Видади Молла Вәли
Видади Молла Вәли | |
әзерб. Molla Vəli Vidadi | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 17 март 1709[1] |
Тыуған урыны | Шамкир[d], Карабахское беглербегство[d], Сәфәүиҙәр дәүләте |
Вафат булған көнө | 13 май 1809[1] (100 йәш) |
Вафат булған урыны | Икинджи Шихлы[d], Сигнахский уезд[d], Грузинская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Балалары | Осман-эфенди Велизаде[d] |
Һөнәр төрө | шағир, уҡытыусы |
Сәнғәт йүнәлеше | суфыйлыҡ |
Жанр | шиғриәт |
Видади Молла Вәли Викимилектә |
Молла Вәли Видади (әзерб. ملا ولی ودادی, Molla Vəli Vidadi; 17 март 1709, Шәмкир, Ҡарабах бәйләрбәйлийи, Сәфәүиҙәр дәүләте ‒ 13 май 1809[2], Икинжи Шихлы, Грузия губернаһы) — XVIII быуат әзербайжан мәғрифәтсе шағиры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видади 1709 йылда Гәнжә бәйләрбәйлийинә ҡараған Шәмкир ҡалаһында тыуа. Ҡарабахта, ә һуңынан Тифлиста йәшәй. Грузин батшаһы Ираклий II-нең писары булып хеҙмәт итә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видади әзербайжан шиғриәтен үҙенең лирик шиғырҙары менән байыта, парлы рифмалы шиғырҙарҙың айырым формаһы — «гошма» оҫтаһы була.
Шағирҙың реалистик лирикаһы ашуғ шиғриәтенә яҡын. Молла Вәли Видадиҙың әҫәрҙәре ислам суфыйсылығы рухында яҙылған. Ул үҙ-ара һуғыштарҙы һәм феодаль ҡанһыҙлыҡты тәнҡитләй. Мәҫәлән, Видадиҙың дуҫы Хөсәйен Хан Муштағтың үлтерелеүенә яуап булған билдәле «Мусибат-наме» шиғырында шағир ҡан ҡойошло феодаль низағтарҙың ҡот осҡослоғон, наҙан һәм аяуһыҙ хандарҙы, уларҙың халыҡ алдындағы яуызлыҡтарын һәм енәйәттәрен фашлай:
Молла Вәли Видади билдәле әзербайжан шағиры Молла Панаһ Вәғифтең[3]яҡын дуҫы була. Видади ижадында уның Молла Панаһ Вәғиф менән шиғри хат алышыу-диалогы биләй, улар йөкмәткеһе менән ашуғтар ярыштарын хәтерләтә. Вәғифтең әҫәрҙәрендә мажор тондары өҫтөнлөк итһә, Молла Вәли Видади шиғырҙарында унан айырмалы күңелһеҙлек һәм ҡотолғоһоҙлоҡ күҙәтелә. Шағирҙың пессимистик кәйефе «Журавли», «Послание поэту Вагифу», «Поплачешь» шиғырҙарында сағылыш таба. Фүзули[4]ижадының эйәрсене тип һанала.
Уның ҡайһы бер ғәзәлдәре һәм гошмалары рус теленә тәржемә ителгән: «Мусаддас», «Ряд за рядом», «Там, где любви наши сердце ждет…». Константин Симонов Молла Вәли Видади әҫәрҙәрен тәржемә итеүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән:
Тоҡомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Молла Вәли Видади әсәһе яғынан рәсәй һәм әзербайжан генералы Әли-Аға Шихлинскийҙың олатаһы була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Молла Панах Вагиф
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лит-салон. Видади Молла Вели 2010 йыл 7 декабрь архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Väli Vidadi // Faceted Application of Subject Terminology
- ↑ Molla Vəli Vidadi (әзерб.). GlobalNews.az (5 сентябрь 2017). Дата обращения: 9 июнь 2018. Архивировано из оригинала 12 июнь 2018 года. 2018 йыл 12 июнь архивланған.
- ↑ Махмуд Исмаил, История Азербайджана (Краткий обзор с древнейших времен до 1920 г.). — Б.: Азернешр,1995.108 с.
- ↑ [ Видади Молла Вәли] — Ҙур энциклопедик һүҙлектән