Эстәлеккә күсергә

Булгаков Ришат Тимерғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Булгаков Ришат Тимерғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 июнь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Вафат булған көнө 23 февраль 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Әлмәт районы
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы XXVI съезд КПСС[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Булгаков Ришат Тимерғәли улы (6 июнь 1931 йыл — 23 февраль 1989 йыл) — ғалим-нефтсе, йәмәғәтсе. Техник фәндәр кандидаты. 1972 йылдан «Татнефть» производство берекмәһенең баш инженеры, 1977—1980 йылдарҙа — берекмәнең генераль директоры. СССР-ҙың унынсы саҡырылыш (1979—1984), Татар АССР-ының алтынсы һәм туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. КПСС-тың XXVI, ВЛКСМ-дың XIII съезы делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1977), ике тапҡыр Губкин исемендәге премия лауреаты (1969, 1970).

Ришат Тимерғәли улы Булгаков 1931 йылдың 6 июнендә Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте — татар[1].

1954 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть химияһы һәм газ сәнәғәте институтын тамамлай. Техник фәндәр кандидаты.

1954 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген инженер булып башлай, аҙаҡ өлкән инженер, 5-се нефть промыслаһы мөдире була. Татар АССР-ы «Лениногорскнефть» нефть промыслаһы идаралығының производство бүлеге начальнигы. 1963—1967 йылдарҙа — баш инженер, 1967—1972 йылдарҙа — Татар АССР-ы «Альметьевнефть» газ сығарыу идаралығы начальнигы, 1972 йылда — ТатНИПИнефть директоры, 1972 йылдан — баш инженер — В. Д. Шашин исемендәге «Татнефть» производство берекмәһенең генераль директор урынбаҫары.

Туғыҙынсы биш йыллыҡ йөкләмәләрен һәм скважиналарҙы сығарыу һәм быраулау буйынса социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәүҙә, юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә ирешеүгә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 11 мартындағы Указы нигеҙендә Ришат Тимерғәли улы Булгаковҡа Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә

1977 йылдан — «Татнефть» берекмәнең генераль директоры, 1980—1983 йылдарҙа — Төмән нефть һәм газ сәнәғәтенең производство идаралығы начальнигы.

СССР газ сәнәғәте үҫешенә, Көнбайыш-Себер яғыулыҡ-энергетика комплексын тергеҙеүгә ҙур өлөш индерә. 1983—1989 йылдарҙа СССР Дәүләт план комитетының нефть һәм газ сәнәғәте бүлеге башлығы урынбаҫары булып эшләй.

СССР-ҙың унынсы саҡырылыш (1979—1984), Татар АССР-ының алтынсы һәм туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. КПСС-тың XXVI, ВЛКСМ-дың XIII съезы делегаты.

Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. 1989 йылдың 23 февралендә 58-се йәшендә вафат була. Әлмәт ҡалаһында (Татар АССР-ы) ерләнә.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Оптимизация процессов сбора, транспорта и подготовки нефти [Текст] / А. В. Валиханов, Р. Т. Булгаков, Э. И. Мансуров и др. — Казань : Таткнигоиздат, 1971. — 92 с.
  • Социальное планирование в нефтедобывающем производстве [Текст] / А. В. Валиханов, Р. Т. Булгаков, Р. Х. Хабибуллин. — Казань : Тат. кн. изд-во, 1974. — 183 с.
  • Автоматизированная система оперативного управления нефтедобывающим производством НГДУ [Текст] / [Булгаков Р. Т., Лисагор М. С., Малецкий В. А., Фрид Д. Н.]. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1975. — 84 с.
  • 'Булгаков', Ришат Тимергалеевич. Прогнозирование и оптимизация разработки большой группы нефтяных залежей [Текст] / Р.Т. Булгаков, В. Д. Лысенко, Э. Д. Мухарский ; Татар. гос. науч.-исслед. и проектный ин-т нефт. пром-сти. — Казань : Татар. кн. изд-во, 1976. — 143 с.
  • Автоматизированная система управления нефтегазодобывающим предприятием [Текст] : Из опыта работы объединения «Татнефть» / [Р.Т. Булгаков, Р.Д. Динеев, Ф. Л. Абдрахманов, В. Г. Дарземанов]. — Казань : Татар. кн. изд-во, 1977. — 73 с.
  • 'Булгаков', Ришад Тимиргалиевич. Социальное управление нефтедобывающим предприятием [Текст] / Р.Т. Булгаков, Ю. Е. Дуберман, А. С. Шешнев ; М-во нефт. пром-сти, Произв. об-ние «Татнефть». — Казань : Татар. кн. изд-во, 1977. — 96 с.
  • Организационно-технологическая автоматизированная система управления нефтедобывающим производством [Текст] / [Р.Т. Булгаков, М. С. Лисагор, В. А. Малецкий, Д. Н. Фрид]. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1979. — 72 с.
  • Разработка месторождений при забойном давлении ниже давления насыщения / [Г. Г. Вахитов, В. П. Максимов, Р. Т. Булгаков и др.]. — М. : Недра, 1982. — 229 с.
  • Технический прогресс в нефтяной промышленности Татарии [Текст] / [Э. А. Акопджанов, В. Е. Баташев, Р. Т. Булгаков и др.]. — Казань : Тат. кн. изд-во, 1975. — 148 с.
  • Тронов В. П., Хамидуллин Ф. Ф., Булгаков Р. Т., Арзамасцев Ф. Г., Андриянов В. П. 031. Авторское свидетельство № 682243 от 26.04.1976
  • 'Булгаков, Ришат Тимергалеевич. Совершенствование информационного обеспечения функциональных отделов аппарата управления НГДУ [Текст] / ['Булгаков Р.Т., Шешнев А. С., Лавущенко В. П.]. — Москва : ВНИИОЭНГ, 1978. — 48 с.
  • Повышение нефтеотдачи пластов на месторождениях Татарии [Текст] / [Р.Т. Булгаков, Р.Х. Муслимов, Ф. М. Хаммадеев и др.]. — Казань : Татар. кн. изд-во, 1978. — 121 с.
  • Тронов В. П., Хамидуллин Ф. Ф., Булгаков Р. Т., Арзамасцев Ф. Г. 037. Авторское свидетельство № 763450 от 29.08.1978 Способ обезвоживания и обессоливания нефти
  • Тронов В. П., Хамидуллин Ф. Ф., Ли А. Д., Булгаков Р. Т., Радин Б. М., Арзамасцев Ф. Г., Сучков Б. М., Кудинов В. И., Доброскок Т. М. 038. Авторское свидетельство № 767177 от 19.10.1978 Способ обезвоживания и обессоливания нефти

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2011 йылдың 16 июнендә Төмән ҡалаһында Хохряков урамындағы Герой йәшәгән 71-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[2][3].
  • 2009 йылда Әлмәт ҡалаһында яңы барлыҡҡа килгән «Дуҫлыҡ» биҫтәһенең бер урамына Булгаков Ришат исеме бирелә[4].
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана/ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 624 с.; — ISBN 5-88185-053-X

Сергей Каргапольцев. Ришад Тимиргалиевич Булгаков. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июль 2016.