Эстәлеккә күсергә

Веселов Артемий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Веселов Артемий Николаевич
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 (31) октябрь 1906
Тыуған урыны Романово-Борисоглебский уезд[d], Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Даниловский уезд[d], Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 март 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (87 йәш)
Вафат булған урыны Курск, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы, ғалим, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө педагогика[1]
Эш урыны Курск дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Московский индустриально-педагогический институт имени Карла Либкнехта[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны СССР[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены К. Д. Ушинский миҙалы РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы

Веселов Артемий Николаевич (18 октябрь 1906 йыл — 1994 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, педагог, педагогия фәндәре докторы, профессор. Курск педагогия институты ректоры.

Артемий Николаевич Веселов 1906 йылда Ярославль губернаһының Марьино ауылында тыуған. 1928 йылдан алып КПСС ағзаһы булып тора.[2]. 1930 йылда К.Либкнехт исемендәге Мәскәү педагогия институтының ижтимағи-иҡтисади бүлегендә уҡый һәм шул уҡ йылда юғары мәктәптә педагогик эш башлай. 1943 йылдан 1994 йылға тиклем Курск педагогия институтында эшләй, ректор, кафедра мөдире, педагогика кафедраһы профессоры була. Рәсәй профессиональ-техник белем биреү тарихын тәрән тикшерә һәм анализлай. Педагогия фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, 1952 йылда «Очерки истории низшего профессионально-технического образования и подготовки рабочих кадров в РСФСР» темаһына диссертацияны уңышлы яҡлай. 1964 йылда профессор ғилми исемен ала[3].

Веселов 50 фәнни эш, шул иҫәптән педагогика тарихы өсөн әһәмиәтле булған бер нисә рәт монографиялар авторы булып тора. 1982 йылда «Очерки истории профессионально-технического образования в СССР» монографияһын әҙерләүҙә ҡатнашҡаны өсөн К.Д.Ушинский исемендәге СССР педагогия фәндәре академияһы премияһына лайыҡ була[4][5].

Курскиҙа йәшәгән. 1994 йылда вафат була.

Маҡтаулы исмедәре һәм ашҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Веселов А. Н. Низшее профессионально-техническое образование в РСФСР. – М., 1955;
  • Веселов А. Н. Среднее профессионально-техническое образование в дореволюционной России. – М., 1959;
  • Веселов А. Н. Профессионально-техническое образование в СССР. – М., 1961.
  • Педагогическая энциклопедия. Том 1. Гл. ред.- А.И. Каиров и Ф.Н. Петров. М., 'Советская Энциклопедия', 1964. 832 столб. с илл., 7л. илл.