Букин Василий Николаевич
Букин Василий Николаевич | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1899[1] |
Тыуған урыны | Знаменское[d], Керенский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 21 ғинуар 1979 (79 йәш) или 1979[2] |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Һөнәр төрө | агроном, биохимик, профессор |
Эшмәкәрлек төрө | Биохимия |
Эш урыны | Moscow State University of Food Production[d] |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Фәндәр академияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Букин Василий Николаевич (27 ғинуар 1899 йыл — 21 ғинуар 1979 йыл) — СССР-ҙың ғалим-биохимигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1964), биология фәндәре докторы (1943). Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949), А. Н. Бах исемендәге премия (1963) лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1969). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969, 1975) һәм «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Василий Николаевич Букин 1899 йылдың 27 ғинуарында Пенза губернаһы[3] Знаменское ауылында тыуған.
Белеме һәм эше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1925 йылда Ленинград ауыл хужалығы институтын (хәҙер — Санкт-Петербург дәүләт аграр университеты) тамамлай.
- 1925—1926 — Ленинград өлкә ер идаралығы агрономы
- 1927—1930 — Ленинград өлкәһенең «Ҡыҙыл семеновод» колхозы рәйесе
- 1932—1938 — Ленинград үҫемлекселек институтында эшләй.
- 1938 — Рәсәй Фәндәр академияһының А. Н. Бах исемендәге биохимия институты
- 1943 — Мәскәү аҙыҡ-түлек сәнәғәте технология институты профессоры.
Төп ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1932—1938 йылдарҙа Ленинградта үҫемлекселек институтында эшләй. Унда СССР-ҙа тәүгеләрҙең береһе булған витаминдар буйынса лаборатория ойоштора. Төп хеҙмәттәре витаминдар биосинтезы, уларҙың матдәләр алмашыныуҙа роле, алыу ысулдары буйынса.
Ғалим һәм уның хеҙмәттәштәре хеҙмәте нигеҙендә СССР-ҙа А, B12, B15, D2 витаминдарын, 5-метилметионин аминокислоталарын, гомосерин, лизин етештереү, уларҙы аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, малсылыҡта һәм дауалау практикаһында ҡулланыу яйға һалына.
Василий Николаевич Букин етәкселегендә A, B, U һ.б. витаминдарҙы етештереү үҙләштерелә, уның башланғысы буйынса 1966 йылда илдә тәүге тапҡыр Өфө витамин заводында B15, 1970 йылдан — U витаминдары етештерелә башлай.
СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1964)
1979 йылдың 21 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949) — витаминлы балыҡ майы етештереү ысулын эшләгәне һәм сәнәғәткә индергәне өсөн.
- А. Н. Бах исемендәге премия (1963)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1969, 1975)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1953)
- миҙалдар[4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Bukin, Vasilij Nikolajevič // https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=xx0190511
- ↑ Хәҙер Пенза өлкәһе Башмаков районы
- ↑ Букин Василий Николаевич (фонд 1774) // Сайт Архивов Российской академии наук
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Букин Василий Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 ғинуар 2019)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Букин Василий Николаевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Букин, Василий Николаевич в словарях и энциклопедиях на Академике
- 27 ғинуарҙа тыуғандар
- 1899 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 21 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Биология фәндәре докторҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- СССР ФА мөхбир ағзалары