Василевский Вячеслав Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Василевский Вячеслав Николаевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 16 июнь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (33 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Красноярск крайы, Зеленогорск[d]
Һөнәр төрө дзюдоист, самбист, боец смешанных единоборств
Спорт төрө самбо[d] һәм Дзюдо
Ҡатнашыусы Чемпионат России по боевому самбо 2013[d], Чемпионат России по боевому самбо 2008[d], Чемпионат России по боевому самбо 2009[d], Чемпионат России по боевому самбо 2010[d], Чемпионат России по боевому самбо 2012[d], Чемпионат России по боевому самбо 2014[d], Чемпионат России по боевому самбо 2015[d] һәм Чемпионат России по боевому самбо 2017[d]
Бейеклеге 178 сантиметр
Commons-logo.svg Василевский Вячеслав Николаевич Викимилектә

Василевский Вячеслав Николаевич (тыуған 16 июнь 1988 йыл, Зеленогорск, Красноярск крайы, СССР) — Рәсәй профессиональ спортсыһы, хәрби самбо һәм ҡатнаш көрәштә (MMA) ҡатнашыусы. M-1 Selection 2010 чемпионы. Ярым ауыр ауырлыҡтағылаор араһында M-1 Challenge чемпионы. «Fight Mix Combat» версияһы буйынса Европа чемпионы. Хәрби самбо буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы. Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы. Хәрби самбо буйынса атҡаҙанған спорт мастеры. Ҡул һуғышы буйынса 2012—2014 йылдарҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионы. Бразилия джиу-джитсуһы буйынса ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге билбау эйәһе. Уртаса ауырлыҡта М1 чемпионы.

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вячеслав Василевский Зеленогорск ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан дзюдо шөғөлләнә, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Трифонов Александр[1] ҡулы аҫтында 10 йыл ғүмерен уға бағышлай[2]. Ошо ваҡыт эсендә ул Красноярск крайы чемпионы, Рәсәй беренселеге призеры, ә һуңыраҡ — өлкәндәр араһында Себер һәм Красноярск крайы чемпионы.

2007 йылда Василевский бокс >буйынса тренер Василий Смыков етәкселегендә күнекмәләр башлай һәм уның тәҡдиме буйынса самбо буйынса турнирҙарҙа ҡатнаша башлай[2].

2008 йылда Василевский хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры була, шулай уҡ Европа чемпионатында еңә. Ошо ярышта ул Алексей Чугреев менән таныша һәм, уның тәҡдимен ҡабул итеп, үҙен профессиональ ҡатнаш көрәштә һынап ҡарай.

ММА-лағы ҡатнаш көрәштәге сығыштары менән бер рәттән хәрби самбо буйынса параллель рәүештә ҡатнашып килеүен дауам итә, унда дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында еңә (һуңғы тапҡыр — 2013 й.) һәм дүрт тапҡыр донъя чемпионаттарында (һуңғы тапҡыр — 2013 йыл) еңеү яулай. 2014 йылда хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионаты финалында Солтан Алиевтан ҡалыша, был үҙенсәлекле апсет була. Был көтөлмәгән финалда еңелгәндән һуң, Вячеслав, Европа чемпионатында дүрт минут эсендә еңеп, хәрби самбо буйынса Европа чемпионы була.

Ҡаҙаныштары һәм титулдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Владимир Путин VIII Халыҡ-ара «Плотформа S‑70» профессиональ хәрби самбо турнирында еңеүсе Вячеслав Василевскийға бүләк тапшыра. Сочи, 9 август 2017 йыл
  • 2008
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призеры
    • Хәрби самбо буйынса Европа чемпионы
  • 2009
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионы
    • Хәрби самбо буйынса донъя чемпионы
  • 2010
    • Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы
    • M-1 Selection ярышының еңеүсеһе
    • M-1 Challenge ярышында ярым ауыр ауырлыҡта беренсе чемпион
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы[3]
  • 2011
    • «Fight Mix Combat» буйынса Европа чемпионы
  • 2012
    • Ҡул һуғышы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионы
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы[4]
  • 2013
    • Дүрт тапҡыр хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионы
    • Эске эштәр министрлығының ҡул һуғышы буйынса ике тапҡыр чемпионы
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
  • 2014
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш призер
    • Хәрби самбо буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы
    • Эске эштәр министрлығының ҡул һуғышы буйынса өс тапҡыр чемпионы
    • M-1 Challenge ярышында уртаса ауырлыҡ категорияһында донъя чемпионы
  • 2015
    • 90 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында хәрби самбо буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы
  • 2017
    • Хәрби самбо буйынса Рәсәй чемпионы 2017 йылда — 1;

Сығыш яһау таблицаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вячеслав Василевский: на пути к вершине (вторая часть)  (рус.). mixfight.ru (2010-09-25). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 октябрь 2012. 28 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 Вячеслав Василевский: на пути к вершине (первая часть)  (рус.). mixfight.ru (2010-09-23). Тәүге сығанаҡтан архивланған 23 октябрь 2012. 28 сентябрь 2010 тикшерелгән.
  3. Вячеслав Василевский и Кирилл Сидельников стали чемпионами мира по боевому самбо  (рус.), mixfight.ru (9 ноябрь 2010). 12 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  4. Чемпионат мира по самбо среди мужчин, женщин и по боевому самбо.  (рус.), Всероссийская федерация самбо (8 ноябрь 2012). 12 ноябрь 2012 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]