Болгарияла дәүләт түңкәрелеше (1886)
Болгарияла дәүләт түңкәрелеше | |
Дәүләт | Болгария |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 9 (21) август 1886 һәм 9 август 1886 |
Болгарияла 1886 йылдағы дәүләт түңкәрелеше, ул шулай уҡ 9 августағы дәүләт түңкәрелеше (болг. Деветоавгустовски преврат) булараҡ билдәле — 1886 йылдың 9 (21) авгусында кенәз Александр Баттенбергты болгар тәхетенән ҡолатырға тырышыу. Был тырышлыҡтың уңышһыҙ һәм контртүңкәрелеш менән тамамланыуына ҡарамаҫтан, ахыр сиктә Александр Баттенберг тәхетенән баш тарта һәм илдә ауыр сәйәси көрсөк барлыҡҡа килә[1].
Башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урыҫ-төрөк һуғышынан (1877-78) һуң Болгария Төркиә хакимлығынан азат ителә. Илгә хакимлыҡ итеүҙе урыҫ батшаһы Александр Икенсенең туғаны кенәз Александр Баттенберг үҙ өҫтөнә ала. 1881 йылда Александр II үлтерелгәндән һуң уның урынына консерватив фекерҙәре менән танылып өлгөргән Александр III килә.
1885 йылда Көнсығыш Румелияны (болгар тарихнамәһендә Болгарияны көнсығыш Румелия менән берләштереү) аннексияланғандан һуң (Рәсәй империяһы был берләшеүҙе хупламай) урыҫ-болгар мөнәсәбәттәре ҡырҡыулаша. Урыҫ батшаһының кенәздең сәйәсәтенә риза булмауы болгар кенәзлегенә ҡарата урыҫ сәйәсәтенең мөнәсәбәтендә лә сағыла[2]. Шуға ла Болгария бойондороҡһоҙлоғон Сан-Стефан килешеүендә билдәләнгән сиктәрҙә һаҡлап ҡалыу өсөн Рәсәйҙең ҡурсалауы кәрәк тип иҫәпләгән урыҫтар яҡлы сәйәси төркөмдәр (Цанковтың Прогрессив-либераль партияһы һәм Көнсығыш Румелияның Халыҡ партияһы) Баттенбергҡа ярһып һөжүм итә башлай[3]. Сербияның яңы һөжүмгә әҙерленеүе тураһындағы хәбәр ҙә шулай уҡ тиҙ арала Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙе талап итә, сөнки 1885 йылдағы һуғыштан һуң көсһөҙләнгән болгар армияһы бындай һөжүмгә ҡаршы тора алмаясағы көн кеүек асыҡ була, шулай уҡ армиялағы кадрҙар сәйәсәте лә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра[4].
Түңкәрелештең барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙерлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Түңкәрелеште ойоштороусылар: Хәрби училище начальнигы Пётр Груев, генералдар Анастас Бендерев, Радко Димитриев һәм Георгий Вазов. Заговорҙа Болгариялағы урыҫ хәрби атташеһы полковник Сахаров та ҡатнаша[5].
Июль аҙағында — август башында сербтарҙың буласаҡ һөжүменә ҡаршы тороу өсөн әҙерлек һылтауы аҫтында Бендерев София янында ғәскәр урынлаштыра башлай, шул уҡ ваҡытта кенәзгә тоғро булған подразделениелар: 1-се пехота полкының ике дружинаһы Сливница эргәһендә оборона ҡоролмаларын төҙөй башлай, 1-се кавалерия полкы Самоковҡа учениеларға китә, 2-се (Струмский) пехота полкы Перникҡа күсерелә, Софияла заговор тураһында белгән 1-се артиллерия полкы ҡала[6]. Груев министр-рәйес Петко Каравелов һәм хәрби министр Константин Никифоров менән һөйләшеүҙәр алып бара, улар кенәзде тәхетенән баш тартырға күндерергә ризалаша, әммә заговорҙа ҡатнашыуҙвн баш тарта[4].
Баттенбергты ҡолатыу һәм һәм ваҡытлы хөкүмәтте формалаштырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1886 йылдың 8 авгусынан 9 авгусына ҡарай төндә Струмский полкы частары һәм Хәрби училище юнкерҙары Софияға инә, ҡалала ҡалған ғәскәрҙе нейтралләштерә һәм кенәз һарайын ҡамауға ала. Александр Баттенберг ҡулға алына һәм уны тәхеттән баш тартыуы тураһында указға ҡул ҡуйырға мәжбүр итәләр[7]. Шул уҡ иртәлә уны Оряховоға алып китәләр һәм Дунай буйлап Рәсәйгә оҙаталар[8].
Заговорсыларҙың аныҡ ҡына артабанғы эш планы булмай. Улар барлыҡ сәйәси партиялар ҡатнашлығында хөкүмәт ойоштороп булырына ышана, тик Каравелов һәм башҡа сәйәсмәндәрҙең ҡаршылығына тап була. Кискә табан, Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығы менән кәңәшләшкәндән һуң, ваҡытлы хөкүмәт составы иғлан ителә, уны митрополит Климент Тырновский етәкләй[9]. 10 августа хәрби подразделениеларҙың күбеһе яңы хөкүмәткә тоғро булырға ант итә. Күп кенә болгар офицерҙары һәм сәйәсмәндәре, шул иҫәптән ул мәлдә Тырновола булған халыҡ йыйылышы рәйесе Стефан Стамболов та түңкәрелеште хупламай. Никифоров ваҡытлы хөкүмәттә ҡатнашыуҙан баш тарта, плевенский полкы ант итергә теләмәй, ә Севлиевола яңы власҡа ҡаршы демонстрация үтә. Варненский полкында хәрбиҙәр түңкәрелеште хуплаған командирға буйһоноуҙан баш тарта[10].
Контртүңкәрелеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пловдивола 10 августа контртүңкәрелеш ойоштороу башлана, уны Сава Муткуров етәкләй. Уға Димитрий Тончев, башҡа либераль сәйәсмәндәр һәм британия консуллығы ҡушыла[11]. Пловдивҡа Пазарджик, Хасково һәм Иҫке-Загоранан яңы хөкүмәтте танырға теләмәгән хәрби частар килә башлай. 11 августа Стамболов прокламация сығара һәм Муткуровты болгар армияһының баш командующийы итеп тәғәйенләй. Муткуров, ваҡытлы хөкүмәткә үлем язаһы менән янап, 24 сәғәт эсендә вәкәләттәренән баш тартыуҙы талап иткән ультиматум ҡуя[12]. 11 августан 12 авгусҡа ҡарай төндә Сливницала 1-се пехота полкы баш күтәрә. 12 авгусҡа ваҡытлы хөкүмәт яҡлылар Софияла һәм Шуменда ҡамап алына. Урыҫ генераль консуллығы етәкселегендә башында Каравелов торған яңы хөкүмәт ойошторола. Груев һәм башҡа баш заговорсылар ҡаса[13].
Баттенбергтың ҡайтыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каравелов хөкүмәте ярҙамлашыуға Рәсәйҙең ризалығын ала, әммә Тырново һәм Пловдивта контртүңкәрелеш ойоштороусылар уларға ярҙам итергә теләмәй[14]. Оккупация һәм граждандар һуғышы башланыуҙан ҡурҡып, Каравелов Бөйөк халыҡ йыйылышын саҡырғанға тиклем кенәз тәхетен тергеҙеү тураһындағы ҡарарҙы ҡабул итеүҙе кисектерергә теләй, ләкин Стамболов Баттенбергты Болгарияға мөмкин тиклем тиҙерәк ҡайтырға саҡыра[15]. 16 августа Стамболов Петко Славейковты, Георгий Странскийты һәм үҙен наместниктар тип иғлан итә. 17 августа Каравелов кабинеты вәкәләттәрен һала, Пловдив яугирҙары бер ниндәй юғалтыуҙарһыҙ баш ҡаланы үҙ ҡулдарына ала[16].
Александр Баттенберг 17 августа Софияға ҡайта, әммә 9 көндән һуң, 1886 йылдың 26 авгусында (7 сентябрь) урыҫ императоры менән мөнәсәбәттәрен юлға һалырға тырышып ҡарай, ләкин уңышҡа өлгәшмәй, шуға ла тәхетенән баш тартыу тураһында актҡа ҡул ҡуйғандан һуң Болгарияны бөтөнләйгә ташлап китә[17]. Власть башында Стамболов торған регент советына күсә.
Эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1887 йылдың 7 июлендә Болгарияла яңы кенәз итеп Саксен-Кобург-Готский династияһы вәкиле, Австрия императорының туғаны һәм Австрия армияһы офицеры Фердинанд I һайлана. Хакимлыҡ итеүенең тәүге йылдарында тышҡы сәйәсәтендә Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтенең һыуыныуы тойолған Стефан Стамболовтың Либераль партияһы эске сәйәси тормошта төп ролде уйнай. Рәсәй яҡлы офицерҙар Румынияға күсеп китә һәм 1887 йылдың февралендә Болгарияла йәнә түңкәрелеш ойошторорға тырышып ҡарай, әммә һөҙөмтәгә өлгәшмәй. Болгария менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тик 1896 йылда ғына тергеҙеү мөмкин була.[18].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Anderson F. M., Hershey M. Sh. The Bulgarian Revolution of 1885 // Handbook for the Diplomatic History of Europe, Asia, and Africa 1870-1914. — Washington: National Board for Historical Service, Government Printing Office, 1918. — P. 119—122.
- ↑ Стателова, с. 36, 59-60, 65, 89
- ↑ Радев, т. 1, 1990, с. 716—722, 732-734
- ↑ 4,0 4,1 Радев, т. 1, 1990, с. 740—742, 753-765
- ↑ Радев, т. 1, 1990, с. 736—742
- ↑ Радев, т. 1, 1990, с. 751—752
- ↑ Радев, т. 1, 1990, с. 768—771
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 157—165
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 18—22
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 27—33
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 49—53
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 34—35, 77-78
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 111—113, 116-118, 124
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 126—129
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 134—135, 141-151, 154
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 156, 191-192
- ↑ Радев, т. 2, 1990, с. 182—187, 195, 214-218, 230-236
- ↑ Стателова, с. 93—97, 100-104, 141
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Радев С. Строителите на съвременна България. — София: Български писател, 1990. — Т. 1. — 840 с.
- Радев С. Строителите на съвременна България. — София: Български писател, 1990. — Т. 2. — 696 с.
- Стателова Е. и др. История на нова България 1878-1944. — София: Издателска къща „Анубис“, 1999. — Т. 3. — ISBN 954-426-206-7.