Эстәлеккә күсергә

Диана Будисавлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Будисавлевич Диана битенән йүнәлтелде)
Диана Будисавлевич
нем. Diana Budisavljević
Файл:Diana udisavljevic.jpg
Тыуған көнө

15 ғинуар 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1]

Вафат булған көнө

20 август 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})[1] (87 йәш)

Ил

 Австро-Венгрия
 Австрия

Эшмәкәрлеге

табип

Наградалары һәм премиялары
 Диана Будисавлевич Викимилектә
Будисавлевичтәрҙең күмелгән ҡәбере

Диана Будисавлевич (ҡыҙ фамилияһы Obexer; 15 ғинуар 1891 йыл20 август 1978 йыл) — югослав табибы һәм Австрия сығышлы гуманитар хеҙмәткәре, нацистарҙың концлагерынан 12 000 баланы ҡотҡара[2].

1891 йылдың 15 ғинуарында Инсбрукта, Австро-Венгрияла, таныҡлы Обексерҙар (нем. Obexer) ғаиләһендә тыуған.

1917 йылда Инсбруктың хирургия клиникаһында ординатор булып эшләгән, тыумышы менән серб милләтле, югослав табибы Юлий Будисавлевичкә (Julije Budisavljević; 1882—1981) кейәүгә сыҡҡан. 1919 йылда ул Загреб университетының медицина мәктәбенә профессор итеп тәғәйенләнгән һәм ҡатыны менән Загребҡа күсеп килгән. Икенсе бөтә донъя һуғышына тиклем улар ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар.

Һуғыш барышында, 1941 йылдың апрелендә, Югославияны немец ғәскәрҙәре баҫып алған һәм серб, йәһүд һәм сиғандарҙы тотоп һәләк итер өсөн Хорватияла күп һанлы концентрацион лагерҙар асҡандар. Үлем лагерҙарында тотҡонлоҡта балалар барлығын белеп ҡалған Диана «port louis Diana Budisavljević» тигән акцияны башлап ебәргән. Ул Югославиялағы һәм бигерәк тә Ясеновац лагерында булған балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотҡарыу буйынса ҡулынан килгәндең барыһын да эшләгән. Үҙенең Австрия иленән сыҡҡанлығынан һәм иренең эштәге мөмкинселектәренән файҙаланып, ул балаларҙы, уллыҡҡа алдырыу маҡсатында , Югославиянан Австрияға депортациялаған. Был эшкә Ҡыҙыл Тәре ойошмаһының хорват бүлеген дә йәлеп иткән.

Һөҙөмтәлә Диана Будисавлевич һәм уның яҡлы кешеләр концлагерҙарҙан 15536 баланы алып сыҡҡандар, шулар иҫәбендәге 3254 бала, концлагерҙағы төрлө язалауҙарҙан, аслыҡтан, ауырыуҙан хәлһеҙләнгәнлектән, азат иткән саҡта үлгәндәр, ә ҡалғандары - тере ҡалған. Был балаларҙы ҡотҡарыу акцияһында ҡатнашҡан ун бер кеше һәләк булған. 1945 йылдың майына тиклем Будисавлевич дүрт йыл дауамында төҙөгән картотекаһын Югославияның Социаль сәйәсәте министрлығына тапшырған. Шул уҡ йылда Югославияның Именлек Советы Диана Будисавлевичтың бөтә архивын конфисковать итә һәм уға үҙенең һуғыш ваҡытында күрһәткән батырлығы тураһында һөйләүҙе тыя[2]. Уның батырлығы тураһында киң йәмәғәтселек Диана үлгәс кенә белгән. Диананың ейәнсәре ҡағыҙҙар араһында уның көндәлек дәфтәрен табып алған һәм уны киң йәмәғәтселеккә еткергән[3]. Диана 1941 йылдың 23 октябренән 1947 йылдың 7 февраленә тиклем көндәлек алып барған һәм унда үҙенең эшмәкәрлеге тураһында яҙған булған (көндәлек Хорватияла 2003 йылда баҫылып сыҡҡан)[4]. Загребта 1972 йылға тиклем йәшәгәндән һуң ,ул ире менән Инсбрукҡа күсеп килә һәм 1978 йылдың 20 авгусында Инсбрукта вафат була.

  • 2011 йылда Загребта Hulahop киностудияһында Dianina lista тигән документаль фильм сыҡҡан[5].
  • 15 февраль, 2012 йыл. Сербияның Дәүләтселек көнөндә Республиканың Президенты Борис Тадич Диана Будисавлевичты(вафат булғандан һуң) Милош Обилич исемендәге(батырлыҡ һәм шәхси героизм өсөн бирелә торған) алтын миҙал менән бүләкләне[6].
  • 18 октябрь, 2013 йыл. Сербияның Изге Патриархы Ириней Серб православие сиркәүенең — Царица Милица ордены менән Будисавлевич Диананы (вафат булғандан һуң) бүләкләне[4][7].
  • 2014 йылдың июнендә серб режиссеры Тихомир Станич Диана Будисавлевич тураһында уның көндәлектәренә нигеҙләнгән кинофильм төшөрә башланы[8].