Кокин Валерий Иванович
Кокин Валерий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй |
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1956 |
Тыуған урыны |
Йоматау, Йоматау ауыл советы, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 15 ғинуар 2012 (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре кандидаты[d] |
Кокин Валерий Иванович (18 сентябрь 1956 йыл — 15 ғинуар 2012 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-философ. 2006—2012 йылдарҙа Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе, полиция генерал-лейтенанты[1]. Наркоконтроль органдарының почётлы хеҙмәткәре[2]. Философия фәндәре кандидаты[3].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерий Иванович Кокин 1956 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Йоматау шифаханаһы ауылында тыуған.
Юғары белемле: СССР Дәүләт именлеге комитетының Киев ҡалаһындағы Юғары курсын һәм Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.
Хәрби һәм махсус хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Валерий Кокин 1975—1977 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.
1979—2005 йылдарҙа дәүләт именлеге органдарында төрлө яуаплы вазифаларҙа хәрби хеҙмәтен дауам итә, шул иҫәптән 2003 йылдың июленән 2005 йылдың июненә тиклем Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары була.
2005 йылдың сентябрендә Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, 2006 йылдың майынан 2012 йылдың ғинуарынаса идаралыҡ етәксеһе була.
Махсус дәрәжәһе — полиция генерал-лейтенанты.
2009 йылда «Личность наркомана: проблемы отчуждения» тигән темаға диссертация яҡлай һәм «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала[3].
Валерий Кокин 2012 йылдың 15 ғинуарында яман шеш (рак) ауырыуынан вафат була[2]. Өфө ҡалаһында ерләнгән.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Статус личности больных наркоманией: социальные и правовые аспекты : учеб. пособие / В. И. Кокин, В. А. Мурзин, Д. М. Абдрахманов. — Уфа : Информреклама, 2010. — 394, [1] с. : ил. ; 21 см. — Библиогр.: с. 287—314. — Библиогр.: с. 336—337. — 1000 экз. — ISBN 978-5-902279-54-9[4]
- Ценностный подход к организации профилактической антинаркотической работы в высшей школе / Н. Е. Хабибова, В. И. Кокин ; Упр. Федер. службы Рос. Федерации по контролю за оборотом наркотиков по Респ. Башкортостан, Федер. агентство по образованию, Уфим. гос. акад. экономики и сервиса. — Уфа : Белая река, 2008. — 119 с. : ил. ; 20 см. — Библиогр.: с. 116—119.[4]
Уның менән әңгәмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аввакумова Ю. Валерий Кокин, начальник управления Федеральной службы Российской Федерации по контролю за оборотом наркотиков по Республике Башкортостан, генерал-лейтенант полиции: «Мы работаем на будущее!» «ufa1.ru» сайты, 2009, 23 март[5].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Романов В. Он честно служил Отчизне (К 60-летию со дня рождения генерала Валерия Кокина). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 18 сентябрь[6].
- Рустэм Хамитов принял участие в траурной церемонии прощания с Валерием Кокиным. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 18 ғинуар[7].
- На 56 году умер начальник Управления Наркоконтроля по Башкирии Валерий Кокин. «Комсомольская правда» гәзитенең сайты. 2012, 16 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәр йыл һайын наркоманияны иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш өлкәһендә полиция генерал-лейтенанты Валерий Иванович Кокин исемендәге йәштәр премияһына конкурс үткәрә[8].[9]
- Башҡортостандың «Динамо» физкультура-спорт йәмғиәте полиция генерал-лейтенанты Валерий Иванович Кокин иҫтәлегенә арнап республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре араһында Макаров пистолетынан һәм һунар мылтығынан атыу буйынса турнир үткәрә[10].
- 2013 йылда Өфө ҡалаһының Октябрь районына ҡараған Нуғай ауылы урамына Валерий Кокин исеме бирелде[6][11].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Валерию Кокину присвоено звание генерал-лейтенанта полиции. НОВОСТИ@RB7.RU сайты, 2009, 24 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2016)
- ↑ 2,0 2,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;МК
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 3,0 3,1 - «disserCat — электронная библиотека диссертаций» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
- ↑ 4,0 4,1 АВТОР: Кокин, Валерий Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
- ↑ «ufa1.ru» сайты, 2009, 23 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
- ↑ 6,0 6,1 Он честно служил Отчизне (К 60-летию со дня рождения генерала Валерия Кокина). , 2016, 18 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2016)
- ↑ Рустэм Хамитов принял участие в траурной церемонии прощания с Валерием Кокиным. , 2012, 18 ғинуар (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 сентябрь 2016)
- ↑ Конкурс на молодежную премию Республики Башкортостан имени генерал-лейтенанта полиции В.И.Кокина в области профилактики наркомании и борьбы с преступностью Официальный сайт городского округа город Нефтекамск. 2016, 27 сентябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
- ↑ Объявлен конкурс на соискание молодежной премии имени генерал-лейтенанта полиции В. И. Кокина в области профилактики наркомании и противодействия наркопреступности в 2014 году. Федеральная служба Российской Федерации по контролю за оборотом нарокотиков. Аппарат государственного антинаркотического комитета. Управление по Привожскому федеральному округу. Официальный сайт. 2014, 10 сентябрь(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
- ↑ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы сайты, 2013, 27 сентябрь(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)
- ↑ Башкирская энциклопедия. Уфа - улицы, носящие имена людей: Улица Валерия Кокина 2016 йыл 5 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2016)