Бонни Блэйр
Бонни Кэтлин Блэр[9] (ингл. Bonnie Kathleen Blair, 18 март 1964 йыл, Корнуолл[en], Нью-Йорк штаты, АҠШ) — Америка конькисыһы, биш тапҡыр Олимпия чемпионы, өс тапҡыр донъя чемпионы, күп тапҡыр донъя һәм 500 метрҙа күп төрлө спринт ярышы рекордсмены. Дүрт Олимпиадала ҡатнашыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иллинойс штаты Шампейнта үҫкән, Джефферсон исемендәге урта мәктәптә уҡый, уны тамамлағас, Милуокиға күсә һәм конькиҙа йүгереү спорты буйынса АҠШ йыйылма командаһында шөғәлләнә башлай.
1984 йылда Сараевола ул 500 метр арауыҡта 8-се урын яулай. Был Блэйр өсөн тәүге олимпиада була. Күп төрлө спринт ярышы буйынса донъя чемпионатында 1986 йылда — бронза миҙал , 1987 йылда көмөш миҙал яулай.
1988 йылдарҙа Калгариҙа 500 метрҙа Олимпия чемпионы, 1000 метрҙа — бронза призеры була һәм 1500 метрҙа — дүртенсе була.
Дүрт йыл үткәс, Альбервилдә үткән Олимпиадала 500 һәм 1000 метрҙа тағы ике алтын миҙал яулай.
Ике йылдан һуң Лиллехаммерҙағы Олимпиадала үҙенең уңышын ҡабатлап, биш тапҡыр Олимпия чемпионы була.
1989, 1994, 1995 йылдарҙа күп төрлө спринт ярышы буйынса Донъя чемпионатында өс тапҡыр еңеү яулай. Һуңғы чемпионат Блэйр карьераһы өсөн аҙаҡҡыһы була.
Конькиҙа йүгереүҙән тыш шорт-тректы сығыш яһай һәм 1986 йылда донъя чемпионы була.
Sports Illustrated (Юхан-Улаф Косс менән берлектә) 1994 йылда версияһы буйынса «Йыл спортсыһы» титулын яулаусы[10].
Донъя рекордтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бонни Блэйр туғыҙ тапҡыр донъя рекорды ҡуя, биш тапҡыр спринтерский многоборье (500, 1000, 500, 1000) һәм дүрт тапҡыр 500 метр.
№ | Дисциплиналары | Ваҡыты | Дата | Урын |
---|---|---|---|---|
1 | 500 м | 39,43 | 19 мартта 1987 | Херенвен |
2 | 500 м | 39,10 | 22 февралдә 1988 | Калгари |
3 | Спринтерский многоборье | 159,435 | 26 февраль 1989 | Херенвен |
4 | Спринтерский многоборье | 159,390 | 19 ғинуар 1992 | Давос |
5 | Спринтерский многоборье | 157,405 | 30 ғинуарҙа 1994 | Калгари |
6 | Спринтерский многоборье | 156,505 | 26 март 1994 | Калгари |
7 | 500 м | 38,99 | 26 март 1994 | Калгари |
8 | Спринтерский многоборье | 156,435 | 11 февраль 1995 | Калгари |
9 | 500 м | 38,69 | 12 февраль 1995 | Калгари |
Миҙалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Bonnie Blair // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ выгрузка данных Freebase — Google.
- ↑ http://www.people.com/people/archive/article/0,,20141720,00.html
- ↑ http://www.sports-reference.com/olympics/athletes/bl/bonnie-blair-1.html
- ↑ Olympedia (ингл.) — 2006.
- ↑ https://www.speedskatingnews.info/skater/bonnie-blair
- ↑ SpeedSkatingStats (ингл.)
- ↑ Блэйр // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 615. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
- ↑ Out Of The Shadows . Sports Illustrated (Декабрь 19, 1994). Дата обращения: 23 октябрь 2013. 2013 йылдың 25 июнь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бонни Блэйр — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(инг.)