Васильев Виктор Анатольевич
Васильев Виктор Анатольевич | |
рус. Виктор Анатольевич Васильев | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 апрель 1956[1] (68 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Атаһы | Васильев, Анатолий Михайлович[d] |
Һөнәр төрө | математик, тополог, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | комбинаторика[d], топология, Комплекслы анализ, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы[d], интегральная геометрия[d] һәм теория катастроф[d] |
Эш урыны |
РФА-ның математика институты[d] ИПМ РАН[d] Мәскәү бойондороҡһоҙ университеты[d] Юғары иҡтисад мәктәбе |
Биләгән вазифаһы | компания президенты[d] |
Уҡыу йорто |
МДУ-ның механика-математика факультеты[d] М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты[2] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] (1992) |
Ғилми етәксе | Арнольд Владимир Игоревич |
Аспиранттар | Alexei G. Gorinov[d][2] |
Кемдә уҡыған | Арнольд Владимир Игоревич |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй Фәндәр академияһы |
Вики-проект | Проект:Математика[d] |
Васильев Виктор Анатольевич Викимилектә |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
XII Летняя школа «Современная математика » (Дубна, 19–30 июля 2012) 2-VVA-1.jpg | |
Математик В. А. Васильев |
Васильев Виктор Анатольевич (10 апрель 1956 йыл, Мәскәү) — Рәсәй математигы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Мәскәү математика йәмғиәте президенты[3]. Рәсәй мәктәп уҡыусылары өсөн олимпиадалар советының математика буйынса эксперт комиссияһы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты.
Топология, интеграль геометрия теорияһы үҙенсәлектәре, иҫәпләү ҡыйынлығы теорияһы, комбинаторика өлкәһендә белгес[4].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Математиктар ғаиләһендә тыуған, атаһы Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты профессоры А.M. Васильев (1923—1987), әсәһе Мая Владимировна Васильева, Потемкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институтының математика уҡытыусыһы[5].
1978 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын һәм 1981 йылда унда аспирантураны тамамлай, 1982 йылда «Особенности каустик и их приложения к исследованию асимптотик экспоненциальных интегралов и лагранжевых многообразий» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы (етәксеһе — В. И. Арнольд) яҡлай. 1992 йылдан физика-математика фәндәре докторы (диссертацияһы «Дополнения к дискриминантам гладких отображений»).
«Характеристические классы волновых фронтов» хеҙмәттәр серияһы өсөн Мәскәү математика йәмғиәтенең премияһына лайыҡ була (1985). Цюрихта Халыҡ-ара математиктар конгресында пленар доклад менән сығыш яһай (1994)[6].
Рәсәй Фәндәр академияһының Стеклов исемендәге математика институтының баш ғилми хеҙмәткәре. 1997 йылдың 30 майынан — РФА-ның математика бүлеге буйынса ағза-корреспонденты, 2003 йылдың 22 майынан — Рәсәй Фәндәр академияһы академигы..
Халыҡ-ара математик союздың башҡарма комитеты ағзаһы була (2004—2010). 2007 йылдан 2013 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Юғары аттестация комиссияһының математика һәм механика буйынса эксперт советын етәкләй, 2016 йылдан юғары аттестация комиссияһы ағзаһы булып тора. Ғилми тикшеренеүҙәрҙе фальсификациялауға ҡаршы көрәш буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы комиссияһы рәйесе (2018 йылдан).
2008 йылдан — юғары иҡтисад мәктәбенең математика факультетының геометрия һәм топология кафедраһы профессоры һәм мөдире. Шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Мәскәү университетында уҡыта.
2010 йылдың 22 июнендә, Мәскәү математика йәмғиәте президенты В. И. Арнольд вафат булыу сәбәпле, йәмғиәт ултырышында В. А. Васильевты Мәскәү математика йәмғиәте президенты вазифаһын башҡарыусы итеп раҫлау тураһында ҡарар ҡабул ителә[7] 2010 йылдың 14 сентябрендә уның президенты итеп һайлана[3].
Рәсәй Фәндәр академияһының хөкүмәт тарафынан реформаланған Фәндәр академияһына инеүҙән баш тартҡан академиктарың һәм ағза-корреспонденттарын берләштергән «1 июль» клубы ағзаһы[8].
Түбәндәге журналдарҙың редколлегия ағзаһы:
- «Функциональный анализ и его приложения» (баш редактор урынбаҫары, 2017 йылдан баш редакторы);
- «Известия РАН. Серия математическая»;
- «Moscow Mathematical Journal»;
- «Доклады Академии наук»;
- «Вестник Российской академии наук» (с 2018);
- «Selecta Mathematica, New Series»;
- «Journal of Knot Theory and its Ramifications»;
- «Topology and its Applications».
Тикшеренеүҙәре йүнәлештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенсәлектәр теорияһы, комплекслы анализ, топология, хисаплау ҡатмарлылығы теорияһы, интеграль геометрия, Пикар-Лефшец теорияһы, айырым сығарылмаларҙа дифференциаль тигеҙләмәләр, комбинаторика.
Төп баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- V. A. Vassiliev, maps of discriminants Complements of smooth: and applications topology, 2-d extended edition, Translations Math of. Monographs, 98, AMS, Providence, RI, 1994.
- V. A. Vassiliev, Ramified integrals, and singularities lacunas, Math. Appl., 315, Publishers Kluwer Academic, Dorderecht (Netherlands), 1995, pp 289.
- V. A. Vassiliev, and characteristic Legendre classes Lagrange, 2-d edition, and Gordon Publishers Breach, a New York.o., 1993, 273 pp.
Һанап киткән хеҙмәттәренең урыҫ теленә киңәйтелгән тәржемәләре:
- Васильев В. А. Топология дополнений к дискриминантам, Фазис, Москва, 1997, 536 с.
- Васильев В. А. Ветвящиеся интегралы, МЦНМО, Москва, 2000, 432 с.
- Васильев В. А. Лагранжевы и лежандровы характеристические классы, МЦНМО, Москва, 2000, 312 с.
Башҡа хеҙмәттәре:
- Арнольд В. И., Васильев В. А., Горюнов В. В., Ляшко О. В. Особенности. I. Локальная и глобальная теория. Итоги науки и техники. Сер. Совр. пробл. матем. Фундам. напр., том 6, 1988, 256 с.
- Арнольд В. И., Васильев В. А., Горюнов В. В., Ляшко О. В. Особенности. II. Классификация и приложения. Итоги науки и техники. Сер. Совр. пробл. матем. Фундам. напр., том 39, 1989, 256 с.
- Учебник: Васильев В. А. Топология для младшекурсников. — М.: МЦНМО, 2014
- V. A. Vassiliev, Applied Picard-Lefschetz theory, AMS, Providence RI, 2002, 336 pp.
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы 2012 йыл мәғариф өлкәһендә — «Система анализа и оценки научного содержания учебников для средней школы» хеҙмәте өсөн (авторҙаштар менән)[9].
- Рәсәй Фәндәракадемияһының И. Г. Петровский исемендәге премияһы «Лакуны гиперболических операторов и ветвление интегралов» эштәр циклы өсөн (2019)[10].
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны, шағир һәм тәржемәсе Татьяна Стамова менән бергә «Обыватели небес» исемле шиғырҙар китабын баҫтырып сығара[11]. А. Шарапова һүҙҙәренсә, был китапта Виктор Васильев «бер теманың авторы булып күренә — кеше өсөн ҡоллоҡта ҡалыу мөмкин түгел»[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #131904418 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 3,0 3,1 Правление Московского математического общества (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2010)
- ↑ Академику Васильеву Виктору Анатольевичу — 50 лет! Статья на официальном сайте РАН
- ↑ Гейдман Б. П. «Для меня детская аудитория — это море, которое всю жизнь меня зовет…»
- ↑ Victor A. Vassiliev Topology of discriminants and their complements // Proc. Int. Congress Math. 1994. — Vol. 1. — P. 209—226. Архивировано из первоисточника 31 декабрь 2013.
- ↑ По данным сайта ММО (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2010)
- ↑ По данным сайта Троицкий вариант
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 15 ноября 2012 г. N 2111-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2012 года в области образования», п. 6. — «Российская газета» от 21 ноября 2012 г., № 5941 (268).
- ↑ Премия имени И. Г. Петровского
- ↑ М.: Линор, 2013.
- ↑ Шарапова А. Незнакомый полет // Васильев В. А., Стамова Т. Ю. Обыватели небес. — М., 2013. — С. 4
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Виктора Анатольевича Васильева РФА рәсми сайтында
- Профиль В. А. Васильева на официальном сайте НИУ ВШЭ
- Публикации в газете «Троицкий вариант — Наука»