Википедия:Бөгөн/24 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
- БМО көнө.
- Халыҡ-ара информация үҫеше көнө.
- Мысыр — Суэц еңеү көнө.
- Рәсәй — Спецназ подразделениелары көнө.
- Замбия — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- 1648 — Вестфаль солохона ҡул ҡуйыу, 30 йыллыҡ һуғыштың тамамланыуы.
- 1857 — Кембриджды тамамлаусылар Шеффилдта донъялағы беренсе футбол командаһын булдыра.
- 1897 — Рәсәй Империяһында беренсе футбол матчы үткәрелә.
- 1909 — Француз механигы Ж. Легань «Вуазен» самолетында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр күрһәтеү осошо башҡара, ул Гатчина хәрби яланында 10 метр бейеклектә 1,5 саҡрым самаһы осоп үтә.
- 1929 — Ҡара кесаҙна, Бөйөк депрессия башлана.
- 1939 — СССР Германияға нефть һәм иген һатыу тураһында килешеү төҙөй.
- 1941 — Бөйөк Ватан һуғышы барышында Харьковты немец ғәскәрҙәре баҫып ала.
- 1945 — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының уставы үҙ көсөнә инә. БМО халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм күмәк именлекте үҫтереү аша тыныслыҡты һаҡларға теләгән 51 ил тарафынан нигеҙләнә. Әлеге көндә 192 ил БМО ағзаһы булып тора.
- 1964 — Төньяҡ Родезия бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм атамаһын Замбия тип үҙгәртә.