Эстәлеккә күсергә

Брандейс Эльза

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брандейс Эльза
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған ваҡыттағы исеме мадьярса  Brandeisz Erzsébet[2]
Тыуған көнө 18 сентябрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны Будапешт, Австро-Венгрия[3]
Вафат булған көнө 6 ғинуар 2018({{padleft:2018|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[4][5][1] (110 йәш)
Вафат булған урыны Шопрон[d]
Һөнәр төрө тәрбиәсе, бейеүсе, уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
праведник народов мира

Эржебет «Эльза» Брандейс (мадьярса  Brandeisz Erzsébet «Elza» — Венгрия бейеүсеһе һәм хореографы. Венгрияла экспрессия бейеүенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә.[6].

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Балатональмадиҙағы йәйге йортонда бер нисә йәһүд, шул иҫәптән 14 йәшлек Джордж Соросты йәшерә. 1995 йылда Эльза Брандейсты Донъя халыҡтарының тәҡүәле кешеһе исеменә лайыҡ була.[7]

Бала сағы һәм йәшлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эржебет Брандейс Австрияның Русте ҡалаһында 1907[8] йылдың 18 сентябрендә тыуа. Будапешта немец лютеран ғаиләһендә үҫә. Бала сағында Будапешта император Карл Беренсенең тәхеткә ултырыуының шаһиты була. 1923 йылдан 1928 йылға тиклем Брандейс Лили Каллай мәктәбендә бейеүгә өйрәнә. 1930-сы йылдарҙа Венала һәм Дрезденда хореограф Мэри Вигманда уҡый.

Брандейс тәүҙә бейеүсе, ә һуңыраҡ милләте буйынса йәһүд Белана Лайтай етәкләгән хәҙерге заман бейеүенең шәхси мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.[9]

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, мәктәпте нацистар баҫып алыуынан ҡасыу өсөн, Брандейс Лайтай мәктәбенә үҙенең исемен бирә. Лайтайҙы көсләп Һары йондоҙ йортона күсергәс, Брандейс уға аҙыҡ алып бара, шулай уҡ уға Португалия илселегенән ҡурсалау хаты алырға ярҙам итә. Ә 1944 йылда Брандейс Балатон күле буйында Балатональмадиҙағы йортонда Элизабет Сорос һәм уның 14 йәшлек улы Дьёрдоға йәшеренергә ярҙам итә. Дьёрдо АҠШ-ҡа күсенгәндән һуң Джордж исемен ала, артабан ул бөтә донъяға Джордж Сорос[9] булараҡ таныла.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа яңы коммунистик хөкүмәт экспрессионистик бейеүҙәргә кире ҡарашта була, уларҙы декадент бейеүҙәре тип иҫәпләй, һәм 1948 йылдан Брандейсҡа сәхнәлә сығыш яһау тыйыла, ул Балатональмадиҙа гимнастиканан уҡыта башлай.

1963 йылда пенсияға сыҡҡандан һуң Брандейс Шопрондағы Сторно йортонда музей гиды булып китә, унда 1978 йылға тиклем эшләй.[6]

Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул Шопронда яңғыҙлыҡта йәшәй, унда уға Джордж Сорос ярҙамында опекундар ярҙам итә. 110 йәшлек Эльза Брандейс ҡаланың иң өлкән кешеһе була. 2018 йылдың 6 ғинуарында вафат була.

  1. 1,0 1,1 1,2 Brandeisz Elza (1907 - 2018 ) // The Righteous Among the Nations Database (ингл.)
  2. https://www.familysearch.org/ark:/61903/3:1:S3HT-DT88-NY?i=1&wc=92QJ-3TR%3A40678301%2C51865101%2C1077267401&cc=1452460
  3. https://resolver.pim.hu/auth/PIM133043
  4. Elment a világ igaza - Elza néni 111. évében hunyt el Sopronban
  5. Скончалась 110-летняя Эльза Брандейс, спасавшая евреев во время войны
  6. 6,0 6,1 Hartmut Schütz. Eine der Pionierinnen des Ausdruckstanzes: Elza Brandeisz starb mit 110 Jahren (нем.). Dresdner Neuesten Nachrichten (8 ғинуар 2018). Дата обращения: 26 март 2022. Архивировано 19 октябрь 2020 года.
  7. В Венгрии скончалась Эльза Брандейс, спасавшая евреев от нацистов. Радио Свобода (6 ғинуар 2018). Архивировано 6 ғинуар 2018 года.
  8. George Soros Lebensretterin gestorben (нем.). burgenland.orf.at (6 ғинуар 2018). Дата обращения: 26 март 2022. Архивировано 9 ноябрь 2020 года.
  9. 9,0 9,1 György Lázár. George Soros’s savior Elza Brandeisz, member of the Evangelical-Lutheran Church (ингл.). Hungarian Free Press (11 июль 2017). Дата обращения: 26 март 2022. Архивировано 18 ғинуар 2022 года.