Эстәлеккә күсергә

Богданов Радик Ғарифулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богданов Радик Ғарифулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 июль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 22 сентябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (70 йәш)
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Богданов Радик Ғарифулла улы (22 июль 1939 йыл22 сентябрь 2009 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1965—1967 йылдарҙа Балтас, 1967—1978 йылдарҙа Дәүләкән район үҙәк дауаханаларының баш табибы. 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1976). СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы.

Радик Ғарифулла улы Богданов Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Спирт заводы ҡасабаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

  • 1946 йылдан 1956 йылға тиклем Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбендә уҡый.
  • 1956 йылдан 1958 йылға тиклем Ҡырмыҫҡалы спирт заводы бухгалтерияһында бухгалтер булып эшләй.
  • 1958 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт медицина университеты) уҡырға инә.
  • 1964 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы дауаханаһының табип-терапевы, баш врач урынбаҫары, Ҡырмыҫҡалы туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы.
  • 1965—1967 йылдарҙа Балтас районы дауаханаһының баш табибы.
  • 1967—1978 йылдарҙа Дәүләкән районы дауаханаһын етәкләй. Был осорҙа кардиология бүлеге бинаһы (1971), инфекция бүлеге корпусы (1974), 240 урынлыҡ дауахана бинаһы һәм поликлиника (1975) төҙөлә[1].
  • 1980 йылдың авгусында Өфөлә яңы төҙөлөүсе күп профилле 21-се дауаханаһына баш табип итеп күсерелә һәм 1983 йылда был дауахана комплексын төҙөп бөтә, дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн 76 фатирлы торлаҡ йорт, 300 урынлы ятаҡ төҙөтә.
  • 1989—1991 йылдарҙа СССР Юғары Советы депутаты.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә микрохирургия, яңаҡ-йөҙ хирургияһы, проктология йүнәлештәрен үҫтереүсе.
  • Яңы дауалау ысулдарын, бригада ысулын индереүсе, көндөҙгө стационар эшен ойоштороусы.
  • 40 ғилми эш һәм биш рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған врачы (1976) 
  • РСФСР-ҙың «Ҡыҙыл тәре» йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙы
  • Ҡатыны - Лена Әхнәф ҡыҙы, акушер-гинеколог.
  • Улы - Богданов Ринат, медицина фәндәре докторы, анестезология-рениматология профессоры
  • Ҡыҙы -Гүзәл Исхаҡова, инглиз теле уҡытыусыһы.
  1. Страницы истории родного края. Давлекановский район: Краеведческий сборник/Сост. М. М. Гатуллина-Давлеканово,2005.-170 с.