Залаэгерсег
Залаэгерсег (мадьярса Zalaegerszeg, нем. Egersee) — Венгрияның көнбайышындағы ҡала, административ үҙәге, Зала медьеһының административ үҙәге. Халҡы - 59 275 кеше (1 ғинуар, 2014 й.)
Транспорт һәм географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Залаэгерсег Көнбайышын-Задунайский крайында, Будапештан 200 саҡрым тирәһе көньяҡ-көнбайышта һәм 35 километр төньяҡ-көнбайыш, осонда күл — Балатон күленең көнбайыш сигенән 35 километр төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Сама менән 40 саҡрым көнбайышҡа табан Австрия һәм Словения сиктәре үтә. Ҡалала тимер юл станцияһы бар. Залаэгерсег аша Е65 Вашвар — Залаэгерсег — Надьканижа автомобиль юлдары үтә. Ҡала биләмәләрендә Зала йылғаһы (Балатон бассейны) аға.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе тапҡыр ҡала 1247 йылда телгә алынған, ә 1293 йыл Эгерсег кеүек телгә алына. 1266 йылда король Бела IV ҡаланы Веспремский диоцезына ҡуша һәм Эгерсег менән веспремск епископтары идара итә. XIV быуатта Эгерсег төбәктә иң ҙур ҡала була. 1368 һәм 1389 йылдар осоронда Эгерсег королдең ирекле ҡалаһы статусын ала, әммә һуңынан тағы веспремск епископтары милкенә ҡарай һәм шунда 1848 йылға тиклем тора. 1381 йылда ҡалала беренсе таш сиркәү төҙөлә. Ҡала халҡы бик тиҙ арта, Эгерсег «де-факто» Зала комитатының баш ҡалаһы була.
Мохач эргәһендәге алышта 1526 йылда еңелгәндән һуң, Ғосман империяһы ғәскәрҙәре венгр ерҙәрен баҫа башлаған, шунлыҡтан ҡалала фортификацион эштәр үткәрелә, стеналар һәм нығытмалар төҙөлә. Төрөктәр тәүге тапҡыр ҡалаға 1570 йылда һөжүм итә, әммә Эгерсегты ала алмай. Көньяҡта ятҡан эре Надьканижа ҡалаһын төрөктәр баҫып алғас, Эгерсегтың стратегик әһәмиәте бик ныҡ үҫкән. Төрөктәрҙең 1616 йылдағы икенсе һөжүме лә йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Эгерсег 1664 ғына төрөктәр тарафынан баҫып алына, әммә XVII быуат аҙағында ҡаланы төрөктәрҙән австрия армияһы азат итә.
XVIII быуатта комитат баш ҡалаһы рәсми рәүештә Эгерсегҡа күсерелә.1730 йылда ҡалала барокко стилендә ратуша, ә 1760 йылда ҙур сиркәү төҙөлә. XIX быуатта ҡала роле кәмей башлай, Надьканижа һәм Кестхей комитат баш ҡалаға конкурент булып тора. 1870—1885 йылдарҙа Эгерсег ҡала статусын юғалта. XIX быуатта ҡаланы Залаэгерсег тип атайҙар, йәғни «Залалағы Эгерсег». Тимер юлы ҡалаға 1890 йылда килә. Быуаттар сигендә ҡалала күп яңы биналар төҙөлә.
Икенсе донъя һуғышында Залаэгерсгтың 1220 йәһүде Освенцимда һәләк булған. 28 мартта, 1945 йылда, ҡала Совет армияһы тарафынан азат ителә. Һуғыш ваҡытында ҡалаға ҙур зыян булмай.
Һуғыштан һуңғы ваҡытта ҡалала бер нисә сәнәғәт предприятиеһы төҙөлә, нефть эшкәртеүсе эре предприятиелары һәм текстиль фабрикаһы барлыҡҡа килә. Күпселек тирә-яҡ ауылдары иҫәбенә ҡала тиҙ үҫешә. Социализм ҡыйралғандан һуң барлыҡҡа килгән көрсөк 90-сы йылдарҙа иҡтисади үҫеше менән алмашына.
Иҫтәлекле урындар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рим-католик сиркәүе (1760 йылда, барокко)
- Иҫке ратуша (барокко, XVIII быуат)
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Залаэгерсег ҡалаһында илдең шул уҡ исемдәге көслө футбол клубы төпләнгән. 2002 йылда был команда ил чемпионы булды. Венгрия 2006/2007 сезоны чемпионатта Залаэгерсег командаһы өсөнсө урынды биләй.
2004 йылда ҡалала ҡатын-ҡыҙҙар гандболы буйынса Европа чемпионаты үтә, ә 2005 йылда — фехтование буйынса Европа чемпионаты.
1983 йылдың йәйендә Залаэгерсег эргәһендә спорт орентиры буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
Данлыҡлы кеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вайда, Лайош (1908—1941) — рәссам-график
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Добрич (Болгария)
- Гориция (Италия)
- Херсон (Украина)
- Клагенфурт (Австрия)
- Кросно (Польша)
- Кузель (Германия)
- Лендава (Словения)
- Марль (Германия)
- Сургут (Рәсәй)
- Тыргу-Муреш (Румыния)
- Вараждин (Хорватия)
- Варкаус (Финляндия)
- Ҡалып:Флаг Боснии Зеница (босния һәм Герцеговина)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Венгрия. Путеводитель. Вокруг света, 2007 г. ISBN 978-5-98652-117-6