Википедия:Бөгөн/9 сентябрь
Уҡыу көйләүҙәре
- Коста-Рика — Бала көнө.
- Тажикстан — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- КХДР — Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Япония — Хризантема көнө.
- 1776 — «Америка Берләшкән Колониялары» атамаһын «Америка Ҡушма Штаттары» итеп үҙгәртеү рәсми раҫлана.
- 1886 — Швейцария баш ҡалаһы Бернда Әҙәби һәм нәфис әҫәрҙәрҙе һаҡлау тураһында Конвенцияға ҡул ҡуйыла, был автор хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тәүге халыҡ-ара килешеү була.
- 1892 — Америка астрономы Э. Барнард Юпитерҙың бишенсе юлдашы — Амальтеюны аса.
- 1893 — Германияла «Штутгарт» футбол клубы ойошторола.
- 1911 — Англияла авиапочта эшләй башлай.
- 1913 — Урыҫ хәрби осоусыһы Пётр Нестеров тәү тапҡыр ҡатмарлы юғары пилотаж фигураһы «мёртвая петля» яһай.
- 1933 — Мәскәү «ДЕТГИЗ» (1963 йылдан «Детская литература» китап нәшриәте ойошторола.
- 1970 — «ВАЗ-2101» — «Жигули» еңел автомобилен сығарыу башлана.