Эстәлеккә күсергә

Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вакиля Калмантаева битенән йүнәлтелде)
Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған урыны Үрге Ильяс
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Ҡалмантаева Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы (7 ноябрь 1948 йыл5 февраль 2021 йыл) — театр һәм кино артисы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Вәкилә Ғатаулла ҡыҙы Ҡалмантаева 1948 йылдың 7 ноябрендә Чкалов, хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыҙыл Гвардия районының Плешаново ауыл биләмәһе составына ингән Үрге Ильяс ауылында тыуған.

1970 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 1987 йылда — Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1970 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында, 1971—1983 һәм 1985—1992 йылдарҙа, артабан 1994 йылдан Сибай драма театрында (1991 йылдан — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) эшләй.

2000—2002 йылдарҙа Өфө «Нур» татар дәүләт театры, 1992—1993 йылдарҙа һәм 2002 йылдан башлап — Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры.

Вәкилә Ҡалмантаева 2021 йылдың 5 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[1]

Төп ролдәре: Ғәлимә (Ғ. Әмири, В. Ғәлимов (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса), леди Мильфорд (Фридрих Шиллер, «Мәкер һәм мөхәббәт»), Зәлифә («Әсәләр көтәләр улдарын», Әсғәт Мирзаһитов) һәм башҡалар.

2005 йылда «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмында Оло әсәй, 2011 йылда «13 раунд» фильмында Өләсәй ролдәрен башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • РСФСР Юғары Советының Почет грамотаһы (1982)