Арнольд Владимир Игоревич
Арнольд Владимир Игоревич (12 июнь 1937[3][1][10][…], Одесса[3][11][12][…] — 3 июнь 2010[13][3][1][…] (72 йәш), XII округ Парижа[d][14]) — СССР һәм Рәсәй математигы, топология, дифференциаль тигеҙләмәләр теорияһы, шыма сағылыштар һәм теоретик механика үҙенсәлектәре теорияһы өлкәһендә хеҙмәттәр авторы. XX быуаттың күренекле математиктарының береһе. СССР Фәндәр академияһы академигы (РФА-ның, 1990 йылдан, 1984 йылдан ағза-корреспонденты), АҠШ Милли Фәндәр академияһының (1983)[20], Француз Милли Фәндәр академияһының (1984), Лондон король йәмғиәтенең (1988), деи Линчеи Милли академияһының (1988), Америка фән һәм сәнғәт академияһының (1987), Америка философия йәмғиәтенең (1990), Европа академияһының (1991) сит ил ағзаһы. Физика-математика фәндәре докторы (1963), РФА-ның В. А. Стеклов исемендәге математика институтының төп ғилми хеҙмәткәре, Мәскәү дәүләт университеты һәм Париж-Дофин Университеты профессоры. Бик күп наградалар, Ленин премияһы (1965), Крафорд премияһы (1982), Вольф премияһы (2001), РФ Дәүләт премияһы (2007), Шао премияһы (2008) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арнольд Владимир Игоревич 1937 йылдың 12 июнендә Одессала тыуа, Мәскәүҙә үҫә һәм уҡый. Уның атаһы Арнольд Игорь Владимирович (1900—1948) математик була. Әсәһе Нина Алексадровна Арнольд (ҡыҙ сағында Исакович, 1909—1986), сәнғәт тарихсыһы була[21]. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында әсәһе менән Магнитогорск ҡалаһына эвакуациялана[22][23]. 59-сы һанлы Мәскәү мәктәбендә уҡый. МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлай (1959), С. Н. Кружков менән бер төркөмдә уҡый.
Мәскәү дәүләт университетында Андрей Николаевич Колмогоровтың 20 йәшлек уҡыусыһы булараҡ[24], 1957 йылда Арнольд, теләһә ниндәй бер нисә үҙгәреүсәнле өҙлөкһөҙ функцияны сикле һандағы ике үҙгәреүсәнле функцияларҙың комбинацияһы күренешендә күрһәтергә мөмкин булыуын күрһәтә, шуның менән Гильберттың өсөнсө проблемаһын хәл итә.
СССР Фәндәр академияһының ғәмәли математика институтында аспирантураны ваҡытынан алда тамамлай (1961) физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай[25]. МДУ ректоры Г. И. Петровский тәҡдиме буйынса механика-математика факультетында уҡыта башлай (1961)[26].
1963 йылдың 11 июнендә 26 йәшендә СССР Фәндәр академияһының ғәмәли математика институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[27][28] . Бынан һуң Арнольд 1987 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетында (1965 йылдан профессор вазифаһында), 1986 йылдан алып һуңғы көнөнә тиклем В. А. Стеклов исемендәге математика институтында эшләй.
Интегралланыусы гамильтон системаларының тотороҡлолоғо тураһында Колмогоров — Арнольд — Мозер теоремаһының авторҙашы. Математиканы (динамик системалар теорияһы, һәләкәттәр теорияһы, топология, алгебраик геометрия), сингулярлыҡ теорияһын һәм классик механиканы үҫтерә.
В. И. Арнольд 400-ҙән ашыу мәҡәләләр һәм бик күп һандағы дәреслектәр һәм монографиялар баҫтырып сығара. Утыҙҙан ашыу китабы күп тапҡыр ҡабатлап баҫтырыла һәм донъяның бик күп теленә тәржемә ителә[28].
В. И. Арнольд — ҙур фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы, уның уҡыусылары араһында: С. А. Баранников, И. А. Богаевский, Р. И. Богданов, А. Н. Варченко, В. А. Васильев, А. Б Гивенталь, В. В. Горюнов, С. М. Гусейн-Заде, А А. Давыдов, В. М. Закалюкин, М.. Э. Казарян, А. Г. Кушниренко, С. К. Ландо, А. И. Нейштадт, Н. Н. Нехорошев, А С. Пяртли, В. Д. Седых, А. Г. Хованский, А Н. Шошитайшвили һәм бик күп башҡалар[29].
Арнольд симплектик геометрияны айырым фән булараҡ айырыу инициаторҙарының береһе булып тора.
В. И. Арнольд үҙенең математик ҡәтғилекте һәм физик интуицияны оҫта ҡатнаштырып асыҡ һөйләү стиле, шулай уҡ ябай һәм аңлайышлы уҡытыу стиле менән билдәле[30]. Уның баҫмалары математиканың традицион бүлектәренә һәр ваҡыт яңы һәм ғәҙәттә геометрик ҡараш булып тора, бындай, мәҫәлән, ябай дифференциаль тигеҙләмәләрҙе сығарыу. В. И. Арнольд байтаҡ дәреслектәр баҫтырып математиканың яңы өлкәләре үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ләкин Арнольдтың китаптары, иҫбатлау өсөн кәрәкле мәғлүмәт бирмәйенсә, тик интуитив аңлауға ғына нигеҙләнгән раҫлауҙар ингән теориялары булған өсөн тәнҡитләнәләр.
В. И. Арнольд XX быуат уртаһында йәшәгән математиканың абстракцияның юғары кимәлендә ҡәтғи аксиоматик формала сикләнгән яҙылышын булдырырға тырышыуҙарҙы тәнҡитләүсе булып тора. Ул башлыса Никола Бурбаки француз мәктәбенең әүҙемлеге арҡаһында билдәле булған был ҡараш башта Францияла, ә аҙаҡ башҡа илдәрҙә математика уҡытыуға кире йоғонто яһауына тәрән инана[31].
Мәскәү математика йәмғиәте президенты (1996 йылдан алып). 1995—1998 йылдарҙа Халыҡ-ара математик союздың вице-президенты, 1999—2002 йылдарҙа уның башҡарма комитеты ағзаһы. Америка фән һәм сәнғәт академияһының сит ил ағзаһы (1987), Лондон математика йәмғиәтенең почетлы ағзаһы. Бойондороҡһоҙ Мәскәү университетының попечителлек советы рәйесе. «Успехи математических наук» журналының редколлегия ағзаһы
Арнольд В. И. һуңғы ваҡытҡа тиклем Мәскәүҙә В. А. Стеклов исемендәге математика институтында һәм Париж-Дофин Университетында эшләй. 2009 йылға ҡарата Рәсәй ғалимдары араһында иң юғары цитаталау индексына эйә[32]. Арнольд күп мәсьәләләрҙең[33] атап әйткәндә, йәнселгән һум тураһында мәсьәләнең авторы[34].
2010 йылдың 15 июнендә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында[35] академик Виталий Гинзбург менән йәнәш ерләнгән.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атаһы — математик һәм методист, педагогия фәндәре докторы, РСФСР Педагогия фәндәре академияһының ағза-корреспонденты, Мәскәү дәүләт университеты профессоры Арнольд Игорь Владимирович (1900—1948).
- Атаһы яғынан олатаһы — иҡтисадсы һәм статистик Арнольд Владимир Федорович (1872—1918), народник, «Опыт изучения крестьянских расходов по данным 50 описаний крестьянского хозяйства Херсонского уезда» (1898), «Общие черты агрономической техники и сельскохозяйственной экономики крестьянских хозяйств Херсонского уезда» (1902) һәм «Политико-экономические этюды» (1904) хеҙмәттәренең авторы.
- В. И. Арнольд атаһы яғынан — яҙыусы Б. С. Житковатың ейән ир туғаны (уның өләсәһе Арнольд Вера Степановнаның,ҡыҙ фамилияһы Житкова, ағайы була).
- Әсәһе — сәнғәт белгесе, Пушкин музейы хеҙмәткәре Арнольд Нина Александровна (ҡыҙ фамилияһы Исакович, 1909—1986).
- Әсәһе яғынан олатаһы — Исакович Александр Соломонович (1879—1938, атып үлтерелә) — адвокат, Одесса һыуытҡыс сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре һәм уҡытыу бүлеге мөдире[36]. Уның апаһы Лидия Соломоновна Исакович (1884—1962) физик Л. И. Мандельштамдың ҡатыны. Олатаһы — почетлы гражданин Соломон Леонтьевич Исакович (Федоров типография хеҙмәткәрҙәренә ярҙамлашыу йәмғиәте идараһы рәйесе) ҡатыны Рашель Моисеевна Исакович (ҡыҙ фамилияһы Бейленсон, 1853—1939) менән бергә 1893 йылдан Гаванна урамында № 10/12 килем йорто (Дерибасовская мөйөшө, № 22) хужаһы; 1908 йылда С. Л. Исакович вафат булғандан һуң йорт В. И. Арнольдтың олатаһы А С. Исаковичтың һәм уның ағаһының милкенә күсә.
- В. И. Арнольд әсәһе яғынан физиктар СССР Фәндәр академияһының Акустика институтының теоретик бүлеге мөдире Михаил Александрович Исаковичтың (1911—1982) һәм Бөтә Союз дәүләт фәнни әҙәбиәт китапханаһының физика бүлеге мөхәррире Наталья Александровна Райскаяның (тыумыштан Исакович, 1913—1988) туғаны; физик Л. И. Мандельштамдың (В. И. Арнольдтың өләсәһе Элеонора (Лея) Исааковна Исаковичтың, тыумыштан Мандельштам, 1886—1978, ҡустыһы) ейән туғаны[37][38][39].
- Ағайы — Арнольд Дмитрий Игоревич (1939—2019), физик.
- Ҡустыһы — Арнольд Виталий Дмитриевич (1968—2017), математик, уҡыусылар өсөн математик олимпиадалар ойоштороусы.
- Һеңлеһе Екатерина (1947)[40].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1957 — Мәскәү математик йәмғиәте премияһы[41]
- 1965 — Ленин премияһы (академик А. Н. Колмогоров менән бергә) — гамильтон системаларының тотороҡлоғо проблемаһы буйынса эштәр циклы өсөн.
- 1982 — Швеция короллеге фәндәр академияһынан Крафорд премияһы (Луис Ниренберг менән берлектә)
- 1992 — РФА-ның Н И. Лобачевский исемендәге премияһы.
- 1994 — Харви (Harvey Prize), Технион (Хайфа) премияһы
- 1999 — IV дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены — ватан фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн һәм Рәсәй Фәндәр академияһының 275 йыллығы айҡанлы[42]
- 2001 — математика буйынса Вольф премияһы
- 2001 — математик физика өлкәһендә Дэнни Хайнеман премияһы
- 2007 — Рәсәй Дәүләт премияһы — математика үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[43]
- 2007 — Черн саҡырылған профессоры
- 2008 — Шао премияһы[44] — математик физикаға ҙур мөһим өлөш индергән өсөн (Л. Д. Фаддеев менән берлектә)[45]
1992 йылда Европа математик конгресында пленар доклад яһай.
Пьер һәм Мария Кюри (Париж, 1979), Уорик (Ковентри) (1988), Утрехт (1991), Болонья (1991), Комплутенсе (Мадрид) (1994), Торонто (1997) университеттарының почетлы докторы.
Уның хөрмәтенә аталғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ABC ағымы (Arnold-Beltrami-Childress)
- Колмогоров — Арнольд — Мозер теорияһы
- Колмогоров — Арнольд теоремаһы
- Арнольд телдәре
- Арнольд сағылышы
- Арнольд диффузияһы
- Симплектоморфизмдарҙың хәрәкәтһеҙ нөктәләре тураһында Арнольд гипотезаһы
- Гильберт — Арнольд проблемаһы
- Астроном Людмила Карачкина Ҡырым астрофизика обсерваторияһында 1981 йылдың 7 сентябрендә асҡан (10031) Владарнольда астероиды В. И..Арнольд хөрмәтенә аталған.
- Йәнселгән һум тураһында Арнольд мәсьәләһе
- Арнольд принцибы (эпонимия тураһында)
Ҡайһы бер баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список статей В. И. Арнольда
- В. И. Арнольд. О некоторых задачах псевдопериодической топологии // Математическое Просвещение. — 1997. — В. 1.
- Статьи В. И. Арнольда в журнале Квант (1986—1998).
Интервью һәм популяр мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
ЛШСМ-2009 — В.И.Арнольд | |
ЛШСМ-2009 — В.И.Арнольд и В.Мошкин | |
ЛШСМ-2006 00 | |
ЛШСМ-2006 002 | |
ЛШСМ-2006 003 | |
ЛШСМ-2006 004 | |
ЛШСМ-2006 005 | |
ЛШСМ-2006 006 | |
ЛШСМ-2006 007 | |
ЛШСМ-2005 |
- «Новый обскурантизм и Российское просвещение»
- «Антинаучная революция и математика» 2013 йыл 22 март архивланған.
- «Нужна ли в школе математика?»
- «О печальной судьбе „академических“ учебников»
- Речь на парламентских слушаниях в Государственной Думе
- «О преподавании математики»
- Интервью лауреата Государственной премии РФ В. И. Арнольда
- Ответы В. И. Арнольда на вопросы профессора Д. С. Шмерлинга 2013 йыл 22 март архивланған.
- Математическая дуэль вокруг Бурбаки
- В. Губарев. Академик В. И. Арнольд: путешествие в хаосе // Наука и Жизнь. — 2000. — № 12.
- Ким Смирнов. Не плодите трусов! На вопросы «Кентавра» отвечает академик Владимир Арнольд (неопр.) (недоступная ссылка). Новая газета (23 июля 2007). Дата обращения: 6 июня 2010. Архивировано 31 октября 2009 года.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. И. Арнольд. Что такое математика? — М.: МЦНМО, 2002, 2008. — 104 с. — ISBN 978-5-94057-426-2.
- В. И. Арнольд. Дополнительные главы теории обыкновенных дифференциальных уравнений. — М.: Наука, 1978.
- В. И. Арнольд. Математические методы классической механики. — 3-е изд. — М.: Наука, 1989. — 472 с.
- В. И. Арнольд. Гюйгенс и Барроу, Ньютон и Гук. — М.: Наука, 1989. — 96 с. — (Современная математика для студентов). — ISBN 5-02-013935-1.
- В. И. Арнольд. Теория катастроф. — М.: Едиториал УРСС, 2004. — 128 с.
- В. И. Арнольд. Задачи Арнольда. — Фазис, 2000. — 454 с. — ISBN 5-7036-0060-X.
- В. И. Арнольд. Цепные дроби. — М.: МЦНМО, 2001. — 40 с. — ISBN 5-94057-014-3.
- В. И. Арнольд. Геометрия комплексных чисел, кватернионов и спинов. — М.: МЦНМО, 2002. — 40 с. — ISBN 5-94057-025-9.
- В. И. Арнольд. Задачи для детей от 5 до 15 лет. — М.: МЦНМО, 2004. — 16 с. — ISBN 5-94057-183-2.
- В. И. Арнольд. Математическое понимание природы. — М.: МЦНМО, 2009. — 144 с. — ISBN 978-5-94057-442-2.
- В. И. Арнольд. Избранное-60. — М.: Фазис, 1997. — 770 с. — ISBN 5-7036-0034-0.
- В. И. Арнольд. Истории давние и недавние. — М.: Фазис, 2002. — 92 с. — ISBN 5-7036-0077-4.
- В. И. Арнольд. Истории давние и недавние. — М.: Фазис, 2005. — 192 с. — ISBN 5-7036-0102-9. Архивная копия от 16 сентября 2017 на Wayback Machine
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Catalogus Professorum Academiae Rheno-Traiectinae
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 Deutsche Nationalbibliothek Record #119540878 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ https://link.springer.com/chapter/10.1007%2F978-1-4612-1037-5_2
- ↑ Sokolsky A. G. On the stability of small quasiperiodic motions in the hamiltonian systems (ингл.) // Celest. Mech. Dyn. Astron. — Springer Science+Business Media, 1978. — Vol. 17, Iss. 4. — P. 373—394. — ISSN 0923-2958; 1572-9478; 0008-8714 — doi:10.1007/BF01228958
- ↑ Djukic D. S. Adiabatic invariants for the nonconservative Kepler's problem (ингл.) // Celest. Mech. Dyn. Astron. — Springer Science+Business Media, 1993. — Vol. 56, Iss. 4. — P. 523—540. — ISSN 0923-2958; 1572-9478; 0008-8714 — doi:10.1007/BF00696184
- ↑ Адамс Д. The Gomboc // h2g2 — 1999.
- ↑ Israel Gelfand, Math Giant, Dies at 96 (ингл.) // The New York Times / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 2009. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ Self-Righting Object, The (ингл.) // The New York Times / J. Kahn — Manhattan: New York Times Company, A. G. Sulzberger, 2007. — ed. size: 443000 — ISSN 0362-4331; 1553-8095; 1542-667X
- ↑ 10,0 10,1 http://www.telegraph.co.uk/news/obituaries/science-obituaries/7886200/Vladimir-Arnold.html
- ↑ 11,0 11,1 Anosov D. B., Bolibrukh A. A., Faddeev L. D., Gonchar A. A., Gromov M. L., Gusein-Zade S. M., Il'yashenko Y. S., Khesin B. A., Khovanskii A. G., Kontsevich M. L. һәм башҡалар Vladimir Igorevich Arnol'd (on his sixtieth birthday) // Russian Mathematical Surveys — РФА-ның математика институты, 1997. — Т. 52, вып. 5. — Б. 1117—1139. — ISSN 0036-0279; 1468-4829; 0042-1316; 2305-2872 — doi:10.1070/RM1997V052N05ABEH002106
- ↑ 12,0 12,1 This Mathematical Month - June: A Brief Look at Past Events and Episodes in the Mathematical Community — Америка математик йәмғиәте.
- ↑ 13,0 13,1 http://www.heraldsun.com.au/news/breaking-news/numbers-up-as-top-mathematician-vladimir-arnold-dies/story-e6frf7jx-1225875367896
- ↑ 14,0 14,1 Fichier des personnes décédées
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 16,00 16,01 16,02 16,03 16,04 16,05 16,06 16,07 16,08 16,09 16,10 16,11 16,12 16,13 16,14 16,15 16,16 16,17 16,18 16,19 16,20 16,21 16,22 16,23 16,24 16,25 16,26 16,27 16,28 16,29 16,30 16,31 16,32 16,33 16,34 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ https://www.theses.fr/1997EPXX0008
- ↑ https://www.ae-info.org/ae/User/Arnold_Vladimir
- ↑ Vladimir Arnold
- ↑ Gusein-Zade, Sabir M. & Varchenko, Alexander N (December 2010), "«Obituary: Vladimir Arnold (12 June 1937 – 3 June 2010)»", Newsletter of the European Mathematical Society Т. 78: 28–29, <http://www.ems-ph.org/journals/newsletter/pdf/2010-12-78.pdf>
- ↑ В. И. Арнольд в эвакуационных списках (музей Яд Вашем, Иерусалим)
- ↑ Нина Александровна Арнольд (Исакович) в эвакуационных списках (1942)
- ↑ Арнольд Владимир Игоревич на сайте Истории математики math.ru
- ↑ Арнольд, В. И. О представлении непрерывных функций трех переменных суперпозициями непрерывных функций двух переменных. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата физико-математических наук. Московский ордена Ленина и ордена Трудового Красного Знамени государственный университет им. М. В. Ломоносова. Механико-математический факультет. — М., 1961. — 4 с.
- ↑ О людях Московского университета, 2019, с. 349
- ↑ Арнольд, В. И. Малые знаменатели и проблема устойчивости в классической и небесной механике. Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора физико-математических наук. Московский ордена Ленина и ордена Трудового Красного Знамени государственный университет им. М. В. Ломоносова. Механико-математический факультет. — М., 1963. — 4 с.
- ↑ 28,0 28,1 Краткое CV Арнольда Владимира Игоревича на сайте mccme
- ↑ Арнольд Владимир Игоревич на сайте mccme (Ученики)
- ↑ Во Франции во время курса лечения внезапно умер выдающийся российский математик Владимир Арнольд. Newsru.com.
- ↑ В. И. Арнольд. Математическая дуэль вокруг Бурбаки // Вестник РАН. — 2002. — Т. 72. — № 3. — С. 245—250. Архивировано из первоисточника 27 декабрь 2010.
- ↑ Список российских ученых с индексом цитируемости >1000
- ↑ В. И. Арнольд. Предисловие редактора и издателя // Задачи Арнольда. — Фазис, 2000. — С. 2. — 464 с. — ISBN 5-7036-0060-X.
- ↑ В. И. Арнольд. Задача 1956-1 // Задачи Арнольда. — Фазис, 2000. — С. 2. — 464 с. — ISBN 5-7036-0060-X.
- ↑ Математик Владимир Арнольд похоронен на Новодевичьем кладбище 2010 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Паралели жизни Паустовского и физика Тамма: На его квартире по адресу Елизаветинская улица, дом 4, кв. 36, в 1919—1922 годах жил физик И. Е. Тамм.
- ↑ В. И. Арнольд Интервью журналу «Чайка»
- ↑ В. И. Арнольд «Истории давние и недавние»
- ↑ Михаил Бинов «Параллели жизни Паустовского и физика И. Е. Тамма» 2011 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ Долорес Иткина (при участии Виталия Арнольда) «Неизвестные и известные побеги ствола Мандельштам» 2020 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Премия Московского математического общества
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 4 июня 1999 года № 701 «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников Российской академии наук» .
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 мая 2008 г. № 753 . 2010 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ Академик Арнольд: Математика у нас все ещё престижна, Эхо планеты, № 25-26, 2008 (Сайт РАН, 04.07.2008)
- ↑ Arnold and Faddeev Receive 2008 Shaw Prize, Notices of the AMS, September 2008
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аносов Д. В., Болибрух А. А., Васильев В. А., Вершик А. М., Гончар А. А., Громов М. Л., Гусейн-Заде С. М., Закалюкин В. М., Ильяшенко Ю. С., Козлов В. В., Концевич М. Л., Манин Ю. И., Нейштадт А. И., Новиков С. П., Осипов Ю. С., Севрюк М. Б., Синай Я. Г., Тюрин А. Н., Фаддеев Л. Д., Хесин Б. А., Хованский А. Г. Владимир Игоревич Арнольд (к шестидесятилетию со дня рождения) // Успехи математических наук, том 52, выпуск 5, 1997.
- Маслов В. П. Переплетение траекторий жизни // Троицкий вариант. — 2010. — № 13(57N).
- Садовничий В. А. Владимир Игоревич Арнольд (1937—2010) // О людях Московского университета. — 3-е изд., дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2019. — С. 348—355. — 356 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-19-011397-6.
- Ушёл Арнольд // Троицкий вариант. — 2010. — № 11(55N). (Номер посвящён памяти Владимира Игоревича Арнольда)
- Gregory S. Ezra, Stephen Wiggins. Vladimir Igorevich Arnold // Physics Today. — Dec 2010. — P. 74—76. (недоступная ссылка)
- V. Goryunov and V. Zakalyukin Vladimir I. Arnold // Moscow Mathematical Journal, Volume 11 (2011).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Владимира Игоревича Арнольда РФА рәсми сайтында
- mi.ras.ru/~arnold — Арнольд Владимир Игоревич рәсми сайты
- Биографическая информация на сайте Летопись Московского университета
- Личная страница на сайте МЦНМО
- Арнольд Владимир Игоревич: краткое CV
- Страница на Общероссийском математическом портале
- О Владимире Арнольде на сайте журнала «Эксперт»
- Владимир Арнольд. Документальный фильм из цикла «Острова»
- Могила В. Арнольда на Новодевичьем кладбище
- 12 июндә тыуғандар
- 1937 йылда тыуғандар
- Одессала тыуғандар
- 3 июндә вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Парижда вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Ленин премияһы лауреаттары
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Лондон короллеге йәмғиәте сит ил ағзалары
- Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы
- Рәсәй математиктары
- СССР математиктары
- XXI быуат математиктары
- XX быуат математиктары
- Алфавит буйынса математиктар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның механика-математика факультеты уҡытыусылары
- МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаусылар