Эстәлеккә күсергә

Раздор станицаһы (Ростов өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Раздор станицаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Раздор ауыл биләмәһе[d][1][1]
Административ-территориаль берәмек Раздор ауыл биләмәһе[d]
Халыҡ һаны 1805 кеше (2010)[2]
Почта индексы 346560
Урындағы телефон коды 86351
Карта
 Раздор станицаһы Викимилектә

Раздор (элек Раздор йорто, Раздор ҡаласығы, халыҡ араһында Раздоры) — Ростов өлкәһе Усть-Донецк районындағы станица.

Раздор ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Раздор станицаһында Дон йылғаһы

Өлкәнең үҙәк өлөшөндә, Дондағы Ростов ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 100 км алыҫлыҡта, Дон йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Раздор станицаһы 1958 йылда. Т. Хаммонд фотоһы.

Раздор станицаһы Дон казактарының беренсе баш ҡалаһы булып һанала. Тәүге тапҡыр уның хаҡта 1571 йылда урыҫ илсеһе Ишеин станица аша Константинополгә үтеү менән бәйле телгә алына. Мәскәүҙән Аҙауға тиклем уны Игнатий Кобяков менән казак атамандары Мамин һәм Яковлев оҙатып баралар. 1622 йылға тиклем Станица Дон ғәскәренең үҙәге була. Уның биләмәһендә неолит, бронза һәм тимер быуаттары. урта быуат һәйкәлдәре табылған. Станицала киммерийҙар, скифтар, сарматтар, аландар, готтар, һундар, ҡыпсаҡтар һәм монголдар кеүек төрлө ҡәбиләләрҙең эҙҙәре һаҡлана. 1994 йылғы археологик ҡаҙыныу эштәре барышында ҡурсаулыҡ территорияһында юоронғо мәҙәниәттәр ҡалдыҡтары табыла. Унан алда болғар ҡәберлеге табыла.

XIX быуатта станицала урыҫ кавалерист-ҡатын, Урыҫ император армияһы офицеры, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы Н. А. Дурова булып китә.

Һуңынан станицала яҙыусылар С. Серафимович, М. А. Шолохов, В. А. Закруткин һәм А. В. Калинин булалар.

Бында 1964 йылда «Дон повесы» фильмы төшөрөлә (М. А. Шолохов хикәйәләре буйынса фильм-драма, «Ленфильм» киностудияһы, реж. Вл. Фетин); «Сиған» (А. В. Калинин әҫәрҙәре буйынса).

Рәссам В. И. Суриков станица кешеләренән «Покорение Сибири Ермаком» картинаһы персонаждарын яҙа. Рәссамдар М. Б Греков, А В. Тимофеев станица тирә-яғындағы пейзаждарҙы төшөрәләр.

Станица Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында станицаны немецтар оккупациялай. Раздор һәм Пухляковка станицаларын азат итеү өсөн 1943 йылдың ғинуар-февралендә 300-сө уҡсылар дивизияһы ҡатнаша. Алыштар барышында 1500—2000 тирәһе һалдат һәм офицерҙар һәләк була, шулар араһынан 700 кеше Раздор станицаһында ерләнгән. Бында тулыһынса тиерлек айырым учебный батальондың, 266-сы айырым пулемет батальондың, 1-се батальон 1053-се уҡсылар полкының һәм 2-се батальон 1049-сы уҡсылар полкының шәхси составы һәләк була.

300-сө уҡсылар дивизияһының 1-се формированиеһы ике тапҡыр Башҡортостанда тулыландырылғанға күрә (1941 йылдың августы, 1942 йылдың июле), һәләк булыусылар араһында бик күп Башҡортостан кешеләре Раздор станицаһында үҙенең һуңғы төйәген тапҡан.

Халыҡ иҫәбе
19592010[3]
27701805

Станицала тыуғандар:

  • Балабин Степан Федорович (1763—1818) — Урыҫ император армияһының генерал-майоры.
  • Бондарев Дмитрий Дмитриевич (1878—1937) — урыҫ автомобилдәр конструкторы, АМО ЗИЛ-дың беренсе директоры.
  • Брыкин Степан Васильевич (1862—1912) — Рәсәй опера артисы.
  • Власов Максим Григорьевич (1767—1848) — кавалериянан генерал, Дон ғәскәренең наказной атаманы.
  • Черевко Евтей Иванович (1754—?) — генерал-майор, Раздор станицаһының казагы һәм почетлы гражданы[4]

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рахдор станицаһындағы Дон иконаһы сиркәүе
  • 1943 йылдың ғинуар-февралендә станицаны азат иткәндә һәләк булған 300-сө уҡсылар дивизияһы яугирҙарына һәйкәл. Һәйкәл эргәһендә урынлаштырылған плиталарҙа һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған.
  • станицала XIX быуат аҙағында — ХХ быуат башындағы архитектура һәйкәлдәре бар: казак курендәре, флигелдәр, сауҙагәр казактарҙың йорттары.
  • «Раздор этнография музей-ҡурсаулығы»[5].
  • Элекке Сиркәү-мәхәллә мәктәбендә «Боронғо ултыраҡтарҙан казак ҡаласығына тиклем»; «Раздор ҡаласығы XVI—XVII быуаттарҙа», «Раздор станицаһы XVIII—XIX быуаттарҙа», Бөйөк ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған «Тарих объектив ярҙамында яҙыла» күргәҙмәләр урынлашҡан.
  • 2012 йылда станицала атаман Максим Власовҡа һәйкәл ҡуйыла[6]
Тышҡы медиафайлдар