Википедия:Викивикторина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

проект

ВикивикторинаБашҡортостан тарихы, мәҙәниәте, географияһы һәм республика тураһында башҡа мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ҡатнашыусыларҙың тыуған төйәгебеҙ хаҡындағы белемен артабан камиллаштырыу, башҡорт телендәге Викимедиа проекттарын әүҙем үҫтереү маҡсатында Башҡорт Википедияһында ойошторолған интеллектуаль бәйге. Викивикторина 2017 йылдың 29 июлендә Баймаҡ районы Граф күле янында булған Башҡорт йәштәре йыйынының интеллектуаль бәйге миҫалында, баһалама ағзалары тәҡдиме нигеҙендә үткәрелә. Викивикторинала теләге булған һәм бәйгенең түбәндәге ҡағиҙәләрен үтәгән һәр кем ҡатнаша ала. Викивикторина һорауҙарына яуап табырға Башҡорт Википедияһы ярҙам итер.

Викивикторинала ҡатнашыу
  • Викивикторина һорауы иғлан ителгәндән һуң бер тәүлек эсендә bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына яуап ебәрергә;
  • Хат темаһына «Викивикторина яуабы» тип, хат эстәлегенә һорауға яуап яҙырға;
  • Викивикторина яуабын бер тәүлек дауамында башҡа ерҙә иғлан итмәҫкә йә асыҡ рәүештә фекер алышмаҫҡа;
Викивикторина һорауын иғлан итеү
  • Викивикиторина һорауы аҙнаһына бер мәртәбә иғлан ителә;
  • Иғланда яуапты ебәреү ваҡыты күрһәтелә.
Викивикторина һөҙөмтәһен баһалау һәм дәртләндереү
  • Ағымдағы һорауға яуаптарҙы баһалау ваҡыты бер аҙнанан артмаҫҡа тейеш;
  • Иғлан ителгән ваҡыт эсендә bash.wiki2017@yandex.ru адресына килгән яуаптарға баһалаусылар мәрәй ҡуя: 0 — яуап дөрөҫ түгел, 1 — яуап тулы түгел, 2 — яуап тулы. Бер ҡатнашыусыға төрлө баһалаусылар ҡуйған мәрәйҙәр ҡушыла һәм, баһалаусылар һанына бүленеп, уртаса мәрәй билдәләнә;
  • Һәр аҙнала беренсе булып тулы яуап биргән 5 ҡатнашыусыуға өҫтәлмә 3 мәрәй бирелә;
  • Мәрәйҙәр таблицаһын баһалама ағзалары тултыра;
  • Бер нисә аҙнала йыйылған һәр тулы биш мәрәйгә 1 бүләк («Йәшел япраҡ») бирелә, ҡалдыҡ киләһе аҙна мәрәйҙәренә ҡушыла;
  • Һәр «Йәшел япраҡ» өсөн ҡатнашыусының кеҫә телефонына йәки модемына 50 һум күсерелә. Аҡсаны күсереү өсөн ҡатнашыусы электрон хат аша ойоштороусыларға телефон номерын бирергә тейеш;
  • 5 «Йәшел япраҡ» алған ҡатнашыусыға 1 «Аҡ сәскә», 5 «Аҡ сәскә» алыусыға — 1 «Күк сәскә», 5 «Күк сәскә» алыусыға гран-при — «Ҡурай тажы» тапшырыла. «Аҡ сәскә», «Күк сәскә» һәм «Ҡурай тажы» бүләктәре Викивикторинаға бағыусылар ярҙамы күләменән сығып билдәләнә;
  • Бер календарь йыл эсендә бер кешегә бирелгән бүләктәрҙең дөйөм күләме 4000 һумдан артҡан осраҡта ҡатнашыусы үҙе йәки бүләкте биргән бағыусы аша НДФЛ түләргә тейеш;
  • Бағыусылар үҙ аллы баһалау һәм дәртләндереү тәртибе булған номинациялар иғлан итә ала;
Ойоштороусылар һәм баһалаусылар
  • Рөстәм Нурыев — Башҡорт Википедияһы хакимы.
  • Азат Ярмуллин — тарихсы. Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы, Китап Палатаһы директоры.
Бағыусылар
Тәҡдимдәр һәм дәғүәләр

Викторина һорауҙары[сығанаҡты үҙгәртеү]

7-се һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 23:00, 10 сентябрь 2017 — 23:00, 11 сентбярь 2017.
Һорау: Беренсе башҡорт гәзите нисек аталған? Башҡорт Википедияһының ҡайһы мәҡәләһе был гәзиткә бағышланған?
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
Яуап : Беренсе башҡорт гәзите «Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире» тип аталған. Тәүге һаны Ырымбурҙа 1917 йылдың 14 июнендә сыға. Башҡорт википедияһында Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире мәҡәлә?е бар.
6-сы һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 12:00, 4 сентябрь 2017 — 12:00, 5 сентбярь 2017.
Һорау: Өфө ҡалаһы нисәнсе йылдан Башҡортостандың баш ҡалаһы? Башҡорт Википедияһының ҡайһы мәҡәләһендә был турала мәғлүмәт бар?
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
5-се һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 21:00, 27 август 2017 — 21:00, 28 август 2017.
Һорау: Башҡортостанда етештерелгән, «Мир» орбита станцияһы космонавтарының туҡланыу рационында булған аҙыҡтың исемен атағыҙ. Уны етештереүсегә арналған Башҡорт Википедияһындағы 5 мәҡәлә исемен яҙығыҙ.
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
Яуаптар ҡабул итеү тамамланды. 5 кеше яуап бирҙе, береһе лә икенсе һорауға дөрөҫ яуап бирә алманы. Уны (балды) етештереүсе булып бал ҡорто тора, шуға күрә бал ҡортона арналған 5 мәҡәлә исемен әйтергә кәрәк ине. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:14, 28 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Башҡортостанда етештерелгән, «Мир» орбита станцияһы космонавтарының туҡланыу рационында булған аҙыҡтың исеме — Башҡорт балы, был һорауға барыһы ла дөрөҫ яуап бирҙе. Уны (балды) етештереүсе булған бал ҡорто исеме менән теүәл 5 мәҡәлә бар: Бал ҡорттары, Бал ҡорто геральдикала, Бал ҡортоноң ауырыуҙары, Бал ҡорто ағыуы, Бал ҡорто бете.
4-се һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 19:00, 20 август 2017 — 19:00, 21 август 2017.
Һорау: Башҡорт теле дәүләт теле итеп таналыу йылын, көнөн, рәсми документ исемен әйтегеҙ. Башҡорт Википедияһының ҡайһы мәҡәләһендә был турала мәғлүмәт бар?
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
Яуаптар ҡабул итеү тамамланды. Өс кеше тулы яуап бирҙе. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 13:58, 21 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Башҡорт теле дәүләт статусын 1920 йылдың 24 мартында ала. Был Башревкомдың положенияһы менән билдәләнә. Дәүләт теле статусы Башҡортостан Респбликаһының Конституцияһында ла яҙылған. Был турала мәғлүмәт Башҡорт Википедияһының «24 март», «Башҡорт теле» һәм «1920 йыл» биттәрендә бар.
3-сө һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 19:00, 13 август 2017 — 19:00, 14 август 2017.
Һорау: Силәбе өлкәһенең Ҡуса һәм Һатҡы, Башҡортостан Республикаһының Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аҡҡан, оҙонлоғо 549 км. булған йылға нисек атала?.
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
Яуаптар ҡабул итеү тамамланды. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 15:42, 14 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Әй йылғаһы
2-се һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 18:00, 6 август 2017 — 18:00, 7 август 2017.
Һорау: 1-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡайҙа уҙғарыла?
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
Яуаптар ҡабул итеү тамамланды. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:18, 7 август 2017 (UTC)[яуап бирергә]
1-се Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы Ырымбурҙа уҙғарыла. Был турала мәғлүмәт «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы», «Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары», «Башҡортостан тарихы», «Башҡортостан автономияһы» һәм «Ырымбур» мәҡәләләрендә бар.
1-се һорау
Һорауға яуап биреү ваҡыты, (UTC+7, Өфө ваҡыты менән): 23:00, 30 Июль 2017 — 23:00, 31 июль 2017.
Һорау: Башҡортостан автономияһы нисәнсе йылда иғлан ителә? Был турала Башҡорт Википедияһының ҡайһы мәҡәләһендә (йәки мәҡәләләрендә) яҙылған?
Яуапты bash.wiki2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк, Викивикторина ҡағиҙәһен тулыраҡ үрҙә уҡығыҙ.
Яуаптар ҡабул итеү тамамланды. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:06, 31 июль 2017 (UTC)[яуап бирергә]
Башҡортостан автономияһы Башҡорт Хөкүмәте тарафынан 1917 йылдың 15 (29) ноябрендә иғлан ителгән һәм III Бөтә башҡорттар ҡоролтайы менән раҫланған.

Дөйөм иҫәп таблицаһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатнашыусы Бүләкләү Дөйөм мәрәйҙәр һаны 1-се һорау 2-се һорау 3-сө һорау 4-се һорау 5-се һорау 6-сы һорау
1 Башҡорт хоккейы ✔✔✔✔ 21 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй беренсе тулы яуап биреүсегә 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй икенсе тулы яуап биреүсегә 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй икенсе булып тулы яуап биреүсегә +1 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй икенсе тулы яуап биреүсегә
2 Гүзәл (Гюзель) ✔ 5 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй икенсе тулы яуап биреүсегә
3 Астанова Баныу ✔✔✔✔✔ 26 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй өсөнсө тулы яуап биреүсегә 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй беренсе тулы яуап биреүсегә 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй беренсе булып тулы яуап биреүсегә 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй беренсе булып тулы яуап биреүсегә +1 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй беренсе тулы яуап биреүсегә
4 Никита Сафронов ✔ 6 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй икенсе булып тулы яуап биреүсегә +1
5 Рәйлә ✔ 5 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй өсөнсө булып тулы яуап биреүсегә
6 Данисовна ✔✔ 11 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй өсөнсө булып тулы яуап биреүсегә +1 2 мәрәй яуапҡа, 3 мәрәй өсөнсө булып тулы яуап биреүсегә
7 Зөлфиә Йәғәфәрова 1 +1