Бохара операцияһы (1920)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бохара операцияһы
Рәсем
Урынлашыу Бохара ҡалаһы
Ваҡиға ваҡыты 2 сентябрь 1920
Башланыу датаһы 28 август 1920
Тамамланыу датаһы 2 сентябрь 1920

1920 йылғы Бохара операцияһы — Граждандар һуғышы осоронда, 1920 йылдың 29 авгусынан 2 сентябргә тиклем М. В. Фрунзе етәкселегендә һәм Бохара әмирен ҡолатыу маҡсатында үткәрелгән Төркөстан фронты Ҡыҙыл Армия частарының хәрби ғәмәлдәре. Операцияла барыһы 9 мең тирәһе кеше, шул иҫәптән йәш бухаринсылар һәм Бохара коммунистары, ҡатнаша. Әмир армияһы (16 мең кеше) төп көстәре менән Иҫке Бохара районын һәм айырым отрядтар ярҙамында Хатырсы һәм Кермәнде биләй. Шулай уҡ Бохара бәктәре отрядтары ла (27 меңдән ашыу кеше) ҡатнаша. 23 августа йәш бухаринсылар һәм Бохара коммунистары Чарджой бәклегендә баш күтәрәләр һәм, ярҙам һорап, Төркөстан совет власына мөрәжәғәт итәләр. Бохара операцияһы 29 августа Иҫке Чарджойҙы яулауҙан башлана. Чарджойҙа булдырылған ревком Бохара халҡын әмирлеккә ҡаршы көрәшкә саҡыра. 2 сентябрҙә Иҫке Бохара яулана, 1920 йылдың 8 сентябрендә Бохара Халыҡ Совет Республикаһы иғлан ителә. Бохара операцияһы Ҡыҙыл Армияның күп кенә операцияларына баш һала. Әлеге операциялар Бохара операцияһының уңышын нығытыу йәки урындағы ҡаршылашыу нөктәләрен баҫтырыу маҡсатында үткәрелә. Ҡатмарлы тәбиғәт шарттары һәм милли үҙенсәлек был операцияларҙың оҙайлылығына булышлыҡ итә.

Алдағы сәйәси хәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың яҙында Урта Азияла совет власы өсөн көрәш барышында һынылыш һиҙелә. Төркөстан республикаһы менән Рәсәйҙең төп территорияһы араһында бәйләнеш булдырыла. Төркөстан фронтының 4-се армияһы Каспий аръяғы өлкәһендә ҡаршылашыу нөктәләрен юҡҡа сығара. Фәрғәнә өлкәһендә большевиктар яғына баҫмасыларҙың иң көслө лидеры — Мәдәмин-бәк — күсә . Крайҙы буйһондороуға большевиктарҙың Төркөстанда сәйәсәте үҙгәреүе лә, шулай уҡ милли кадрҙарҙы идаралыҡҡа әүҙем йәлеп итеү булышлыҡ итә. 1920 йылдың йәйендә Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре Хиуа ханлығын бөтөрөп, уның урынына Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһын булдыралар. Әммә тыныслыҡ әле урынлашмай. Фәрғәнә үҙәнендә баҫмасылар ҡаршылашыуыг дауам итәләр, Ете Һыу ерҙәрендә шулай уҡ крәҫтиән һәм казак болалары тынмай. Бындағы ваҡиғалар арҡаһында 3-сө төркөстан дивизияһының көстәре тотҡарлана, хәрәзм Республикаһына даими рәүештә төркмәндәр башлығы Жунайыд хан яғынан ҡурҡыныс янай. Өҫтәүенә, Ҡыҙыл Армияға бер нисә мең километрлыҡ Совет Төркөстаны сиктәрен һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Баҫмасылыҡ менән көрәштән тыш, РСФСР етәкселеге, Афғанстанда әүҙем сәйәсәт алып барған Бөйөк Британияға ҡаршы булараҡ, үҙ алдына Урта Азияла совет йоғонтоһон көсәйтеү маҡсатын ҡуя, былар барыһы ла әмирҙе ҡолатыуға сәбәп булып тора[1]

Төркөстан большевиктары лидеры Колесовтың йәш бухаринсылар отряды менән берлектә әмирлекте ҡолатырға маташыуы уңышһыҙлыҡ менән тамамланғас, Бохара һәм Ташкент араһында тыныслыҡ хөкөм итә, әммә һәр ике яҡ ҡәтғи бәрелешкә әҙерләнә. Бохара әмире хөкүмәте төрлө яҡлап ғәскәри көстәрен нығытыу менән шәғәлләнә. Әмир яҡлы булған дин әһелдәре мосолмандарҙы ғазауатҡа өндәй. 1920 йылдың февралендә әмир хөкүмәте мобилизация кампанияһын үткәрә. Әмир һарайы тирәһенә батша армияһының элекке офицерҙары һәм Аҡ хәрәкәтенең яугирҙары туплана. Шул уҡ ваҡытта Төркөстан Республикаһы хөкүмәте әмирлеккә ҡаршы көстәрҙе берләштерергә тырыша. 1920 йылға ҡарата Фәйзулла Ходжаев етәкселегендәге йәш бухаринсыларҙың һул ҡанаты нығына. 1920 йылдың авгусында Бохара ханлығының бер нисә ҡалаһында ҡораллы бәрелештәр күҙәтелә, баш күтәреүселәр, ярҙам һорап, Төркөстан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итәләр. Шул уҡ ваҡыттаһәр ике яҡ нейтралитет һаҡларға тырыша. 1920 йылдың мартында Фрунзе әмир менән осрашҡан саҡта, Совет Рәсәйе бохараның территориаль бойондороҡһоғон һаҡлап ҡалыу яҡлы. тип белдерә.

Ҡораллы көстәр, уларҙың дислокацияһы һәм операция планы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бохара армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 20 авгусына әмир Бохараға регуляр һәм иррегуляр көстәрҙе (30 — 35 мең тирәһе) тарттыра. Регуляр армияһыында 8725 штыҡ һәм 23 еңел орудие һәм 12 пулемет янында 7580 ҡылыс булһа, иррегуляр ополчениела 2 пулемет һәм 32 орудие янында яҡынса 27 000 штыҡ һәм ҡылыс иҫәпләнә. Иррегуляр частарҙы өлкә бәктәре әҙерләй. Артиллерия башлыса иҫкергән өлгөләрҙән тора, шулай уҡ һалдаттарҙың һәм командирҙар составының хәрби сифаттары һәм әҙерлеге бик түбән кимәлдә була. Армия ялланма ғәскәр иҫәбенә тулылана, сөнки ауыл общиналарына өҫтән төшөрөлгән план ыңғай һөҙөмтәләр бирмәй.

Хәл иткес хәрби ғәмәлдәр башына әмирҙең төп көстәре ике ерҙә туплана. Регуляр армия — Иҫке Бохараның баш ҡалаһына һәм уның тирәһендә төпләнә, бәктәр отрядтары Китаб- Шәһрисәбз эргәһендә. Таҡтаҡараса артылышы аша Сәмәрҡәнд ҡалаһына дәүләт эсенә иң ҡыҫҡа һәм уңайлы юл үтә.

Ҡыҙыл армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төркөстан фронты командованиеһы операция өсөн 6 000 — 7 000 штык, 2 300 — 2 690 ҡылыс, 35 еңел һәм 5 ауыр орудие,8 бронеавтомобиль, 5 бронепоезд һәм 11 самолет бүлеп бирә. Был иҫәпкә төркөстан территороияһындағы милли формированиелар һәм Бохара территооияһындағы йәш бухаринсылар һәм коммунистар отрядтары инмәгән.

Операция планы һәм Фрунзеның 1920 йылдың 13 авгусындағы бойороғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бохара офицеры. XX быуат башы

Урындағы советтарҙың пассивлығына ҡарамаҫтан, Фрунзе М. В. әмирҙе ҡолатыу операцияһы буйынса әҙерлек башлай. Хәрби операцияның төп маҡсаты — Бохара һәм Ғузар ҡалаларын яулау, шулай уҡ әмирҙең төп көстәре тупланған Иҫке Бохараға йүнәлтәлә.

1920 йылдың 13 авгусында Төркөстан фронты ғәскәрҙәренә бойороғон еткерә, бойороҡта революция мәнфәғәттәрен яҡлау шарттарында Ҡыҙыл Армиянан әүҙем сығышҡа әҙерлек кәрәк була, тип әйтелә. Әҙерлек барышында Яңы Чарджой ҡалаһы тирәһендә 1-се пехота полкы, 1-се атлы дивизион һәм 1-се еңел артиллерия дивизионы составында Чарджой төркөмө туплана. Әлеге отряд, бынан тыш, Ҡулмөхәмәтов етәкселегендәге Бохара ревволюцион ғәскәрҙәре менән көсәйтелә; отряд начальнигы ҡарамағына шулай уҡ Аму-даръя флотилияһы һәм Чарджой, Кәркә һәм Тәрмиз ҡалалары ҡыҙыл гарнизондары тапшырыла.

Отряд алдына Чарджой тирәһен нығытыу һәм Чарджойҙан Иҫке Бохара тимер юлында урынлашҡан Ҡаракүл ҡалаһын яулау бурысы ҡуйыла. Отряд начальнигы үҙенең участкаһындағы тимер юлды күҙҙән яҙлыҡтырмаҫҡа тейеш була. Ошо уҡ ваҡытта флотилия Аму-Даръя йылғаһы буйлап күҙәтеү алып арырға тейеш. Чарджой төркөмө оператив яҡтан Сәмәрҡәнд төркөмөнә буйһона.

Артабан бойороҡта техник частарҙың һәм авиацияның бүленеш һәм тупланыу сроктары билдәләнә. Ҡаған төркөмө өсөн айырым бурыс ҡуйыла: төркөмдө көсәйтергә йүнәлтелгән частар, Бохара территорияһын эшелондарҙа төндә үтеп, Ҡаған ҡалаһында дошман өсөн бөтөнләй көтөлмәгәнсә пәйҙә булырға тейеш.

Шулай итеп, Фрунзе ике маҡсат билдәләй: сәйәси үҙәге менән бергә Бохара әмирлеген һәм уның регуляр армияһын юҡ итергә, шуның өсөн Иҫке Бохараға һөжүм әҙерләй. Икенсе яҡтан, Шәһрисәбз-Китаб районында барлыҡҡа килгән дошман көстәрен иғтибар үҙәгендә тота. Әммә һан яғынан ҡалышыуын иҫәптә тотоп, командование тимер юлы һуҙымындағы төркөмгә өмөт итә. Тимер юлы тулыһынса Ҡыҙыл Армия ҡарамағында булыуы һөжүм көстәрен кәрәкле ваҡытта һәм кәрәкле ерҙә тупларға мөмкинлек бирә. . Бынан тыш, дошмандың иғтибары ике ҡапма-ҡаршылыҡлы йүнәлешкә (Сәмәрҡәнд һәм Чарджой)тарҡатыла.Әмирҙең армияһы хәрби ғәмәлдәр башланға тиклем үк стратегик ҡамауҙа булып сыға һәм реввонсовет командованиеһы әлеге стратегик ҡамауҙы тактик ҡамауға әүрелдереү өсөн барыһын да эшләй.

Операция планлаштырған биләмәләрҙең киңлеге, өҫтәүенә юлһыҙлыҡ, һыуһыҙлыҡ, ауыр климатик шарттары операция оҙайлығына йоғонто яһай, ҡатмарлаштыра. Шулай уҡ частар араһында бәйләнеш мәсьәләләре, уны ойоштороу ҡыйынлыҡтары операцияны сәғәт-минутына тиклем алдан планштырырға форсат бирмәй. Шуға күрә идара итеү өлкәһендә начальниктың үҙаллылығына баҫым яһала, уға тик операцияның дөйөм планы идеяһы бирелә һәм киң инициатива рөхсәт ителә.

Тәбиғәт шарттары һәм халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғәт шарттары һәм хәрби поход ҡыйынлыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бохара әмирлеге төньяҡтан Төркөстандан айырып торған Ғиссар ҡаяһы, көньяҡтан — Афғанстан менән сиге ролен уйнаған Амударъя йылғаһы, көнбайышҡа табан — Памир тау теҙмәләре һәм көнбайышта —Хиуа территорияһына барып сыҡҡан ҡомло сүллек менән сикләнә. Ғуҙарҙан көнбайышҡа табан дала тигеҙлектәре ятһа, Зеравшан үҙәненә көнбайышҡа ҡарай тигеҙлек ҡомло сүллеккә әүерелә. Төньяҡ өлөшөндәге Нур-Ата тауҙары тигеҙлектең характерын артыҡ үҙгәртмәй. Бохара әмирлегендә хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы башлыса һыу менән һуғарылған киңләктәрҙә туплана. Ғәҙәттә, бындай оазистарҙа бик күп халыҡ йәшәй.

Илдә ҡырҡа континенталь климат күҙәтелә. Йәйгеһен эҫелек 55°-ҡа етә. Һаҙлыҡлы урындар, шулай рис плантациялары зарарлы тропик малярияһын тарата, шуға күрә был климатҡа яраҡлашмаған ғәскәрҙәр маляриянан бик йонсой.

Төп һыу артериялары: Зәраушан, Амударъя, Ҡашкадарья. Ошо йылғалар арауығында иң хәл иткес операциялар үткәрелә. Төп ҡыйынлыҡты ғәскәрҙәр һыуһыҙлыҡ арҡаһында кисерәләр. Сүллектә аҙыҡ-түлек табыу мөмкинлеге ҡырҡа кәмей. Шулай уҡ планлаштырылған операциялар барышына тәүлегенә әллә нисә тапҡыр үҙгәреп торған үтә етеҙ ярһыу ағымлы йылғалар (Амударъяның уң ҡушылдыҡтары) йоғонто яһай.

Әмирлек халҡы, уның социаль һәм милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Регистан Арк алдында . Билдәһеҙ оҫта фотоһы, XX быуат башы.

Бохара әмирлегендә яҡынса 4-5 миллион кеше йәшәгән, улар төрлө ҡәбилә-ырыуға ҡараған. Илдең көнбайыш өлөшөндә һәм бөтә уның киңлегендә өҫтөнлөклө милләт үзбәктәр була. Амударъяның һул, урыны менән уң яҡ ярында төркмәндәр йәшәй. Көнсығыш бохарала башлыса тажиктар көн күрә, улар араһында бер айырым оазис булып таулы һуғышсан үзбәк сығышлы лаҡай ҡәбиләһе төпләнгән. Күләбә һәм Бәлжуан районында — ҡырғыҙҙар. Айырыуса Бохарала һәм Амударъя йылғаһы буйында урынлашҡан ҡалаларҙағы эре сауҙа үҙәктәрендә әлеге төп ҡәбиләләрҙән тыш фарсылар, йәһүдтәр, урыҫтар йәшәй.

Бохара әмирлеге башлыса ваҡ крәҫтиәндәр иле була. Күпселек халыҡ — игенселек, далаларҙағы күсмә халыҡ — малсылыҡ. Күп районында халыҡ башлыса ауыл мәҙәни шөғөлө — игенселек; дала — малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡала проелетариаты әле барлыҡҡа килмәгән тиерлек. Ваҡ һәм урта сауҙа буржуазияһы эре үҙәктәрҙә туплана. Ерле халыҡ интеллигенцияһы бик аҙ һанлы була. Киреһенсә, дини әһелдәре ҡатламы күп һанлы һәм уларҙың халыҡҡа йоғонтоһо ҙур була; йәш руханиҙар араһында бухаринсылар күҙәтелә һәм улар ниндәйҙер кимәлдә әмирҙе ҡолатыуҙа ҡатнашырға әҙерлек күрһәтә.

европалылар фекеренсә, халыҡтың мәҙәни кимәле түбән була, бигерәк тә көнсығышта, сөнки ундағы халыҡ ултыраҡ тормошҡа әле күсмәгән һәм һәм бик еңел урындан ысҡыныр булған.

Юл транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнбайыш Бохарала күбеһенсә — тәгәрмәсле, көнсығышта фәҡәт йөк йөрөтә торған юлдар күҙәтелә. Йөк йөрөтә торғандары таулы райондарҙа текә ҡаяларға йәбешкән һәм упҡын өҫтөндә эленеп торалар. Бындай кәрниздәрҙән үтеү өсөн ҙур оҫталыҡ һәм тәжрибә кәрәк.

Илдең тимер юлы селтәре Урта Азия Каспий аръяғы тимер юлы менән сикләнә. Был юл Көнбайыш бохараны Чарджой участкаһында Йыраболаҡ станцияһына тиклем киҫеп үтә һәм ошо төп магистрлдән Ҡаршы ҡалаһына тиклем тармаҡлана. Ҡалған тимер людары 1918 йылғы урыҫтарға ҡаршы хәрәкәт ваҡытында бик ныҡ ҡыйратыла, уларҙы урыҫ батшалығы донъя һуғышынан һуң Ғузар—Шаһрисабз—Кәркә—Тәрмиз йүнәлешендә тамамлаған була.

Тораҡ пункттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бохарала эре тораҡ пункттары бик аҙ була. Сәйәси һәм административ әһәмиәткә Иҫке Бохара (баш ҡала), Ҡаршы, Ғузар, Байсун, Дүшәмбе, Күләбә ҡалалары эйә була. Бөтә ҡалалар ғәҙәти азиат типтағы. Нығытмалары буйынса тибы һәм үҙенсәлеге буйынса бөтә ҡалалар ҙа теге йәки был дәрәжәлә баш ҡаланан әллә ни айырылмайҙар.

Иҫке Бохара ҡалаһы һәм уның нығытмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫке Бохара баш ҡала булараҡ иң ныҡ нығытылған ҡала була. Уның диуарҙары 10 метр бейеклектәге һәм нигеҙендә 5 метр ҡалынлыҡтағы диуарҙарҙан тора. Диуары таш һәм кирбес ҡушылған балсыҡтан яһалһа ла, ваҡыт үтеү менән ул бик ныҡ ҡатҡан һәм ялан артиллерияһы утына емерелмәй. Ҡала урамдары һәм тыҡрытҡтары бик тар һәм буталсыҡ, улар араһында урыны-урыны менән баҙарҙар ойошторолған. Бөтә ошо урамдар һәм тыҡрыҡтар ҡала үҙәгендә бик ҙур булмаған асыҡ урынға сығалар. Был арауыҡта дүртмөйөшлө ныҡ итеп эшләнгән ҡоролма, уның бер нисә бейек манаралары бар. Уны урындағы халыҡ Арк тип йөрөтә. Арк манаралары күҙәтеү пункттары булып ҡулланыла. Ҡаланың тышҡы диуарында бер нисә ҡапҡа бар. Баш ҡала тирәләй бер нисә километр әйләнәһенә баҡсалар менән уратылған, ундағы әмир һарайҙары, парктар, быуалар, бик ҙур зыяраттар, былар бөтәһе бергә һөжүм итеү өсөн ауырлыҡтар тыуҙыра.

Хәрби хәрәкәттәр барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 25 авгусындағы Турфронт командующийының 3667-се бойороғо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алған Боронғо Бохара, 1920

Бохара әмирлегендә ваҡиғалар йылдам үҫешә. 25 августа унда осраҡлы рәүештә тура килгән В. Куйбышев етәкслегендә Бохара коммунистары Чарджой бәгенә ҡаршы ихтилал күтәрәләр һәм Мәскәүгә ярҙам үтенеп, мөрәжәғәт итәләр.[1] Шул уҡ көндө фронт командованиеһы 3667-се һанлы бойороғон иғлан итә, бойороҡта Ҡыҙыл Армия әмирлек эсендәге баш күтәреселәргә әүҙем булышлыҡ итеүен билдәләй. Операция 28 августан 29 авгусҡа ҡараған төндә башланырға тейеш була. Чарджой төркөмөнә Бохара ихтилалсыларына ярҙам итеү һәм артабан, әмирҙе һәм хөкүмәт ағзаларын, башҡа ҡасҡындарҙы Афғанстанға ебәрмәү маҡсатында һыбайлылар менән Амударъя аша сығыу бурысы ҡуйыла. Ошо уҡ маҡсаттарҙа Ҡаракүл станцияһын һәм Яҡҡы Тут тимер юлы станцияһын баҫып алырға кәрәк була. Иҫке Чарджойҙағы тәүге революцион ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булғас та, Ҡаған төркөмө начальнигы Белов үҙенең частарын баш ҡалаға һәм әмирҙең ҡалалан ситтәге Ситора Маһи Хаса һарайына табан йүнәлтергә тейеш һәм шунда емергес һөжүм менән Иҫке Бохара хөкүмәтенең бөтә хәрби көстәрен ҡыйратырға һәм дошманға яңы ҡаршылшыу ойоштороу мөмкилеген бирмәҫкә тейеш. Әмирҙең үҙен һәм уның хөкүмәтен тотоп алыу махсус бурыс итеп билдәләнә.

Иҫке Бохараны штумлау, 1920 йылдың 29 августы — 2 сентябре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бохаралағы янғындар. Аэропландан төшөрөлгән фото. 1 сентябрь 1920 йыл

Артабанғы ваҡиғалар әлеге бойороҡҡа ярашлы үтәлә башлайҙар. 28 авгусҡа ҡараған төндә Ҡаған отряды көстәренең тупланыуы тамамлана. Шундуҡ бохара революционерҙары Ике Чарджойҙы яулап алалар, ә Никтиндың Чарджой отряды частары Амударъя, Нараҙым һәм Бурҙалыҡ аша сығыу урындарына юлланалар. һәм уларҙы 31 августа баҫып алалар. Ошо уҡ ваҡытта 16-сы кавалерия полкының 5-се уҡсылар полкы составындағы махсус отряд Яңы Чарджойҙан Ҡаракүлгә табан юлға сыға.

Ҡаған төркөмө 29 августа таңда 6 һәм ҙ сәғәт араһында һөжүмгә күсә. Ул ике колонна булып һөжүм итә. Уның уң (көнсығыш) составына 10-сы һәм 12-се татар полктары, 1-се кавалерия полкы, 53-сө автобронь отряды, 28-се бронепоезд инә. Әлеге колонна Ҡаған ҡалаһынан шоссе һәм тимер юлы тармағы буйлап Ҡаршы ҡапҡаларына һөжүм итә.

Һул колонна (көнбайыш) төркөмө 1-се Көнсығыш мосолман уҡсылар полкы, махсус тәғәйенешле уҡсылар һәм кавалерия полктары составында Ҡаған станцияһынан 14 км көнбайышыраҡ туҡтап, Ҡаракүлдең көньяҡ-көнбайыш ҡала ҡапҡаларына һөжүм итә. Шулай итеп, һөжүм бер үк ваҡытта ҡапма-ҡаршы булған ике пунктта ойошторола. Артиллерия төркөмө уң колоннаның һөжүменә улышлыҡ итергә тейеш була.

Әммә беренсе көндә уҡ артиллерия төркөмө бик алыҫ урынлаша һәм уның уты һөҙөмтәһеҙ була. Һәр ҡапҡаны 2000-3000 яугир һаҡлай, унан тыш әмир һарайы тирәһендә яҡынса 6000-8000 яугир әҙер тора. Колонналар яйлап соҡор-саҡырлы урындарҙан хәрәкәт итәләр, уларҙы дошман утҡа тота һәм һөжүмләй, шуға күрә тәүге көндө ҡапҡаларҙы алып булмай. Ошо уҡ хәлдә 30 август көнө үтә.

31 августа Иҫке Бохара районына Ҡаракүл отряды һәм 2-се уҡсылар полкы килеп етәләр. Был көндө Бохаралағы бөтә ғәмәлдәр менән 1-се армия командующийы Г. В. Зиновьев етәкселек итә. командование төп һөжүмде Ҡаршы ҡапҡаларына йүнәлтергә ҡарар итә, сөнки уларҙы штурмлау алдағы көндө артиллерия уты менән башланған була, өҫтәүенә ауыр артиллерия ҡалаға яҡыныраҡ килеп етә. Ҡалаға барыһы 12 мең снаряд ебәрелә. шул иҫәптән бик күп химик снарядтар[2][3]. 31 августа командование бөтә көстәрҙе ҡаршы ҡапҡалары тирәһендә туплай, һул колоннала 1-се Көнсығыш мосолман уҡсылар полкы, 8-се уҡсылар полкының йыйылма ротаһы һәм махсус тәғәйенешле кавалерия полкы ҡалдырыла.

1 сентябрь көнө таңғы 5 сәғәттә уң колонна Ҡаршы ҡапҡаларын штурмлай башлай, шул уҡ көндө сәғәт 17-лә Иҫке Бохара тулыһынса совет ғәскәрҙәре ҡулдарына күсә. ммә әмир ҡалала булмай сыға. 31 августҡа ҡараған төндө ул 1000 кешелек отряд һағы аҫтында Ғыж-Дыуан ҡалаһына табан юллана. 2 сентябрҙә М. В. Фрунзе В. И. Ленин исеменә телеграмма ебәрә:

«Крепость Старая Бухара взята сегодня штурмом соединенными усилиями красных бухарских и наших частей. Пал последний оплот бухарского мракобесия и черносотенства. Над Регистаном победно развевается красное знамя мировой революции»[4]

Ҡатты-Ҡурған һәм Сәмәрҡәнд отрядтарының ғәмәлдәре. Әмирҙе эҙәрлекләү.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатты-Ҡурған һәм Сәмәрҡәнд отрядтары шул уҡ ваҡытта 12 август директиваһына ярашлы үҙ бурыстарын уңышлы үтәй . Артабанғы операциялар әмирҙе һәм яҡындарын эҙәрлекләүҙе ойоштороуға ҡайтып ҡала. Башта был бурысты үҙ өҫтөнә 1-се армия командующийы . Зиновьев ала: ул атлы полк менән әмир артынан Ҡаршы ҡалаһына тиклем эҙәрлекләй. Әммә әми ике ҡыҙыл отрядтар араһында юлды яҙлыҡтырып, көнсығыш Бохарала йәшенә. Бохараны яулау һәм әмирҙең ҡасыуы Бохара революцияһының еңеүен раҫлай. Хәрәзмдәге кеүек, бында ла Бохара халыҡ совет республикаһы иғлан ителә.

Йомғаҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әмир власын бөтөрөү буйынса рперация барыһы бер аҙна ваҡытты ала, өҫтәүенә төп маҡсат тулыһынса бойомға ашырыла. Операцияның тиҙлеге һәм уңышы ентекле әҙерлек эш һөҙөмтәһе булып тора. Бохара контрреволюцияһына емергес һөжүм яһала. Ҡыҙыл Армияның бохаралағы башҡа операциялары әлеге контрреволюцияның ҡалдыҡтарын юҡ итеүгә тороп ҡала. Совет ғәскәрҙәре, бөтә ҡаршылыҡтарҙы һәм урындағы тәбиғәт шарттарын еңеп, 1921 йылда Көнсығыш Бохараға төпкә үтеп инәләр һәм әмирҙең яҡлаусыларын Бохара халыҡ республикаһы сиктәренән тулыһынса ҡыҫып сығаралар. Әммә әлеге экспедиция (Ғиссар) тотороҡло һөҙөмтәләргә ирешә алмай, көҙ етеү менән яугирҙар базаларына ҡайтырға мәжбүр булалар. Көнсығыш Бохарала совет власы нығытыуға өлгәшмәй һәм бының менән киләһе йылда революция дошмандары файҙаланалар.

1922 йылда урындағы контрреволюция ҡабаттан ҡаршылыашыу ойоштора башлай. Был хәрәкәтте Әнүәр-паша етәкләй, ул панисламизм һәм антикоммунизм лозунгылары аҫтында халыҡты үҙ артынан барырға өндәй. Баштараҡ уңыш уның яғында була, әммә Ҡыҙыл Армияның яңы походы уның контрреволюцион эшмәкәрлеген туҡтата. Бер нисә алышта Әнүәр-паша ғәскәре ҡыйратыла, ә бер бәрелештә ул һәләк була.

Кинематограф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Крушение эмирата» (1955, режиссёры Владимир Басов и Латиф Файзиев).
  • «Гибель Чёрного консула» (1970, режиссёр Камиль Ярматов).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 «Пал оплот мракобесия»: как Фрунзе взял Бухару
  2. 90-летие разгрома Бухарского эмирата
  3. К.Абдуллаев «Последний мангыт» — БУХАРСКИЙ КВАРТАЛ ПЕТЕРБУРГА. Тәүге сығанаҡтан архивланған 24 ноябрь 2015. 23 ноябрь 2015 тикшерелгән.
  4. М. В. Фрунзе на фронтах гражданской войны: Сборник документов. М., 1941, с. 330.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бухарская операция 1920 // А — Бюро военных комиссаров / [под общ. ред. А. А. Гречко]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1976. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 1).
  • Абдуллаев К. Последний мангыт. Саид Алим Хан и «бухарская революция» [1]
  • Арапов А. В. Файзулла Ходжаев — бухарский путь в революцию. На правах рукописи. [2]
  • История гражданской войны в СССР, т. 5. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1961.
  • История Узбекской ССР, т. 2. — Ташкент: Фан, 1957.
  • Ишанов А. И. Бухарская Народная Советская Республика. — Таш.: 1969. — 391 с.
  • Какурин Н. Е., Вацетис И. И. Гражданская война. 1918—1921. — СПб.: Полигон, 2002. — 672 с. ISBN 5-89173-150-9. [3]
  • М. В. Фрунзе на фронтах гражданской войны. Сб. документов. М.: 1941.
  • Мустафа Чокай Оглы. Энвер-паша в советской России и Центральной Азии: басмач или революционер? Перевод с французского Бахыт Садыковой [4]
  • Победа Советской власти в Средней Азии и Казахстане. — Таш.: 1967. С. 635—719.
  • Пылев А. И. Энвер-паша и среднеазиатское басмачество: различные интерпретации в исследовательской литературе. [5]
  • Путь Бухары и Хивы к социализму (История Бухарской и Хорезмской народных советских республик).— М.: 1967.
  • Генерал-майор Тимошков С. Как Красная Армия советизировала Туркестан// Басмачество. Сборник. под ред. Шумов С. М.: Эксмо, 2004. [6]
  • Файзулла Ходжаев. К истории революции в Бухаре и национального размежевания Средней Азии.// Избранные труды в трех томах. Т. I. — Ташкент: Фан, 1970. — 500 с. [7]
  • Бухарская «революция» (1920)
  • Hayit, Baymirza: Basmatschi. Nationaler Kampf Turkestans in den Jahren 1917 bis 1934. Köln, Dreisam-Verlag (1993)
  • Paksoy H.B. Basmachi Movement From Within: Account of Zeki Velidi Togan // Nationalities Papers. 1995. Vol. 23. No 2. P.373-399. Хасан Паксой. Заки Валиди Тоган о басмаческом движении. Перевод с английского И.Кучумова. [8]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]