Брандт Николай Николаевич
Брандт Николай Николаевич | |
рус. Николай Николаевич Брандт | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
РСФСР СССР |
Тыуған көнө | 26 декабрь 1917 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 20 март 1975 (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | рәссам |
Эшмәкәрлек төрө | живопись |
Уҡыу йорто | И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Сәнғәт йүнәлеше | реализм[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Рәссамдар союзы[d] |
Жанр | портрет[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Николай Николаевич Брандт (26 декабрь 1917 йыл, Петроград — 20 март 1975 йыл, Ленинград) — СССР рәссамы, Ленинград Рәссамдар союзы ағзаһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Николай Николаевич Брандт 1917 йылдың 26 декабрендә Петроградта тыуа. 1935—1939 йылдарҙа А. А. Громовта Ленинград сәнғәт-педагогика техникумында шөғөлләнә. 1939 йылда Ленинград рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура институтының рәсем сәнғәте факультетына уҡырға инә. 1941 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армияға алына. Ленинград фронтында Юғары Баш командованиеның резерв танкка ҡаршы 4-се артиллерия полкында танкка ҡаршы взвод командиры булып һуғыша[2]. 1942 йылдың февралендә сәләмәтлеге насарайыу сәбәпле демобилизациялана һәм Сәмәрҡәндҡә китә, унда Ленинградтан институт эвакуацияланған була һәм Брандт уҡыуын шунда дауам итә. 1942 йылдың сентябренән һуғыш аҙағына ҡәҙәр Брандт ҡабаттан Эшсе-крестьян Ҡыҙыл Армияһында. «Ленинградты обороналаған өсөн», «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә[3].
Демобилизациянан һуң институтҡа ҡайта, А. А. Деблер һәм М. П. Бобышовта шөғөлләнә. 1948 йылда И. Е. Репин исемендәге Ленинград рәсем сәнғәте, скульптура һәм архитектура институтын театр-декорация рәсем сәнғәте оҫтаханаһында һынлы сәнғәт рәссамы исеме менән тамамлай. Диплом эше — «Оформление спектакля "Земля" по произведению Н. Вирта»[4]. Артабан станоксы булараҡ эшләй, күбеһенсә пейзаж, натюрморт, портрет жанрында ижад итә. Шул уҡ йылда совет рәссамдарының Ленинград Союзы ағзаһы итеп ҡабул ителә.
1950 йылдар башынан алып күргәҙмәләрҙә даими ҡатнаша, үҙ эштәрен Ленинградтың төп рәсем сәнғәте оҫталары әҫәрҙәре менән бергә күрһәтә. Талантлы колорист. Бер нисә тапҡыр Волховта Иҫке Ладогала, Псковта, Академик дачала Ленинград рәссамдарының ижад йортонда эшләй. 1982 йылда Ленинградта РСФСР Рәссамдар союзының Ленинград ойошмаһы залдарында шәхси күргәҙмәһе үтә. Николай Брандт ижад иткән әҫәрҙәр араһында «Лодки», «Осень»[5] (икеһе 1956), «На веранде»[6] (1957), «Ночное», «Цветы. Натюрморт»[7] (икеһе 1958), «Мелодии Кавказа (М. Ю. Лермонтов)»[8] (1959), «Летнее утро»[9] (1960), «Рожденный семилеткой»[10] (1961), «Рабочий»[11], «Цветы и фрукты»[12] (икеһе 1964), «Волхов. Церковь св. Георгия», «Курган», «Последний снег»[13] (барыһы ла 1965 йылда), «Рябина»[12] (1969), «Иван-чай», «Июль»[14] (икеһе 1970 йылда), «Ласточки»[15], «Лодки»[16], «Праздничный стол»[17], «Сирень» (барыһы 1972), «На пашне»[12] һәм башҡа картиналар.
1975 йылдың 20 мартында Ленинградта 58-се йәшендә йөрәк ауырыуынан вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнә.
Николай Брандттың хеҙмәттәре Рәсәй, Финляндия, Япония, Бөйөк Британия, Франция һәм башҡа илдәрҙә музейҙарҙа һәм шәхси йыйылыштарҙа урынлашҡан.
Күргәҙмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1956 йыл (Ленинград): Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең көҙгө күргәҙмәһе.
- 1957 йыл (Ленинград): 1917—1957 йылдар. Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе.
- 1958 йыл (Ленинград): Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең көҙгө күргәҙмәһе.
- 1960 йыл (Ленинград): Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе.
- 1961 йыл (Ленинград): «Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе» Рус Дәүләт музейы залдарында асыла.
- 1964 йыл (Ленинград): Ленинград. Зона күргәҙмәһе.
- 1965 йыл (Ленинград): Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең яҙғы күргәҙмәһе.
- 1971 йыл (Ленинград): 1971 йылғы Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең көҙгө күргәҙмәһе.
- 1972 йыл (Ленинград): Тыуған ил буйынса. Ленинград рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе.
- 1974 йыл (Ленинград): Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең яҙғы күргәҙмәһе.
- 1975 йыл (Ленинград): Беҙҙең замандаш. Ленинград рәссамдары әҫәрҙәренең зона күргәҙмәһе.
- 1976 йыл (Мәскәү): Ленинград һынлы сәнғәте.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Центральный Государственный Архив литературы и искусства. СПб. Ф.78. Оп.3. Д.210.
- Земская М. За правду жизни и большую мысль. Т итогам осенней выставки ленинградский художников. // Смена, 1954, 18 декабря.
- Серебряный И. Молодые живописы // Ленинградский альманах. Кт. 9. Л., Ленина, 1954. С.338-342.
- Республиканская художественная выставка «Советская Россия». Каталог. - М: Советский художник, 1960. - с.18.
- Весенняя выставка произведений ленинградский художников 1971 года. Каталог. - Л: Художник РСФСР, 1972. - с.7.
- Художники народов СССР. Биобиблиографический словарь. Т.2.. — М: Искусство, 1972. С. 61.
- Каталог Осенней выставки произведений ленинградский художников 1971 года. - Л: Художник РСФСР, 1973. - с.5.
- Справочник членов Ленинградской организации Союза художников РСФСР. - Л: Художник РСФСР, 1972. - с.8.
- Натюрморт. Выставка произведений ленинградский художников 1973 года. - Л: Художник РСФСР, 1973. - с.7.
- Весенняя выставка произведений ленинградский художников. Каталог. - Л: Художник РСФСР, 1974. - с.6.
- Изобразительное искусство Ленинграда. Каталог выставки. — Л: Художник РСФСР, 1976. — с.15.
- Брандт Николай Николаевич. Выставка произведений. Каталог. - Л: Художник РСФСР, 1982.
- Иванов С. В. Неизвестный соцреализм. Ленинградская школа. — Санкт-Петербург: НП-Принт, 2007. — с.24, 390, 393, 397, 398, 401, 404, 444. ISBN 5-901724-21-6, ISBN 978-5-901724-21-7.
- Юбилейный Справочник выпускников Санкт-Петербургского академической института живописи, скульптура архитектуры и имени И. Е. Репина Российской Академии художеств. 1915-2005. — Санкт Петербург: «Первоцвет», 2007. — с.59.
- Иванов, С. В. Брандт Николай Николаевич //Страницы памяти. Справочно-биографическом сборник. 1941-1945. Художники Санкт-Петербургского (Ленинградское) Союза художников — ветерана Великой Отечественной войны. Кт.1. СПб: Петрополис, 2014. С.140-142.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Справочник членов Ленинградской организации Союза художников РСФСР. - Л: Художник РСФСР, 1972. - с.8.
- ↑ Брандт Николай Николаевич. Выставка произведений. Каталог. - Л: Художник РСФСР, 1982. - с.4.
- ↑ Центральный Государственный Архив литературы и искусства. СПб. Ф.78. Оп.3. Д.210. Л.6.
- ↑ Юбилейный Справочник выпускников Санкт-Петербургского академического института живописи, скульптуры и архитектуры имени И. Е. Репина Российской Академии художеств. 1915—2005. — Санкт Петербург: «Первоцвет», 2007. — с.59.
- ↑ Осенняя выставка произведений ленинградских художников. 1956 года. Каталог. - Л: Ленинградский художник, 1958. - с.7
- ↑ 1917 - 1957. Выставка произведений ленинградских художников. Каталог. - Л: Ленинградский художник, 1958. - с.10.
- ↑ Осенняя выставка произведений ленинградских художников 1958 года. Каталог. - Л: Художник РСФСР, 1959. - с.7.
- ↑ Республиканская художественная выставка «Советская Россия». Каталог. - М: Советский художник, 1960. - с.18.
- ↑ Выставка произведений ленинградских художников 1960 года. Каталог. — Л: Художник РСФСР, 1961. — с.10.
- ↑ Выставка произведений ленинградских художников 1961 года. Каталог. — Л: Художник РСФСР, 1964. — с.11.
- ↑ Ленинград. Зональная выставка. — Л: Художник РСФСР, 1965. — с.12.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Наш современник. Зональная выставка произведений ленинградских художников 1975 года. Каталог. — Л: Художник РСФСР, 1980. — с.12.
- ↑ Каталог весенней выставки произведений ленинградских художников 1965 года. — Л: Художник РСФСР, 1970. - с.9.
- ↑ Весенняя выставка произведений ленинградских художников 1971 года. Каталог. - Л: Художник РСФСР, 1972. - с.7.
- ↑ Изобразительное искусство Ленинграда. Каталог выставки. — Л: Художник РСФСР, 1976. — с.15.
- ↑ По родной стране. Выставка произведений художников Ленинграда. 50 Летию образования СССР посвящается. Каталог. — Л: Художник РСФСР, 1974. — с.10.
- ↑ Натюрморт. Выставка произведений ленинградских художников 1973 года. - Л: Художник РСФСР, 1973. - с.7.
- 26 декабрҙә тыуғандар
- 1917 йылда тыуғандар
- Санкт-Петербургта тыуғандар
- 20 мартта вафат булғандар
- 1975 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- Репин исемендәге институтты тамамлаусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР рәссамдары
- Рәсәй рәссамдары
- Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар