Эстәлеккә күсергә

Бугаян Илья Рубенович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бугаян Илья Рубенович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 сентябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (81 йәш)
Тыуған урыны Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Дон дәүләт техник университеты
Ростов дәүләт төҙөлөш университеты
Дон дәүләт техник университеты
Ғилми исеме профессор[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d] (1987) һәм иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Бугаян Илья Рубенович (8 сентябрь 1943 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының һәм Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһының академигы.

Күп кенә ғилми хеҙмәттәр[1], шул иҫәптән монографиялар авторы.[2]

Илья Рубенович Бугаян 1943 йылдың 8 сентябрендә Дондағы Ростовта тыуған.

1965 йылда Ростов дәүләт техник университетын (РГТУ, хәҙер Дон дәүләт техник университеты) «Теүәл механика приборҙары» һөнәре буйынса тамамлай, 1974 йылдарҙа — Ростов инженер-төҙөлөш институтында (РИСИ, хәҙерге Ростов дәүләт төҙөлөш университеты) «сәйәси иҡтисад» һөнәре буйынса аспирантураны тамамлай. Ошо уҡ йылда «Экономические проблемы социалистического накопления и внедрения новой техники» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай [3]

Педагогик хеҙмәттә 1973 йылдың сентябренән. Ростов дәүләт төҙөлөш университетында «Сәйәси иҡтисад» кафедраһы, Төньяҡ-Кавказдәүләт хеҙмәте академияһында (хәҙер Көньяҡ Рәсәй идаралыҡ институты) «Иҡтисади теория һәм эшҡыуарлыҡ» кафедраһы мөдире булып эшләй. «Хеҙмәт иҡтисады» һөнәре буйынса диссертация яҡлаусыларҙың советын (рәйесе була) етәкләй. 1987 йылда «Социалистическое производственное накопление — условие всесторонней интенсификации расширенного воспроизводства» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4]

1996 йылға тиклем —Көньяҡ-Рәсәй идара итеү институтының эшҡыуарлыҡ һәм иҡтисад теорияһы кафедраһы профессоры[5][6]. Илья Рубенович 1996 йылдың декабрь айынан — «Хужалыҡ философияһы» кафедраһы мөдире, «РИНХ» Ростов дәүләт иҡтисад университетының мәғлүмәтләштереү һәм иадаралыҡ факультеты деканы.

«Закономерности перемещения доминантных свойств между факторами производства, товарами и вызванными ими социально-экономическими изменениями как причинами формационных переходов» фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы. «Наука и образование: хозяйство и экономика; предпринимательство; право и управление» ғилми-ғәмәли журналын ойошторған «Ростов өлкәһендә мәғариф һәм фәнгә ярҙам итеүсе фонд» коммерция булмаған йәмғиәт ойошмаһы идаралығының рәйесе булып тора, бер үк ваҡытта был журналдың мөхәррир урынбаҫары. Шулай уҡ М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Дөйөм фәндәр үҙәге һәм иҡтисад факультетының Рәсәйҙә рецензияланыусы ғилми журналдар һәм баҫмаларҙың ВАК исемлегенә ингән «Философия хозяйства» журналының ғилми-мөхәрририәт советы составына инә.

Йәштәрҙең ғилми-техник ижадының Бөтә Союз смотры лауреаты миҙалы һәм дипломы менән бүләкләнә (1972). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының «Атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре», «РФ юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре». Миҙалдар менән бүләкләнгән, улар араһында «Донъя берләшмәһен мәғлүмәтләштереү өлкәһендә күренекле хеҙмәттәре өсөн» (2003).

  • «Элита информациологов мира. Кто есть кто в Международной Академии информатизации», Нью-Йорк—Москва—Торонто, 2000.