Благовещен монастыры (Түбәнге Новгород)
Благовещен монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1221 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Епархия | Нижегородская епархия[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (Кремль и монастыри)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Указания, как добраться | Мельничный переулок, 8, 8а, 10, 10а, 12, Похвалинский съезд, 5а, Черниговская улица, 7а, 7б |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1229 |
Благовещен монастыры (Түбәнге Новгород) Викимилектә |
Благовещен монастыры — боронғо монастырь Түбәнге Новгородтағы боронғо монастырь, ХIII быуатта һалынған[1]. Түбәнге Новгород районында, Ока йылғаһының уң ярында, Волга йылғаһына ҡушылған ерҙән алыҫ түгел урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк кенәз Владимир Суздальский, кенәз Юрий Всеволодович һәм святитель Симон, Владимир епискобы, тарафынан 1221 йылда Түбәнге Новгородҡа нигеҙ һалған саҡта төҙөлә башлаған. 1229 йылда кенәз Пургас монастырҙы тулыһынса талай һәм яндыра, монахтарын үлтерә. Был хаҡта хәбәр йылъяҙмасыһы былай тип яҙа:
Йөҙ йыл үткәс монастырь тергеҙелә, әммә 1369 йылдың ҡышында ҡар ишелеү арҡаһында күп ҡаралтылары емерелә, унда йәшәүселәр һәләк була.
Яңы урындың тергеҙелеүе митрополит Алексий менән бәйле. Йылъяҙмаларға ярашлы, 1357 йылда ул Алтын Урҙаға барышлай Түбәнге Новгородҡа килә. Риүәйәттәр буйынса, Ока йылғаһынан йыраҡ түгел Благовещен монастыры емереклектәре тирәһендәге һыу сығанағы янында ял итергә туҡтай. Святитель Алексий, монастырь емереклектәрен күреп, ҡайғыра һәм үҙенә ант бирә: Урҙанан иҫән-һау ҡайтһам, бындағы монастырҙы Пресвятая Богородица Благовещениеһы хөрмәтенә терелтәсәкмен. Митрополитты Урҙанан хөрмәтләп ҡайтарып ебәрәләр, сөнки ул татар ханы Джанибек Тайдулланың ҡатынын һуҡырайыуҙан терелтә, шунлыҡтан Русь татарҙарҙың талау һөжүменән ҡотолоп тора. Митрополит Алексийҙың нәҙере 1370 йылда үтәлә.
Шул ваҡыттан бирле Благовещен монастыры митрополиттыҡы булып иҫәпләнә, ә патриархлыҡ барлыҡҡа килгәс (1589 й.) — патриарх йортона ҡарай һәм эре феодаль-хужалыҡ комплексына әйләнә.
Монастырь бағыусылары араһында генерал Алексей Петрович Ермоловтың туранан-тура ҡанбабаһы Осип Иванович Ермолов була. Осип Иванович бик диндар кеше булған. Үҙенең ышаныслы ялсылары менән дини байрамдар көндәрендә Благовещен монастырына ғибәҙәт ҡылырға барып йөрөгән. Монастырға һәр бер килгәнендә Осип Ермолов монахтарға бик күп бүләктәр: аҡса һәм аҙыҡ-түлек- килтергән. 1631 йылда Осип Иванович Ермолов баҡыйлыҡҡа күсә. Үлеме алдынан бер нисә йыл элек ул Благовещен монастырына монахлыҡҡа килә һәм үҙенең Теплый Стан биләмәһенең күп өлөшөн монастырға бүләк итә.
1649 йылда Благовещен соборында фреска биҙәүле дүрт ҡатлы иконостас төҙөлә. Һуңыраҡ — Успенский сиркәүе һәм Алексиевский сиркәүҙәре төҙөлә.
XVIII быуат монастырҙа кондактар яҙылған ҡулъяҙмалар табыла. Был кондакарь XII—ХIII быуаттарҙа Благовещен йәки Түбәнге Новгород рус гимны яҙылған кондак китабы тип атала. 1880 йылда монастырь сиркәүе Түбәнге Новгород архитекторы Р. Я Килевейн тарафынан яңыртыла.
1886 йылда монастырҙа бикләнеп йәшәүсе схиепископ Иеремия (Соловьев) ерләнә.
XX быуат.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революциянан һуң монастырь ябыла. 1948-2005 йылдарҙа монастырҙың Алексиевский сиркәүендә Түбәнге Новгород планетарийы урынлашҡан була.
Яңы монастыры башланы. 1993 йылда. Тәүҙә асыу монастыры дини училищеһы, изге синод ҡарары үҙгәртелә була ул. Ике йылдан һуң дини семинария[2] һәм уның тәүге ректоры була атаһы рухи иеромонах Кирилл (Покровский)..
Святитель Алексий сиркәүен тергеҙгәндә 2007 йылда фарфор иконостас ҡуялар. Ундай фарфор иконостастар бер нисә ғибәҙәтханала: Мәскәүҙә , Валаамда, Екатеринбург ҡалаһында — бар. Түбәнге Новгородта бындай фарфор иконостас ҡуйыу беренсе тәжрибә булып тора[3].
2009 йылдың 7 апрелендә, Благовещение байрамында, Благовещен соборының боронғо рус сәнғәтенә ҡараған бер нисә уникаль ҡанбабалар иконалары: Авель, Исаак, Нух, Сиф, Енохтың һәм Авраамдың иконалары — изгеләндерелә.
2010 йылдан алып Прудищи ауылындағы Иоанн Предтеча сиркәүен тергеҙеүҙә монастырь мәхәлләһе кешеләре ярҙам күрһәтә.
2011 йылдың 7 майынды Түбәнге Новгород һәм Арзамас архиепискобы Георгий преподобный Сергий Радонежский ғибәҙәтханаһын изгеләндерә[4].
2013 йылдың 23 авгусында монастырь территорияһында тантаналы рәүештә император Александр Өсөнсөгә бронза һәйкәл-бюст ҡуйыла (скульпторы А. А. Апполонов).
Изге әйберҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Революцияға тиклем монастырҙа бик ҙурлап хөрмәт ителгән Корсунь Божья Матерь иконаһының күсермәһе торған. Унда грек һәм славян телендә[5]: «был икона 6501 йәй (903) Симеон иеромонах тарафынан төшөрөлгән»- тип яҙылған. Өс янғында янмай имен көйө ҡалған икона күсермәһе монастырҙы талаған саҡта юғала. Благовещен соборы иконостастасында әлеге ваҡытта торған икона бары тик хәҙер яҙылғаны ғына.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 7 апреля отмечается престольный праздник в древнейшей обители Нижнего Новгорода — Благовещенском мужском монастыре(недоступная ссылка), nne.ru, 7 апреля 2009 года
- ↑ Фалина, Татьяна Нижегородская духовная семинария празднует сегодня 16-летие со дня открытия (видео) . Нижегородская епархия (17 декабрь 2009). Дата обращения: 9 ғинуар 2010. Архивировано 27 февраль 2012 года. 2013 йыл 23 май архивланған.
- ↑ «Фарфоровый иконостас появится в Благовещенском монастыре»(недоступная ссылка) «Деловой Петербург» ISSN 1606-1829 (Online) со ссылкой на Нижегородскую епархию 15 августа 2007 года
- ↑ Алексеев, Владимир Архиепископ Георгий совершил Великое освящение храма в честь преподобного Сергия Радонежского Благовещенского мужского монастыря (фото) . Нижегородская епархия (7 май 2011). Дата обращения: 10 май 2011. Архивировано 27 февраль 2012 года. 2011 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ 22 октября Русская Православная Церковь особо чтит Корсунскую икону Божией Матери(недоступная ссылка), Нижегородская епархия, 22 октября 2009 года
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт монастыря: blagomm.ru
- Letoposi.ru(недоступная ссылка)