Эстәлеккә күсергә

Вафин Мэлс Ғәҙел улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вафин Мэлс Ғәҙел улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1] (77 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Яҡшый, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө рәссам

Вафин Мэлс Ғәҙел улы (7 март 1947 йыл), педагогик хеҙмәт ветераны, рәссам, график. 1981—1995 йылдарҙа Өфөләге хәҙерге 155-се лицей уҡытыусыһы, 1996—2007 йылдарҙа Орджоникидзе районының Балалар ижады үҙәге директоры. 2002 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союздары ағзаһы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Мэлс[2] Ғәҙел улы Вафин 1947 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Яҡшый ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә урта белем алғас, Башҡортостан Художество фондында, төҙөлөш ойошмаһында рәссам-биҙәүсе булып эшләй.

1967 йылда Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү ситтән тороп уҡыу халыҡ сәнғәт университетының рәсем һәм һынлы сәнғәт факультетын, 1980 йылда — Түбәнге Тагил дәүләт педагогия институтының (артабан дәүләт социаль-педагогия академияһы, 2013 йылдан Екатеринбургтағы Рәсәй дәүләт һөнәри-педагогия университетының филиалы[3] сәнғәт-графика факультетын тамамлай.

1981—1995 йылдарҙа Өфөләге 5-се сәнғәт-сәнәғәт училищеһында (артабан 155-се лицей, хәҙер Өфө художество-гуманитар колледжы) рәсем һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы.

1996—2007 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының Балалар ижады үҙәге мөдире була.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәссам ижадының төп жанрҙары — графика, портрет һәм пейзаж. Ул майлы быяу, төҫлө аҡбур менән эшләй. Картиналарында ваҡ ҡына деталгә лә оло мәғәнә һала. Яҙған портреттарында кешенең тышҡы ҡиәфәте һәм йөҙ-битенә ҡарағанда тәү сиратта уның эске донъяһын, уй-кисерештәрен һәм, әлбиттә, холоҡ-фиғелен асыуға ныҡ иғтибар бирә.

Пейзаждарында ауыл темаһы тәүге урынды алып тора: «Йәй» (Лето), «Февраль. Зәңгәрһыу көн» (Февраль. Лазурный день), «Тыуған урамға баҫма» (Мостик на родную улицу), «Ямғырҙан һуң» (После дождя), «Иртәнге көтөү» (Утреннее стадо), «Атай йорто. Иртәнге оҙатыу» (Отчий дом. Утренние проводы), «Йома көн — пятничный день».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
  • Башҡортостан Рәссамдар союзы дипломы (2009)
  1. 1,0 1,1 http://www.shrb.ru/painting/vafin.htm
  2. Мэлс — Маркс, Энгельс, Ленин, Сталин фамилияларының беренсе хәрефтәреннән төҙөлгән исем
  3. Приказ МОиН РФ № 1002 от 28.08.2013