Эстәлеккә күсергә

Буранов Әхмәтша Латип улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буранов Әхмәтша Латип улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Ишмөхәмәт, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 14 ғинуар 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Вафат булған урыны Раздор, Усть-Донецк районы[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Хәрби подразделение 300-сө уҡсылар дивизияһы (1-се формирование)
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Буранов Әхмәтша Латип улы (рус. Буранов Ахметша Латыпович) (1906 йыл[1] — 14 ғинуар 1943 йыл[2]) — сәйәси репрессия ҡорбаны, 1933 йылда репрессиялана. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой. 300-сө уҡсылар дивизияһы яугиры. Яуҙа һәләк була. Ростов өлкәһе Усть-Донецк районы Раздор станицаһы үҙәгендә ерләнгән[2]

Раздор станицаһы

Әхмәтша Латип (атаһының тулы исеме Мөхәмәтлатиф) улы Буранов 1906 йылда Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы Ишмөхәмәт[1] (икенсе исеме Ҡарамалы) ауылында тыуған. Милләте башҡорт, колхозсы, белеме юҡ, партияһыҙ. 1933 йылдың 5 апрелендә ҡулға алына, Енәйәт Кодексының 58-10 статьяһы буйынса советтарға ҡаршы пропагандалауҙа нахаҡҡа ғәйепләнеп, 5 йылға хөкөм ителә[1]. 1942 йылдың йәйендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм артабан 1942 йылдың 28 июлендә ҡабаттан формалашыу өсөн Башҡортостандың Ҡандра станцияһына килгән 300-сө уҡсылар дивизияһы составында һуғыша, 1049-сы уҡсылар полкы атыусыһы була. 1942 йылдың август-сентябрендә әлеге дивизия Башҡортостан халҡынан тулыландырыла. 1942 йылдың 4 октябрендә дивизия Сталинград фронтына ебәрелә. Дивизия үҙ тарихында бер нисә тапҡыр ҡамауға эләгеп, өс тапҡыр тулыһынса яңыртылып, 1943 йылдың апрелендә дивизияның шәхси составы тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәткән өсөн 87-се гвардия уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә. Ошо дивизия составында һуғышҡан Әхмәтша Буранов алыштарҙың береһендә, 1943 йылдың 14 ғинуарында, батырҙарса һәләк була.

Буранов Әхмәтша Латип улы 1989 йылдың 15 майында тулыһынса аҡлана[1]

Буранов Әхмәтша Латип улының исеме репрессия ҡорбандары исемлегенә[1], Баймаҡ районының Хәтер китабына[3] индерелгән.

1943 йылдың ғинуар-февралендә раздор станицаһын фашист оккупанттарынан азат итеүҙә 300-сө уҡсылар дивизияһының 1500—2000 тирәһе һалдат һәм офицеры һәләк була, шулар араһынан 700 кеше Раздор станицаһында ерләнгән. Бында тулыһынса тиерлек айырым учебный батальондың, 266-сы айырым пулемет батальондың, 1-се батальон 1053-се уҡсылар полкының һәм Буранов Әхмәтша хеҙмәт иткән 2-се батальон 1049-сы уҡсылар полкының шәхси составы һәләк була. 300-сө уҡсылар дивизияһының 1-се формированиеһы ике тапҡыр Башҡортостанда тулыландырылғанға күрә (1941 йылдың августы, 1942 йылдың июле), һәләк булыусылар араһында бик күп Башҡортостан кешеләре Раздор станицаһында үҙенең һуңғы төйәген тапҡан. Раздор станицаһында 300-сө уҡсылар дивизияһы яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған, плиталарҙа һәләк булыусыларҙың исемдәре уйылып яҙылған.

Раздор станицаһы (Ростов өлкәһе)

300-сө уҡсылар дивизияһы (1-се формирование)