Варкаус
Варкаус (фин. Varkaus) — Финляндияның көнсығыш һәм үҙәк өлөшөндәге сәнәғәт ҡалаһы һәм муниципалитеты,Төньяҡ Саво провинцияһында урынлашҡан. Муниципалитеттың майҙаны 524,55 км², шуның 138,47 км² һыу өҫтө биләй[13].
Халыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Муниципалитеттың халҡы 2014 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 23 569 кеше[14]. Халыҡ тығыҙлығы — 44,9 кеше/км². Рәсми теле— фин, 98,2 % халыҡтың туған теле. Халыҡтың 0,2%-ы. теле — швед теле һәм 1,6%-ның — башҡа телдәр. Кесе йәштәге кешеләт 15 йәшкә тиклем 14,8 %; 65 йәштән өлкән кешеләр — 20,5 % тәшкил итә.
Тарихы һәм географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Варкаус Саймаа күленең муйынында урынлашҡан, шул уҡ исемдәге канал ҡала аша үтә. Ул шулай уҡ Финляндиялағы граждандар һуғышында мөһим роль уйнай : 1918 йылда ҡала Ҡыҙыл армия тарафынан баҫып алына, ләкин бикле ауыл хужалығы ерендә тороуы арҡаһында Аҡ гвардияға күсә. А. Альстром целлюлоза-ҡағыҙ комбинаты барлыҡҡа килгәс, 1929 йылда Варкаус сауҙа ҡалаһы булып таныла һәм 1962 йылда үҙенең уставын ала. Ҡала күп фин халҡы өсөн иң популяр ял итеү урыны булып тора, уларҙың күбеһе Саймаа күл системаһында сәйәхәт ҡыла
Исеме varkaus фин теленән «ҡыҙ урлау» тип тәржемә ителә, әммә был мөнәсәбәттәр ҡалаға ҡарамай. Иҫке фин телддә шул уҡ һүҙ муйын тигәнде аңлата, һәм ысынлап та ҡалакүл муйынында урынлашҡан[<span style="" title="не указан источник на утверждение (7 февраля 2014)">1873 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>].
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Варкауста Enso Stora Oy урман сәнәғәте компанияһының бүлексәһе урынлашҡан. Был целлюлоза һәм ҡағыҙ етештереү комбинатында туранан-тура 450 тирәһе кешене эш менән тәьмин ителгән, ә ситләтеп — 1500 самаһы кеше тағы ла эшләй. Төбәктең энергетика өлкәһе сәнәғәтендә 2000 самаһы кешене эш менән тәьмин итеүсе кластер булдырылған[<span style="" title="не указан источник на утверждение (27 августа 2017)">сығанаҡ 576 көн күрһәтелмәгән</span>].
Төп иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Silta Komminselän Silta күпере
- Сәнғәт үҙәге Väinölä
- Härkämäki обсерваторияһы
- Vattuvuori саңғы үҙәге
- Taipale каналы
- Varkaus мәҙәни-тарихи музей
- Механик музыка музейы
- Күҙәтеү майҙансығы «Sateenkaari»
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Ahlströminkatu урамы
-
ЦБК Варкаус
-
Ҡала күренеше
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024 — Статистический центр, 2024.
- ↑ Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavain — Статистический центр.
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Population growth biggest in nearly 70 years — Статистический центр.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Kansainvälisyysohjelma — Варкаус.
- ↑ http://www.petrozavodsk-mo.ru/en/self/relations/view.htm?id=10202731@cmsArticle
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedot — Association of Finnish Municipalities.
- ↑ Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ https://varkaus.fi/ (фин.)
- ↑ 12,0 12,1 (unspecified title)
- ↑ Maanmittauslaitos (Vermessungsamt finnisches): Suomen pinta-1 alat kunnittain. 2010 Januar
- ↑ «VÄESTÖTIETOJÄRJESTELMÄ REKISTERITILANNE 30.09.2012» 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- varkaus.fi — Варкауса рәсми сайты (фин.)
- Официальный сайт муниципалитета Варкауса (фин.)