Эстәлеккә күсергә

Перовский Василий Алексеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Василий Перовский битенән йүнәлтелде)
Василий Алексеевич Перовский
В. А. Перовский портреты, рәссам Карл Брюллов (1837)
В. А. Перовский портреты, рәссам Карл Брюллов (1837)
Тыуған көнө

20 февраль 1795({{padleft:1795|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Почеп

Вафат булған көнө

20 декабрь 1857({{padleft:1857|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (62 йәш)

Вафат булған урыны

Алупка

Ил

 Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

кавалерия генералы
генерал-адъютант

Наградалары һәм премиялары
Ҡалып:Орден Андрея Первозванного с алмазами
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
I дәрәжә Изге Владимир ордены
I дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
II дәрәжә Изге Владимир ордены
Ҡалып:Орден Святого Владимира 4 степени с бантом
Изге Александр Невский алмаслы ордены
Аҡ бөркөт ордены
Аҡ бөркөт ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
Ҡалып:Золотое оружие «За храбрость» с алмазами
 Перовский Василий Алексеевич Викимилектә

Граф (1855) Перовский Василий Алексеевич (20 февраль 1795 йыл, хәҙерге Брянск өлкәһе, Почел — 20 декабрь 1857 йыл, Алупка) — кавалерия генералы, генерал-адъютант, Ырымбур губернаторы, һуңынан генерал-губернатор. Урта Азияны баҫып алыу буйынса беренсе ынтылыш етәксеһе — Хиуа походы (1839—1840) һәм Коканд походы (1853).

Василий Алексеевич Перовский граф Алексей Разумовский менән мещан ҡатламынан Мария Михайловна Соболевскаяның никахтан тыш тыуған балаһы. Яҙыусы Антоний Погорельскийҙың һәм эске эштәр министры Лев Перовскийҙың туғаны. Мәскәү университетында уҡыуҙы тамамлағас, 1811 йылда ғали йәнәптәре һарайында колонна оҙатыусы булып хеҙмәт итә.

1812 йылда Бородино алышында ҡатнаша, һул ҡулының бер бармағын юғалта, ә һуңынан сигенгән саҡта әсирлеккә эләгә һәм унда Парижды союздаштар алғанға тиклем була. Перовскийҙың Ватан һуғышында ҡатнашыуы Г. П. Данилевскийҙың «Яндырылған Мәскәү» романындағы ваҡиғаларға нигеҙ итеп алынған (1885).

Бармағын юғалтыу буйынса замандаштарының ошондай күрһәтмәләре билдәле: Юнкер булған саҡта ул бүлмәһендә балауыҙ пулялары менән пистолеттан атып ирмәк тапҡан һәм бер ҡасан да пистолеттан айырылмаған; йыш ҡына көбәк тишегенә бармағын тығып, бармаҡта эленеп торған пистолет менән арлы-бирле йөрөгән. Бер шулай йөрөгән саҡта ул көбәккә ҡағыла; атыу яңғырай һәм көбәккә тығылған бармағының өлөшө өҙөлөп сыға; шул саҡтан бармағына ул алтын уймаҡ кейҙереп йөрөй, уймаҡҡа сылбырҙа лорнет эләктерелгән була.

1814 йылда Гвардия баш штабына беркетелә, башта Егерь лейб-гвардияһында, ә һуңғараҡ Измайлов полкында тора. 1818 йылда бөйөк кенәз Константин Павловичҡа адъютант итеп тәғәйенләнә.

Декабристар хәрәкәтенең тәүге осоро ҡатнашыусыһы, «Благоденствие Союзы» ағзаһы[1].

Николай I батшалыҡҡа килгәс тә, Перовскийҙы флигель-адьютант итеп тәғәйенләй. 1825 йылда 14 декабрендә император янында була, Сенат майҙанында арҡаһына түмәр менән һуғалар.

1828 йылдағы төрөк һуғышында батырлыҡ күрһәтә, Анапаны штурм менән ала, Варна янында ҡаты яралана һәм строевой хеҙмәттән баш тартырға мәжбүр була; батырлыҡтары өсөн генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм император свитаһына индерелә. Шулай уҡ ул IV дәрәжәле Изге Георгий һәм I дәрәжәле Анна ордендары менән наградлана. 1829 йылда баш диңгеҙ штабы канцелярияһы директоры итеп тәғәйенләнә. Перовский ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем яу яланында ла, һарай паркетында ла ҡыйыу булып ҡала. Төрөк кампанияһында ул ҡая янында башҡа офицерҙар менән түңәрәктә тора, шул ваҡытта улар алдына бомба килеп төшә. Бомба шыжлау тауыштарын сығарып өйөрөлөп ята. барыһы ла шаҡ ҡата; Перовский ғына тыныс тауыш менән: «Һөйәл!» — ти ҙә үҙе ҡаяға һыйынып, һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап бомба шартлағанын һәм төрлө яҡҡа ярсыҡтары сәселгәнен көтөп тора.

1833 йылда Ырымбур хәрби губернаторы һәм Айырым Ырымбур корпусы командиры итеп тәғәйенләнә. Перовскийҙың 1834—1835 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын баҫтырыуҙа күрһәткән тырышлығын Николай I үҙе һуңғараҡ уға яҙған рәхмәтле хатында билдәләп үтә: Я с особенным удовольствием вижу, что Вы оправдали все ожидания мои… Одобряя вполне все распоряжения Ваши к водворению строгой дисциплины и порядка в башкирских кантонах, я вменяю себе в приятный долг изъявить Вам за сие усердия мою собственную признательность"[2].

Перовскийҙың 1839 йылдағы Хиуа походы уңышһыҙ тамамлана. Өс йылдан һуң ул Ырымбур крайы менән идара итеүен ҡалдыра, тағы ла бер йылдан кавалерия генералы званиеһын ала. 1845 йылда Дәүләт Советы ағзаһы итеп билдәләнә, ә 1847 йылда — Адмиралтейство советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә.

1851 йылда Ырымбурға ҡабаттан Ырымбур һәм Һамар губерниялары губернаторы булып әйләнеп ҡайта. Был ваҡытта ул алдан планлаштырған саралары тормошҡа ашҡан була: далала күп һанлы нығытмалар төҙөлгән, Арал диңгеҙе тикшерелгән һәм унда пароход элемтәһе һәм Арал флотилияһы ойошторолған. 1853 йылда Аҡмәсет коканд нығытмаһы ҡаты һөжүм менән алына; 1854 йылда Хиуа ханы менән Рәсәй өсөн табышлы килешеү төҙөлә. Перовский хөрмәтенә Аҡ мәсет Перовск исемен йөрөтә башлай һәм был исем аҫтында 1922 йылға тиклем билдәле була.

Император Александр II батшалыҡты ҡабул иткән көндә үҙе шәхсән яҙған хатында атаһының дуҫына «оҙайлы, тоғро һәм тырыш хеҙмәте өсөн» рәхмәтен белдерә. 1855 йылда Перовский граф дәрәжәһенә лайыҡ була, ә коронация көнөндә Перовский Изге Андрей Первозванный орденының гәүһәр билдәләре менән наградлана.

Перовский 1857 йылдың 7 апрелендә ауырыуы сәбәпле отставкаға китә һәм шул уҡ йылдың 8 декабрендә Воронцовтар имениеһында Алупкала вафат була. Ул буйҙаҡ һәм балаһыҙ була. Балаклавала Изге Георгий монастырында ерләнә[3]. Племянник Первого, А. Т. Толстой, Перовскийҙың ир туғаны, Софья Миллерға 11 декабрҙә яҙа:

Башҡорттар һәм Перовский

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй батшалары башҡорт һуғышсыларын йыш ҡына Урта Азияға яуға ебәрә, яулап алыу һуғыштарында ҡатнаштыра.

В. Перовский башҡорт халҡы хәтерендә ихтилалдарҙы баҫтырғандағы аяуһыҙлығы менән дә, Һырдаръя өлкәһенең Аҡмәсет ҡалаһын яулатыр өсөн башҡорт ғәскәрен алып барып, шулай уҡ аяуһыҙлыҡ менән һуғышырға мәжбүр итеүе менән дә уйылып ҡала.

В. Перовский 1834—1835 йылдарҙа башҡорт ихтилалын уғата тырышлыҡ күрһәтеп туҡтата. Был хеҙмәте өсөн батша Николай I үҙе уға рәхмәт хаты ебәрә.

Ырымбур губернаторы генерал В. Перовский көслө ағымлы Һырдаръя (Сырдаръя) аша сығып, Аҡмәсет[4] ҡалаһын алырға күп тапҡыр уҡталған.

Аҡмәсет ҡалаһын алыу тарихы аҙымлап тигәндәй йырҙа бәйән ителә. Халҡыбыҙҙың Һыр тигән йыры ана шул ҡанлы тарихҡа — Аҡмәсетте алыу ваҡиғаһына арналған. Перовскийҙың ғәскәренең төп көсө башҡорттарҙан тора. Йырҙа был хаҡта ошолай тиелә: Бары беҙҙең генә башҡорттар шул/ Күҙ терәгән әрме көстәре.

Һырдаръяҡай буйы, ай, ҡомлоҡтор,

Аттарыбыҙ ерһенеп, түҙә алмай.

Перовский майор фарман бирә

Һаман алға тиеп, туҡталмай.

Бик күптәр батып үлә, астан ҡырҡылған хәлһеҙ башҡорт ғәскәре шулай ҙа Һыр йылғаһын аша сыға һәм ҡаланы яулай. Аҡмәсет тулыһынса баш һалғас, В. Перовский башҡорт ғәскәре менән уның урамдары буйлап ҡаланы ҡарап йөрөгәндә, ҡурайсылар уға арнап көй сығара. Дәртле көйҙән хатта аттары ла, ошо көйгә тап килтереп, «бейей». В. Перовскийҙы данлап уйналған көй ошо көнгәсә Перовский тип һаҡланған һәм уға бейеү ҙә һалынған[5].

  • Генерал-майор (25.06.1828)[6]
  • Генерал-адъютант (06.12.1829)
  • Генерал-лейтенант (06.12.1833)
  • Кавалерия генералы (10.10.1843)

Рәсәйҙеке:

  • 4 дәрәжә Изге Владимир ордены бант менән (1812)
  • Алтын шпага «Батырлығы өсөн» алмаздар менән (1828)
  • I дәрәжә Изге Анна ордены (1828)
  • 4 дәрәжә Изге Георгий ордены (15.06.1828)
  • II дәрәжә Изге Владимир ордены (1831)
  • «XX йыл намыҫлы хеҙмәте өсөн» билдәһе(1832)
  • Аҡ бөркөт ордены (1835)
  • Изге Александр Невский ордены (1837)
  • Изге Александр Невский орденына алмаз билдәләре(1841)
  • I дәрәжә Изге Владимир ордены (1846)
  • Изге Андрей Первозванный ордены(1852)
  • Изге Андрей Первозванный орденына алмаз билдәләре(1856)

Сит илдәрҙеке:

  • Пруссия Изге Иоанн Иерусалимский ордены (1816)

Перовский иҫтәлегенә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Перовский портреты, Брюллов, 1837.
  • 1878-се йылда Ырымбурҙа В. А. Перовский хөрмәтенә урамға уның исеме бирелә.
  • 2006 йылда Ырымбурҙа реконструкциянан һуң С. М. Киров исемендәге Балалар паркы В. А. Перовский исемен йөрөтә башлай. Постников урамы яғынан Перовский бюсты урынлаштырылды.
  • Перовский исеме менән боронғо башҡорт һунар-яугир ирҙәр бейеүе бәйле[7]. «Форт Перовский» бейеүе башҡорт яугирҙары, Урта Азияға һәм ҡаҙаҡ далаларына В. А. Перовскийҙың походында ҡатнашыусылары тарафынан «Перовский маршы» көйөнә һалынған.
  • Ҡаҙаҡ халыҡ музыканты һәм композиторы Курманғазы үҙенең бер әҫәрен «Перовский маршы» тип атаған.
  • В. А. Перовский хөрмәтенә үҫемлектең бер төрө Перовския тип аталған.
  • В. А. Перовскийға В. С. Пикулдең «Хиуа, ҡапҡаларыңды ас!».тарихи миниатюраһы бағышланған.
  1. Музей декабристов
  2. Юсупова А. О восстании 1835 года 2016 йыл 27 декабрь архивланған.
  3. Бларамберг И. Ф. Воспоминания. М.: Наука, Главная редакция восточной литературы, 1978. Глава 8.
  4. [1]
  5. Акъюлов А. С. Перовский Василий Алексеевич // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8
  6. Список генералам по старшинству. СПб 1857 г.
  7. Энциклопедии Башкирии.

Ҡалып:Русское географическое общество