Эстәлеккә күсергә

Осипов Виктор Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Виктор Иванович Осипов битенән йүнәлтелде)
Осипов Виктор Иванович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (87 йәш) или 1937[1]
Тыуған урыны Яңы Михайловка, Дыуан районы, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө ғалим, инженер, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө грунтоведение[d], геология[2] һәм Минералогия[2]
Эш урыны Институт геоэкологии им. Е. М. Сергеева РАН[d]
Уҡыу йорто Геологический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Евгений Сергеев[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Комиссия по борьбе с лженаукой и фальсификацией научных исследований[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы СССР дәүләт премияһы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены I дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" орден миҙалы

Осипов Виктор Иванович (15 апрель 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тупраҡты өйрәнеүсе, инженер-геолог, СССР дәүләт премияһы лауреаты (1988), Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), геология-минералогия фәндәре докторы (1977), Мәскәү дәүләт университеты геология факультетының инженер геологияһы һәм геологик мөхитте һаҡлау кафедраһы профессоры.

Виктор Иванович Осипов 1937 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ы Дыуан районының Яңы Михайловка ауылында тыуған[3]

1954 йылда  Дыуан урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Мәскәү дәүләт университетының геология факультетына уҡырға инә һәм уны 1959 йылда тамамлай.

1961 йылда Мәскәү дәүләт университеты геология факультетының аспирантураһына көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә. 1964 йылда «Исследование методов определения объемного веса и влажности дисперсных грунтов по рассеянию гамма-лучей и нейтронов» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1959—1961 йылдарҙа — Мещера уҡытыу-ғилми базаһы башлығы. Мәскәү дәүләт университетының  геология факультетында — Норильск экспедицияһының баш геологы (1965),

СССР фәндәр академияһының геология институтына: ассистент (1965—1970), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1970—1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1972—1975).

1975—1977 — Мәскәү дәүләт университеты геология факультетының доценты, 1977 йылдан университетта геология факультеты профессоры булып эшләй һәм 1986 йылдан инженер геологияһы һәм геологик мөхитте һаҡлау кафедраһында тупраҡты өйрәнеү һәм техник мелиорация лабораторияһының ғилми етәксеһе булып тора.  

1976 йылда «Физико-химическая природа прочностных и деформационных свойств глинистых пород» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Амур йылғаһы үҙәнендә (1958—1959),  Обь һәм Иртыш араһында  (1962—1964), Талнах тау рудаһы районында (1965—1966), СССР-ҙың европа өлөшөндә ҡара тупарҡлы булмаған  райондарҙа (1977—1979) инженер-геологик тикшеренеүҙәрҙә ҡатнаша; 1984 йылдан «Изучение инженерно-геологических условий юго-восточного Беломорья в связи с разработкой месторождений открытым способом» темаһы буйынса эштәр менән ғилми етәкселек итә. 

Рәсәй фәндәр академияһының  мөхбир ағзаһы  (1991), 1987 йылдан ағза-корреспонденты. 1997 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының геоэкология Институтында директор булып эшләй.

Рәсәй фәндәр академияһының инженер геологияһы, геокриология һәм геоэкология буйынса  Ғилми совет рәйесе (1989 йылдан алып). Халыҡ-ара инженер-геологтар ассоциацияһының ағзаһы (1980), вице-президенты (1986—1990).  Мәскәү дәүләт университеты янындағы махсуслаштырылған советтың ағзаһы. Юғары аттестация комиссияһының эксперт советы ағзаһы (1987).«Геоэкология»  журналының баш мөхәррире (1988).

1 фән докторы һәм 18 кандидат әҙерләгән.

Өйләнгән, ике балаһы бар.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В.И. Осиповтың тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре:   инженерлыҡ геологияның,  инженер-геологик тикшеренеүҙәрҙең проблемалары. Тупраҡта үҙ-ара контакттар теорияһын эшләй, структуралы бәйләнештәрҙең тәбиғәте һәм һыуһыҙланған осраҡта балсыҡтың ныҡлығы формалашыуында ионлы-электростатик көстәрҙең роле тураһында күҙаллауҙарҙы үҫтерә, тоҡомдарҙың ныҡлығы һәм деформациялы тәртибе уларҙың литификация дәрәжәһенә  бәйле төп законлылыҡтарын билдәләй, тиксотропияның,  дисперслы тупраҡтың оҙайлы ныҡлығының, бүртенеүенең, туйынлығының тәбиғәтен һәм сағылыш шарттарын ҡарай; тупраҡтың дымлылығын һәм тығыҙлығын өйрәнеүҙә ядро ысулдарын эшләүҙә ҙур өлөш индерә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988).
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы(1986).

В. И. Осипов инженер геологияһы, геоэкология һәм тирә яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ватан һәм сит ил баҫмаларында 450-нән ашыу хеҙмәтен баҫтырып сығара, шул иҫәптән ул 16 дәреслек һәм монографияның авторы һәм авторҙашы. Рәсәй фәндәр академияһының «Геоэкология. Инженерная геология. Гидрогеология. Геокриология» журналының баш мөхәррире[4].

Китаптары
  • Осипов В. И. Определение плотности и влажности грунтов по рассеянию гамма-лучей и нейтронов. М.: Издательство Московского университета, 1968. 156 с.
  • Трофимов В. Т., Сергеев Е. М., Голодковская Г. А., Осипов В. И. и др. Грунтоведение: Учебник для студентов вузов по спец. «гидрогеология и инж. геология». М.: Издательство Московского университета, 1971. 594 с.; 1973. 387 с.
  • Осипов В. И. Природа прочностных и деформационных свойств глинистых пород. М.: Издательство Московского университета, 1979. 232 с.
  • Осипов В. И., Соколов В. Н., Румянцева Н. А. Микроструктура глинистых пород. M.: Недра, 1989. 211 с.
  • Osipov V. I., Sokolov V. N., Eremeev V. V. Clay seals of oil and gas deposits. Amsterdam: Balkema, 2004. 288 p.
Мәҡәләләре
  • Осипов В. И. Литогенез и формирование свойств грунтов // Международный геологический конгресс. 27 сессия (Москва. 4-14 августа 1984 г.): Доклады. Т. 17. Секция 17 (Инженерная геология). М.: Наука, 1984. С. 45-51.
  • Осипов В. И. Где поставить атомную? // Правда. 30 ноября 1990 г.
  • Осипов В. И. Угрожают ли Москве природные катастрофы? // АиФ. 1996. № 48.
  • Осипов В. И., Ресин В. И. Угрожают ли Москве природные катастрофы // Комсомольская правда. 29 июня 1998. С. 6.
  • Осипов В. И., Кутепов В. М. Инженерно-геологические условия строительства газопровода Россия — Турция («Голубой поток») на акватории Чёрного моря // Сергеевские чтения. Вып. 4. М.: ГЕОС, 2002. С. 243—247; То же на англ. яз. // 13 Simp. hydrogeologiji i inzenjerskoj geologiji. Kn. 3. Herceg Novi: HIGS, 2002. P. 233—237; То же на англ. яз. // International geological congress. 32nd session. Italy. 2004: Proc. Florence, 2004.
  • Осипов В. И., Королев В. А. Книга «Воспоминания об академике Е. М. Сергееве» (Москва: ГЕОС, 2004) // Инженерная геология и охрана геологической среды: современное состояние и перспективы развития. М.: Изд-во МГУ, 2004. С. 18-22.
  • International Geological Congress. 32nd session. Italia. 2004: Proc. Florence, 2004.
Osipov V. I., Mulder E., Kutepov V. et al. Assesment of karst hazard to urban and industrial areas for the purpose of risk analysis.
Osipov V. I., Roumyantseva N. Environmental problems in the development of Lomonosov diamond deposit.
Osipov V. I., Makarov V., Nesmejanov S. Structural tectonic and geodynamic problems of engineering geology.
Osipov V. I. Geological conditions of Moscow subsurface development.
Osipov V. I., Ginzburg A. A., Semenov S. M., Viktorov A. S. Developing on-line monitoring systems for geological hazards for large constructions.
Osipov V. I., Mulder E., Kutepov V., et al. On the results of the joint Russian-Dutch project SUBURBIA.
Osipov V. I. Filimonov S., Eremina O. et al. The geocomposite method for reinforcing building foundations.
  • Осипов В. И. Угрозы земных стихий // Наука в России. 2005. № 2. С. 5-9.
  • Академику Осипову Виктору Ивановичу — 70 лет! на сайте РАН
  • Академику Осипову Виктору Ивановичу — 75 лет! на сайте РАН
  • Осипов Виктор Иванович // Башкирская энциклопедия. Т. 2. 2006. Уфа: Изд-во. Башкирская энциклопедия.
  • Осипов Виктор Иванович // Инженер-геологи Московского университета: Биогр.-библиогр. справ.: К 60-летию кафедры инж. геологии и охраны окружающей среды геол. фак-та МГУ. М.: Изд-во МГУ, 1968. С. 111—114.
  • Осипов Виктор Иванович // Академия наук СССР: Справочник: Ч. 1. М.: Наука, 1990. С. 154.
  • Осипов Виктор Иванович // Большой энциклопедический словарь. М.: БРЭ, 1993. С. 946; 2-е изд., перераб. и доп. 1997. С. 855. № 2. С. 68-69.
  • Осипов Виктор Иванович // Ученые Московского университета — действительные члены и члены-корреспонденты Российской академии наук (1755—2004): Биогр. слов. М.: Изд-во МГУ, 2004. С. 301—303. (Сер.: Архив МГУ).