Викрам Акула

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викрам Акула
Vikram Akula at the India Economic Summit 2008 cropped.jpg
2008 йыл, Викрам Акула Нью-Дели ҡалаһындағы Бөтә донъя экономик форумында
Тыуған урыны:

Рякал, Медак, Андхра-Прадеш, Һиндостан

Белеме

Тафтс университеты
Йель университет
Чикаго университеты

Компания

SKS Microfinance

Вазифа

Рәйес (2011 йылға тиклем)

Компания

AgSri

Вазифа

Директор

Наградалары һәм премиялары

Викрам Акула — ярлы һинд ҡатын-ҡыҙҙарын страховкалау һәм микрокредитлау ярҙамында Һиндостанда ярлылыҡ кимәлен әҙәйтеү миссияһы булған SKS Microfinance микрофинанслау компанияһының нигеҙләүсеһе һәм элекке етәксеһе.

Тәүге йылдары һәм белем алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викрамдың атаһы, Акула В. Кришна — хирург, ул ғаиләһе менән Америка Ҡушма Штаттарының Нью-Йорк штатында урынлашҡан Скенектади ҡалаһына күсеп китә, шунда уның балаһы мәктәпкә уҡырға бара[1]. Викрам урта мәктәпте 1986 йылда һәм Тафтс университетына уҡырға керә, шунда ул, 1990 йылда уҡыуҙы яҡшылыҡ билдәһе менән тамамлап, философия һәм инглиз теле буйынса ике юғары белем ала[2]. Ошонан һуң Викрам халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса магистр дәрәжәһен алыр өсөн Йель университетына уҡырға керә. 1994—1995 йылдарҙа Һиндостанда микрофинанслау буйынса проект өсөн Фулбрайт программаһы буйынса грант ала. 2004 йылда Викрам Акула Чикаго Университетында политология буйынса доктор дәрәжәһен ала[3].

Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылда Тафтс университетын тамамлағас, Акула Һиндостанға ҡайта һәм шунда Deccan Development Society, ҙур булмаған ауылдағы коммерциялы булмаған ойошма, менән эшләй. Бынын һуң Вашингтонда урынлашҡан Бөтә донъяны ҡарау институтында фән эшсе булып эшләй, шунда ул ярлылыҡ һәм тотороҡло экономик үҫешеү тураһында мәҡәләләр яҙа. Deccan Development Society һинд компанияһы менән эшләгән ваҡытта Акула коммерциялы булмаған микрофинанслауҙың мөмкинселектәре сикләнгән булыуын күрә һәм баҙар ҡарашын тәҡдим итә[4]. Был мәсьәләнең хәл итеүен ул 2010 йылда «Harvard Business Press» нәшриәте баҫтырып сығарған «A Fistful of Rice: My Unexpected Quest to End Poverty Through Profitability» китабында күрһәтә[5][6].

SKS Microfinance[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда Викрам Акула Фулбрайт гранты буйынса проектын тамамлай һәм политология буйынса фән докторы дәрәжәһен алыр өсөн Чикаго университетына уҡырға керә. Шунда ул коммерциялы булмаған макрофинанслау компания өсөн бизнес-план төҙөй, ә 1997 декабрендә үҙенең бизнес-планы нигеҙендә SKS (Swayam Krishi Sangam) ойошмаһын нигеҙләр өсөн Акула Һиндостанға ҡайта. Тәүҙә коммерциялы булмаған SKS Microfinance 2005 йылда коммерциялы ойошмаға әйләнә[3].

2010 йылдың август уртаһында SKS Microfinance Мумбай ҡалаһының фонд биржаһында үҙҙәренең акцияларын ҡуя. Уларға һорау тәҡдимгә ҡарағанда 14 тапҡырға ҙурыраҡ була һәм компания Джордж Сорос кеүек инвесторҙарҙы ала[7][8]. 2011 йылдың 23 ноябрендә Акула SKS рәйесе эшенән китә һәм 2014 йылдың 3 майында промоутер вазифаһын ташлай[9].

Йоғонто яһауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

SKS-ты нигеҙләгән ваҡытта Акула Мөхәммәт Юныстың эштәренән дәрт ала. Мөхәммәт Юныс — 2006 йылда Нобель премияһы лауреаты һәм донъялағы иң тәүге микрофинанс ойошмаларҙың береһенең Бангладештағы «Grameen Bank» ойоштороусыһы[10].

Бүләктәре һәм танылыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2006 йылда «Time» журналының версияһы буйынса «Йылдың иң абруйлы 100 кешеләр»ҙең береһе[11]
  • Һиндостанда йыл социаль эшҡыуары, 2006[12]
  • «Ernst & Young» версияһы буйынса Һиндостанда йыл эшҡыуары (Start-up, 2006)[13]
  • «Ernst & Young» версияһы буйынса Һиндостанда йыл эшҡыуары (Business Transformation, 2009)[14]
  • «India Today» версияһы буйынса «Һиндостандың иң абруйлы 50 кешеләр»ҙең береһе, 2009[15]
  • Forbes журналының версияһы буйынса, «Йыл кешеһе» исеменә номинант, 2009[16]
  • World Economic Forum’s Young Global Leader award, 2008[17]
  • Echoing Green Poverty Alleviation Economic Development — 1998 Fellow[18]
  • Real Wealth Creators for the Communitie категорияһында Karmaveer Puraskaar, 2006—2007[19]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Asha Chopra NRI named TIME 100: The People Who Shape Our World  (инг.). NRI Entrepreneurs (1 мая 2006). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  2. Alumni Hall of Fame Honorees, Niskayuna CSD, Niskayuna, NY  (инг.). Niskayuna. 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Vilram Akula  (инг.). Echoing Green. 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  4. Vikram Akula, A90  (инг.). The Fletcher School, Tufts University. 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  5. Vikram Akula  (инг.). India Development Service. 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  6. Book. Vikramakula.com. 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  7. Ruth David SKS Microfinance Shares Jump in Mumbai Trading Debut  (инг.). Bloomberg Business (16 августа 2010). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  8. SKS share offer oversubscribed 14 times. The Hindu (2 августа 2010). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  9. Swati Rathor Vikram Akula is no longer the 'promoter' of SKS Microfinance Limited  (инг.). The Times of India (3 мая 2014). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  10. Megha Bahree A Big Split Over Microfinance  (инг.). Forbes (10 января 2010). 30 апрель 2015 тикшерелгән.
  11. Rawe, Julie. [conserveicontent.time.com/time/specials/packages/article/0,28804,1975813_1976769_1976772,00.html TIME 100: The People Who Shape Our World - Vikram Akula], Time (30 апреля 2006). 1 май 2015 тикшерелгән.
  12. Akula named Social Entrepreneur  (инг.). The Tribune (2006-11-27). 1 май 2015 тикшерелгән.
  13. Entrepreneur of the Year 2011: Start-up companies - Ernst & Young - India. Ernst & Young. 1 май 2015 тикшерелгән.
  14. Anand Mahindra wins E&Y 'Entrepreneur of the Year' award 2009  (инг.). Business Standard (2010-02-17). 1 май 2015 тикшерелгән.
  15. S. Prasannarajan Power Pyramid  (инг.). India Today (2007-03-26). 1 май 2015 тикшерелгән.
  16. Shloka Nath The TightRope Walker  (инг.). Forbes (2009-12-19). 1 май 2015 тикшерелгән.
  17. World Economic Forum - Vikram K. Akula. World Economic Forum. 1 май 2015 тикшерелгән.
  18. Vikram Akula - 1998 Fellow. Echoing Green. 1 май 2015 тикшерелгән.
  19. Awardees - By Category  (инг.). Karmaveer Puraskaar. 1 май 2015 тикшерелгән.