Вишера (Кама ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вишера
Рәсем
Һыу башы Урал тауҙары
Ҡайҙа ҡоя Кама һыуһаҡлағысы[d]
Ҡушылдыҡ Язьва[d], Колва[d], Түбәнге Паниха, Волим, Елма, Оло Вая, Оло Щугор, Прилучная, Оло Расья, Петруниха, Кесе Шалюга, Үрге Паниха, Түбәнге Золотиха, Курыксарка, Муравей, Писанка, Лыпья, Юмыш, Оло Воронья, Молчанка, Урта Золотиха, Үрге Золотиха, Дыроватиха, Таборная, Оло Колчим, Оло Шалюга, Толычь, Кесе Щугор, Расья, Акчим, Улс, Говоруха, Мойва, Ниолс, Долганиха, Оло Ябурская, Оло Романиха, Велс[d], Вижаиха (йылға), Лопья[d], Чёрная[d] һәм Усолка[d]
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Һыу сығымы 457 м³/с
Бассейн майҙаны 31 200 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы
Оҙонлоҡ 415 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Вишеры (приток Камы)[d]
Карта
 Вишера Викимилектә

Ви́шера - Рәсәйҙең Пермь крайындағы йылға, Кама йылғаһының һул ҡушылдығы (Кама һыуһаҡлағысының Вишера ҡултығына ҡоя[1].

Оҙонлоғо — 415[2] км, һыу йыйыу бассейны майҙаны — 31 200км². Һыуҙың Рябинино ҡасабаһы янында йыллыҡ уртаса сығымы — 473 м³/с. Йылғаның уртаса һыу йыйыу бейеклеге 317 метр тәшкил итә. Йылғаның уртаса һарҡыуы — 0,2 м/км.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кама бассейны

Пермь крайының оҙонлоғо буйынса бишенсе йылғаһы, Уралдың иң гүзәл йылғаларының береһе. Крайҙың төньяҡ-көнсығышынан, Коми Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе сигендә башлана. Башлыса Уралдың тау итәктәре буйлап, күпселеген тар үҙәндәрҙән аҡҡҡан шәп тау йылғаһы сифатына эйә; һай урындары һәм һикәлтәләре күп. Бассейнда карст күренештәре киң таралған.

Вишера йылғаһының уң сығанағы — Кесе Вишера — Яны Ёмки һыртынан , һул сығанағы — Ҙур Вишера — Поясовый Камень һырты түбәһенең береһе Поримонгит-Ур армыттарынан, Коми Республикаһының, Свердловск өлкәһе һәм Пермь крайының тап сигендә генә баш ала. Сығанаҡтары Вишерский Камень менән бүленгән һәм Армии тауы итәгендә ҡушыла.

Улс йылғаһының сығанағынан алып тамағына тиклем Вишера йылғаһы — күп һанлы шаршылары булған ярһыу тау йылғаһы. Бында уның киңлеге — 70 метрға тиклем етә.

Урта Вишера — Улс тамағынан Колва тамағына тиклем — киңлеге 150 метрға тиклем, күп һанлы шаршыларға һәм ятыуҙарға бай. Бында йылға үҙәне байтаҡҡа киңәйә, әммә ҡаялар тағы ла күп ҡала.

Түбәнге Вишера (Колва йылғаһының ҡушылған урынынан Вишераның Камаға ҡойған еренә тиклем) — урыны менән 900 метрға тиклем йәйелә алған тигеҙлек йылғаһы.

Вишера йылғаһы

Барлыҡ үҙәне ағымы һәм ярҙары буйынса йүнәлешендә — ҡаялар һәм таштар, шаршылар күп. Вишераға юғары ташҡын, ямғырҙан һуң һыу ташыуҙары һәм йәйге түбән урта кимәл хас. Йылға, ҡар өҫтөнлөк алған, ҡатнаш туҡлана. Октябрь аҙағында — ноябрь башында туңа, апрель аҙағында әрселә. Ҡыуғын ойоштороуға уңайлы. Красновишерск ҡалаһына тиклем даими рәүештә пассажирҙар йөрөтөлә. Вишера бассейнында алмаз ятҡылыҡтары бар.

Үрге ағымында Вишера ҡурсаулығы урынлашҡан. Лыпья йылғаһы тамағынан үрҙәрәк балыҡ тотоу тыйыла, Лыпья һәм Велс йылғалары тамаҡтары араһында Велс һәм Вая ҡасабалары халҡы өсөн сикләнгән һанда рөхсәт ителә. Йылғала тереклек иткән төп балыҡтар — бәрҙе һәм таймень йәки ҡыҙыл балыҡ.

Йылға буйындағы иң ҙур тораҡ пункттар — Красновишерск ҡалаһы, Велс, Вая, Вишерогорск, Усть-Язьва, Рябинино ҡасабалары.

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вишера йылғаһының төп һул ҡушылдығы — Мойва, Велс, Улс, Вижаиха, Язьва, Акчим; төп уң — Лопья, Лыпья, Оло Вая, Колва.

(тамағынан алып алыҫлығы билдәләнгән)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Избранные маршруты для отдыха на реке / Авторы: А. И. Коробков, Е. Н. Мелихов, Ю. М. Кушнарёв, С. А. Торопов; Ред. Л. Г. Трипольский. — М.: Физкультура и спорт, 1972. — С. 116—153. — 168 с. — (Библиотечка туриста-водника). — 40 000 экз.
  • Вишера (река в Пермской обл.) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Геология СССР. Т. 12. Пермская, Свердловская, Челябинская и Курганская области. Ч. 1. Геологическое описание. Кн. 1. М.: Недра, 1969. 723 с., [8] л. табл.;
  • Назаров Н. Н. Экзогенные геологические процессы Пермского края и Предуралья // Физико-географические основы развития и размещения производительных сил нечерноземного Урала. Пермь, 1987. С. 91-103;
  • Матвеев А. К. Вершины Каменного Пояса: Названия гор Урала. Челябинск, 1990. 289 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]