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан төҙөлә. Министрҙар Советы министерстволар, дәүләт комитеттары һәм башҡа ведомство ҡарамағындағы органдарының эшен координациялай, автономиялы республика территорияһында берҙәм тармаҡ-ара идара итеү эшен башҡара.

Министрҙар Советы рәйестән, ике ярҙамсыһы менән уның урынбаҫарынан, секторҙарҙан (эштәр менән идара итеү, ойоштороу-етәкселек итеү, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау, махсус, кадрҙар, дөйөм) һәм төркөмдәрҙән (яғыулыҡ, малсылыҡ, киң ҡулланыу тауарҙары) тора.

1965—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хөкүмәтендә референт (3 кеше) һәм инспектор вазифаһы индерелә, ойоштороу-етәкселек итеү, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм сауҙа, дөйөм бүлектәр барлыҡҡа килтерелә.

1970 йылда министрҙар Советы составына (халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, эске эштәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, урман хужалығы, мелиорация һәм һыу хужалығы, урындағы сәнәғәт, белем биреү, ауыл хужалығы, социаль тәьминәт, яғыулыҡ сәнәғәте, сауҙа, финанс, юстиция) министрҙары, дәүләт комитеттары (халыҡ контроле, телевидение һәм радиотапшырыуҙы тәьмин итеү, хәүефһеҙлек) рәйестәре, дәүләт комиссиялары (планлаштырыу, «Сельхозтехника» берекмәһе) рәйестәре, (кинофикация, архив, нәшриәт эштәре буйынса, полиграфия һәм китап сауҙаһы, төҙөлөш һәм архитектура эштәре буйынса, хеҙмәт ресурстарын ҡулланыу, тәьминәт һәм һатыу итеү) идара етәкселәре, хаҡтар бүлеге етәксеһе инә.

Башҡорт АССР-ы министрҙар Советы рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с.
  • История Башкортостана (1917—1990 гг.): Учебник /Под общ. ред. Р. З. Янгузина /Изд-е Башкирск. ун-та. — Уфа. 1997. — 276 с. ISBN 5-7477-0179-7
  1. 1990 йылда Башҡорт ССР-ы — Башҡортостандың Министрҙар Советы; 1992 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, 1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тип үҙгәртелә
  2. С 1990 года — БССР МС Рәисе