Викторов Валерьян Николаевич
Викторов Валерьян Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 12 август 1951[1][2] (73 йәш) |
Тыуған урыны | Канаш[d] |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре |
Эш урыны | И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | иҡтисад фәндәре докторы[d] |
Ойошма ағзаһы | Федерация Советы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Викторов Валерьян Николаевич (12 август 1951 йыл, Канаш) — Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының 1-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (1996); иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор (1998).
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы аппаратының беренсе урынбаҫары. 2014 йылда — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1951 йылдың 12 авгусында Сыуаш АССР-ының Канаш ҡалаһында тыуған. Ағаһы Юрий — табип
Сыуаш дәүләт университетының физика-математика (1973) һәм тарих-филология (1981) факультеттарын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда Сыуаш дәүләт университеты ғилми-тикшеренеү секторының кесе ғилми хеҙмәткәре булып башлай. Мәскәү энергетика институты аспирантураһында уҡыған саҡта (1974-1976) диссертация яҡларға теләй, әммә бөтә материалдарв юғары уҡыу йортондағы янғын ваҡытында янып бөтә. Бынан һуң Чебоксарға ҡайта, унда Сыуаш дәүләт университетының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.
1991 йылдан алып Сыуаш АССР-ының иҡтисад буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1992-1994 йылдарҙа — Сыуаш ССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе; 1994 йылдың ғинуарынан 1996 йылдың ғинуарына тиклем — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе урынбаҫары; 1996 йылдың ғинуар-сентябрендә — Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының эске һәм тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре буйынса баш идаралыҡ начальнигы.
1996 йылдың сентябренән 2014 йылдың сентябренә тиклем — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы аппараты етәксеһе урынбаҫары. 1998 йылдың ноябрендә РФ Президентының тышҡы һәм эске сәйәсәт мәсьәләләре буйынса Баш идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдың февралендә аппарат етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 2014 йылдың октябренән — Санкт-Петербург тау университетының махсус программалар үҙәге етәксеһе.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атаһы — Н. И. Викторов — 1976 — 1988 йылдарҙа Сыуаш АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары. Ҡустыһы Юрий Николаевич Викторов — табип, медицина фәндәре кандидаты (2004), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Ҡатыны — Гаврилова Людмила Михайловна — тарих фәндәре докторы, Мәскәү Кремленең «Ҡорал палатаһы»һының ғилми-һаҡлау бүлеге мөдире . Ҡайныһы Гаврилов Михаил Яковлевич— РСФСР мәктәптәре атҡаҙанған уҡытыусыһы .
Өс балаһы бар.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- IV дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2008)
- Почёт ордены
- Дуҫлыҡ ордены
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (1996 йылдың 9 июле) — 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының һайлау кампанияһын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн.
- Федерация Советының «Парламентаризм үҫешенә өлөш индергәне өсөн» Почет билдәһе
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баҙар иҡтисады проблемалары һәм уларҙы тормошҡа ашырыу механизмы. Ч, 1991 була (авторҙаш);
- Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә дәүләт проекттары буйынса идара итеү системаһын булдырыу. М., 1997;
- Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт советы (1996 - 2000) парламентаризм тарихында. М., 2001 (авторҙ.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ВИКТОРОВ Валерьян Николаевич
- Наш земляк в аппарате Совета Федерации // sovch.chuvashia.com
- ↑ Викторов Валерьян Николаевич // https://www.biografija.ru/biography/viktorov-valeryan-nikolaevich.htm
- ↑ Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2