Эстәлеккә күсергә

Ғүмәров Вил Бәшир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Вил Ғүмәров битенән йүнәлтелде)
Ғүмәров Вил Бәшир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Ҡобағош, Миндәк ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө июль 1994 (45 йәш)
Һөнәр төрө инженер, журналист, шағир, тәржемәсе

Ғүмәров Вил Бәшир улы (2 апрель 1949 йыл — 22 июнь 1994 йыл) — инженер, журналист, шағир һәм тәржемәсе. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Вил Бәшир улы Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған.

Миндәк урта мәктәбен тамамлап, Магнитогорск тау-механика институтында уҡый. Артабан Пермь, Мурманск өлкәләрендә инженер булып эшләй. Мәскәүҙең М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

«Ағиҙел» журналында, республика гәзиттәре редакцияларында эшләй.

Башҡортостан китап нәшриәте директоры була. Ул көслө публицист ине.

1988 йылда килеп, Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант булып эшләй, ул йылдарҙағы СССР бөтөү алдынан барған сәйәси тормошта ҡайнай, башҡортса гәзит, журнал асыу кеүек эштәрҙә эшләй.

Башҡорт драма театры асылған мәлдә, ҡаҙаҡ драматургы Дулат Иҫабековтың «Көтөр кешем бар минең» әҫәрен башҡортсаға тәржемә итте, уны театрҙың тәүге репертуарына индерҙеләр.

1994 йылдың 22 июнендә операция өҫтәлендә вафат була.

Әмир Әминев иҫтәлектәренән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вил башҡорт, рус шиғри традицияларына нигеҙләнеп үҙенең юлын тапты, дөрөҫөрәге, виртуоз жонглер һымаҡ төрлө формала ижад итә алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙҙә уның шиғырҙарына һағайып ҡаранылар, бөтөнләй ҡабул итмәгәндәр ҙә булды. Нишләйһең, яңылыҡтың юлы һәр саҡ ҡатмарлы, ҡаршылыҡлы шул. Нескә күңелле кеше булараҡ, ижадына ҡарата булған бындай мөнәсәбәтте аңланы һәм шиғыр яҙыуҙан туҡтаны. Әлбиттә, бөтөнләй туҡтаманы, яҙҙы, әммә яҙғандарын өҫтәл тартмаһына һала барҙы — тулыһынса журналистикаға күсте. Сөнки был жанр 90-сы йылдарҙағы ҙур үҙгәрештәр алдынан тәьҫирлерәк, үтемлерәк ине. Һөҙөмтәлә Вил йәмғиәт алдында торған һәм кисекмәҫтән сиселеш көткән байтаҡ социаль, ижтимағи проблемаларҙы күтәреп сыҡты, экология мәсьәләләрен бөтә ҡырҡыулығында ҡуя алды. Башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, Стәрлетамаҡта башҡорт телендә гәзит асыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу тураһында сығыштар, докладтар, урындағы власть органдарына хаттар яҙыу… Ысынлап та, уны ишеттеләр, күрҙеләр, ҡушылдылар, теләктәшлек белдерҙеләр. Сәнәғәт предприятиелары менән шыплап тултырылған Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, завод-фабрикаларҙың ағыулы ҡалдыҡтарын таҙартыу ҡоролмалары төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Белеме буйынса инженер булараҡ, һәр сәнәғәт предприятиеһының технологик үҙенсәлектәрен яҡшы белә ине. Торатауға «Сода» берекмәһенең ажарлы ынтылыштарына ҡаршы әллә күпме мәҡәлә яҙҙы, радионан, телевидениенан сығыш яһаны, һүҙе үтемлерәк булһын өсөн РСФСР халыҡ депутаты булырға ла тырышып ҡараны. Үткәрмәнеләр. Ҡурҡтылар. Сөнки власть башында тороусылар өсөн ул уңайһыҙ, гел генә проблемалар тыуҙыра торған кеше ине.

Кәрим Булат иҫтәлектәренән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вилдең мәғәнәһеҙ, серле үлемендә, әгәр кемдер ғәйепле булһа, выждан ғазабы кисермәй булмайҙыр, әммә ул мәлдә кем тарафынандыр мәрхүмде тыуған ауылына тиҙерәк оҙатыу сараһы күрелде, тип уйлайым. Ул роман яҙыуы тураһында әйткәйне, әммә ижади архивын барлағанда, романы табылманы. Фотография менән шөғөлләнергә үтә ярата ине. Уйлағанда, ул үҙенең яңылышыуы сәбәпле генә китмәгәндер, «ярҙам итмәнеләр микән», тигән уй әле лә башҡа килә. Эйе, шағирҙың үлеме үтә лә серле булды

Ирек Агишев иҫтәлектәренән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вил ағай гәзит биттәрендә бюрократтарҙы, партократтарҙы, үҙе әйтмешләй, "туҡмарға"яратты. Вил Ғүмәров, сәнғәтме, мәҙәниәтме, сәйәсәтме, иҡтисадмы, экологиямы — бөтә темаға ла оҫта итеп яҙҙы. "Ауыл көйө"исемле шиғырҙар йыйынтығы (1994 йыл, "Китап"нәшриәте), "Хаттат"поэмаһы (1993 йыл, 6-сы номер, «Ағиҙел») В.Ғүмәровтың үҙенсәлекле шағирҙың рухи байлығына һәм күңеленең матурлығына хайран ҡалаһың. "Хаттат"поэмаһында автор бер кемгә лә кәрәк булмаған, милләт намыҫы өсөн көрәшкән зыялы шәхестең яҙмышын һүрәтләй.

  • Башҡорт әҙәбиәте антологияһы
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 март 2019)